-5 °С
Ҡар
Тормош ҡырҡа бер мәлдә үҙгәрҙе һәм төҙәтерлек мөмкинселек юҡ ине. Ул әҙәпле булды, хеҙмәттәштәре, таныштары хөрмәт итте. Изге күңелле, асыҡ сырайлы, көсө, дәрте ташып торған кеше ине, беҙҙең хәтерҙә ул мәңге ошолай һаҡланыр.
Әрнеү-һағыш беҙҙең йөрәктәрҙә,
Ҡанлы йәштәр тама күҙҙәрҙән.
Бер мөғжизә булып эргәбеҙгә
Ҡайтырһың, тип өмөт итәбеҙ.
Мәңге йәшәрһең һин, ҡәҙерлебеҙ,
Иң түрендә беҙҙең йөрәктең.
Доғаларыбыҙ булһын юлдаш һиңә,
Фәрештәләр булһын түреңдә.
Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр ошо көндө беҙҙең менән бергә иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Әжекәй ауылынан әсәһе, һеңлеһе, ҡатыны, ҡыҙы, улы.