Бөтә яңылыҡтар
Иҫкә алайыҡ
21 Февраль 2022, 15:55

Иҫкә алайыҡ

19 февралдә, яратҡан ҡатыным, әсәйебеҙ, туғаныбыҙ Зарипова Альбина Аданис ҡыҙының беҙҙең аранан китеүенә бер йыл тулды.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул изге күңелле, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кеше ине, һәр кем менән уртаҡ тел таба белде. Ихлас булды, туғандары өсөн өҙөлөп торҙо. Эшендә уны яраттылар, хөрмәт иттеләр, намыҫлы эшләне. Уның беҙҙең аранан китеүен кисереү бик ауыр. Урыны мәңге ожмахта, йәне йәннәттә, ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты һәм нурлы булһын. Ҡәҙерле кешебеҙҙе белгәндәр беҙҙең менән бергә уны йылы һүҙҙәр һәм яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алһын ине.
Әрнеү-һағыш беҙҙең йөрәктәрҙә,
Ҡанлы йәштәр тама күҙҙәрҙән.
Бер мөғжизә булып эргәбеҙгә
Ҡайтырһың, тип өмөт итәбеҙ.
Ире, балалары, туғандары.

Автор:Лариса Михалькова