Бөтә яңылыҡтар
Иҫкә алайыҡ
2 Июнь 2021, 12:10

Иҫкә алайыҡ

2 июндә ҡәҙерле һәм яратҡан улым, туғаныбыҙ, атайыбыҙ Әхмәтйәнов Илшат Ришат улының арабыҙҙан китеүенә бер йыл була.

Ул ҡапыл ғына яҡты донъяларҙы ҡалдырып китеп барҙы, беҙ әле лә уның юҡлығына ышанып етә алмайбыҙ. Уға ни бары 33 йәш кенә ине. Илшат изге күңелле, аҡыллы булды, һәр ваҡыт ярҙамға килде, башҡа кешеләрҙең ҡайғыһына битараф ҡалманы. Яҡты киләсәк хаҡында хыялланды, өмөт тулы пландар ҡорҙо. Әммә яҙмыш уның юлын үҙенсә борҙо. Ҡәҙерлебеҙҙе уйламаған, иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ. Уны белгәндәрҙең беҙҙең менән бергә иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Гөлдәргә тиңләйбеҙ, улым, һине,
Өҙөлөп төштө гөлөм һабаҡтан.
Ауыр ҡәбер ташы баҫты уны,
Баш күтәрмәҫ гөлөм ҡабаттан.
Нимә ауыр тип һораһалар,
Уҙған саҡта ошо ғүмерҙе.
Яуап бирәм: ауырҙан да ауыр
Юғалтыуы ғәзиз кешеңде.
Был донъяға кире ҡайтмаһаң да
Яныбыҙҙа кеүек тоябыҙ.
Был тиклем дә әсе һағыштарға
Йөрәгебеҙ нисек түҙәлер?
Ата-әсәһе, ағаһы, балалары (Оло Ыҡтамаҡ ауылы).