Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкә алайыҡ
23 Июль 2023, 10:00

Иҫкә алайыҡ

23 июлдә ҡәҙерле туғаныбыҙ, һөйөклө әсәйебеҙ, хәстәрлекле апайыбыҙ, тоғро тормош юлдашым Камалова Нурия Әлтәф ҡыҙының вафатына бер йыл тула.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Беҙҙең яҡыныбыҙ шул тиклем тормошто яратты, донъяһы гөл-сәскәләргә күмелеп ултырҙы, ә үҙе һәр ваҡыт беҙҙе матур йырҙары менән ҡыуандырҙы, тәмле аштары менән һыйланы. Ваҡыт дауалай, тиҙәр, әммә юғалтҡан ҡәҙерле кешеңде ғүмер буйы оноторлоҡ түгел. Нурия Әлтәф ҡыҙын белгәндәрҙең уны беҙҙең менән бергә иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Баҡыйлыҡҡа киткән яҡындарҙы
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалдырып,
Тешебеҙҙе ҡыҫып, сабыр булып,
Тик йәшәргә ҡала һағынып.
Тормош иптәше, балалары, килен-кейәүҙәре, ейәндәре, туғандары (Иҫке Мишәр ауылы).

Автор: