Мәсетле тормошо
+12 °С
Облачно

Мәсетле районында тағы бер модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы әүҙем яңыртыла. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала йәшәүселәрҙең 63,5 проценты яңы йәиһә ремонтланған поликлиникаларҙа, амбулаторияларҙа һәм фельдшер-акушер пункттарында медицина ярҙамы ала.

Мәсетле районында  тағы бер модулле фельдшер-акушер пункты төҙөләМәсетле районында  тағы бер модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлә
Мәсетле районында тағы бер модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлә

2019 йылдан республикала 635 фельдшер-акушер пункты һәм табип амбулаторияһы төҙөлгән, ә уҙған йылда – алты яңы поликлиника һәм 137 модулле фельдшер пункты.
– Хәҙер фельдшер-акушер пункттарының һәр өсөнсөһө яңы, шул уҡ ваҡытта уларҙың барыһы ла тиерлек интернетҡа сығыу мөмкинлегенә эйә. Ауыл медицинаһының бөтә ландшафтын тулыһынса тиерлек яңырттыҡ, уны заманса, һанлы иттек, – тип һөйләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта.
Быйыл “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проекты һәм федераль яңыртыу программаһы нигеҙендә Октябрьскийҙа 1-се ҡала дауаханаһының балалар стационарына һәм Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы стационарына капиталь ремонт үткәрелә, Өфөлә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Мәсетле һәм Баймаҡ райондарында һигеҙ яңы модулле фельдшер-акушер пункты ҡуйыла, 100 берәмек медицина ҡорамалы, шул иҫәптән ете ауыр рентгенограф, атап әйткәндә, Бәләбәй һәм Мәләүез дауаханалары өсөн ике маммограф, өс рентген ҡоролмаһы һәм ике компьютер томографы һатып алына.
Был маҡсатҡа республика 1,4 миллиард һум йәлеп итте, шуның 1 миллиардҡа яҡыны – федераль аҡса. Шунлыҡтан заманса медицина учреждениеларында ярҙам алыусылар арта ғына барасаҡ.
Поликлиникалар һәм фельдшер-акушер пункттары – ул һаулыҡ һаҡлау системаһының нигеҙе, сөнки пациенттың юлы тап уларҙан башлана. Һәр кеше өсөн медицина ярҙамының сифаты һәм асыҡлығы туранан-тура табиптарҙың, фельдшерҙарҙың һәм санитарҙарҙың һөнәри оҫталығына бәйле.
Бөгөн хәл үҙгәрә: иҫке пункттарға алмашҡа заманса, уңайлы һәм яҡшы йыһазландырылған модулле фельдшер-акушер пункттары килә. Мәҫәлән, Мәсетле районында һигеҙ ауылда фельдшер-акушер пункттары өсөн яңы эш шарттары булдырыл-ған да инде.
Быйыл Яңы Яуыш ауылында модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлә.
– Яңы бинаның барлыҡҡа килеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – ти Яңы Яуыш ауылы фельдшеры Анфиса Миндиәрова. – Әле мин ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан бүлмәлә эшләйем, унда һыу үткәргес һәм канализация юҡ. Бина үҙәк йылылыҡ менән тәьмин итеү ҡаҙанлығы аша йылытыла, яҙ уны һүндерәләр, пунктта һалҡын булып китә. Заманса бинала пациенттарға ла уңайлы, эш шарттары ла яҡшыраҡ буласаҡ.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ауылда Анфиса Вәрис ҡыҙы ҡарамағында 450 кеше иҫәпләнә. Уның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә стажы – 40 йыл самаһы, шуның 19 йылын фельдшер булып эшләй. Хеҙмәте үҙәк район дауаханаһының, район хакимиәтенең рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән билдәләнгән.
Беҙҙең хәбәрсе.

Автор: