Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫкә алайыҡ
19 Октябрь 2021, 16:00

Иҫкә алайыҡ

19 октябрҙә ҡәҙерле ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ Озорнина Раисья Борисовнаның фажиғәле һәләк булыуына бер йыл тула.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул беҙҙең өсөн иң яҡын, иң яратҡан ҡатын, яғымлы һәм хәстәрлекле әсәй-өләсәй булды. Уның беҙҙең аранан ҡапыл китеп барыуы күңелдәрҙә уңалмаҫ яра ҡалдырҙы. Бер мәлгә генә уны кире ҡайтарып, әйтеп өлгөрмәгән һүҙҙәрҙе әйтеп ҡалырға, ҡосоп-ҡосаҡлап иркәләнеп, наҙланып ҡалырға ине. Ҡулдарынан тотоп, һыйынып ултырып, донъя хәбәрҙәре хаҡында һөйләшәһе ине.
Ғаиләбеҙгә килгән ауыр юғалтыу ҡайғыһын һөйләп бөтөрөрлөк тә түгел.
Әсәй, беҙ һине мәңге яратасаҡбыҙ.
Озорнина Раисья Борисовнаны белгәндәрҙең беҙҙең менән бергә иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупрағы еңел, урыны мәңгелек йәннәт түрендә булһын.
Ире, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ
Автор:Наталья  Русинова