Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкә алайыҡ
30 Сентябрь 2022, 18:00

Иҫкә алайыҡ

Бөгөн беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ – яратҡан ирем, атай-олатайыбыҙ Фазулов Фәим Вәҡиф улының яҡты донъяларҙы ҡалдырып мәңгегә баҡыйлыҡҡа күсеүенә 40 көн тула.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул изге күңелле кеше, яҡшы ир, атай-олатай һәм ышаныслы туған булды, башҡаларҙың аһзарын тыңлап, ярҙам итергә ашыҡты. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән һәр кемдең кәйефен күтәрергә тырышты, ауыр ваҡыттарҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы, шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡлашты, теүәл һәм башҡарыусан булды. Бөгөн уның беҙҙең янда булмауын кисереүе бик ауыр. Беҙ уны һағынабыҙ, юҡһынабыҙ, ул ихлас, әүҙем, тормош яратыусанлығы менән күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Сикһеҙ ауыр яҡындар-ҙың беҙҙе
Мәңгелеккә ташлап китеүе.
Бәғерҙәрҙе телгән ҡайғы ҡосоп,
Ғазаплы ул ғүмер итеүе.
Юғалтыуҙан алған яраларға
Ваҡыт бер аҙ йөйөн һалһа ла.
Килеп-килеп һулҡылдай асылып,
Һыуҙар булып көндәр аҡһа ла.
Ҡаршы килә күңел, һис ышанмай,
Ысынбарлыҡты килмәй таныйһы.
Тик ҡурҡыныс төш күрәһең кеүек,
Килә шул төштәрҙән айныйһы.
Яҙмыш һынауҙары бигерәк ҡырыҫ.
Күҙалларға юҡтыр мөмкинлек.
Һынмаҫ өсөн ауыр ҡайғыларҙан,
Бир Хоҙайым үҙең түҙемлек.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле, яратҡан ирем, атай-олатайыбыҙ, туғаныбыҙ Фазулов Фәим Вәҡиф улын һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткән, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан туғандарға, дуҫтарға, класташтарға, ғаилә дуҫтарына, әхирәттәргә, күршеләргә, “Рәсәй почтаһы”нан коллегаларға, Оло Ыҡтамаҡ, Яңы Мөслим, Оло Ҡыҙылбай ауылдары халҡына, фельдшер Л. Б. Шабановаға, үҙәк район дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” бригадаһы хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Күңел йыуатырлыҡ йылы һүҙҙәрегеҙ, ихлас ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Донъяларығыҙ имен, тыныс булһын. Ҡай-ғы-хәсрәт һеҙҙе урап уҙһын.

Ҡатыны Гөлнара, улы Вадим, ҡыҙы Лиана, ейәндәре, туғандары.

Автор:Лариса Михалькова