-5 °С
Ҡар
Яҡын кешебеҙҙең мәңгелеккә китеүен кисереүе ауыр. Был ҙур ҡайғы. Ул яратҡан ҡатын һәм әсәй, беҙҙең таяныс, ышаныслы тормош иптәше булды. Ул аҡыллы, һәр ваҡыт оптимист, аңлай белгән, хәстәрлекле ине, туғандары һәм яҡындарының тормошона битараф булманы.
Ниңә көтмәгәндә китеп барҙың,
Унда барып була һуңлап та.
Барып була, әммә ҡайтып булмай
Бөтөнләйгә түгел, һорап та...
Уның тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Яратабыҙ. Һағынабыҙ. Татьяна Павловнаны белгәндәрҙе беҙҙең менән иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Ире, ҡыҙы, кейәүе, туғандары.