Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкә алайыҡ
1 Октябрь 2022, 10:00

Иҫкә алайыҡ

1 октябрҙә Ключевой ауылынан яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ, туғаныбыҙ Вәкилова Асия Фәрит ҡыҙының беҙҙең аранан китеүенә бер йыл тула.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул изге күңелле, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, хәстәрлекле хужабикә булды, үҙенең баҡсаһын тәрбиәләргә яратты, сәскәләр үҫтерҙе, тормошҡа ҡыуанып йәшәне. Әсәйебеҙгә ни бары 62 йәш ине. Беҙ уны бик ныҡ һағынабыҙ, изгелеген, хәстәрлеген бер ҡасан да онотмаҫбыҙ. Ҡәҙерлебеҙҙе белгәндәрҙең уны беҙҙең менән бергә иҫкә алыу-ҙарын һорайбыҙ.
Ниңә көтмәгәндә китеп барҙың,
Унда барып була һуңлап та.
Барып була, әммә ҡайтып булмай
Бөтөнләйгә түгел, һорап та...
Ҡайғыларҙы нисек кисерергә
Йөрәк урталайға ярылғас?
Онотоп та булмай, ҡайтарып та,
Хоҙай ҡулдарына алынғас.
Баҡыйлыҡҡа киткән яҡындарҙы,
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалдырып,
Тешебеҙҙе ҡыҫып, сабыр булып,
Тик йәшәргә ҡала һағынып...
Балалары, ейәндәре, туғандары.

Автор:Лариса Михалькова