Мәсетле тормошо
+15 °С
Облачно

Оло баһалауға лайыҡ шәхес

Аҡыл эйәһе, шағир Рәшит Әхтәри исемендәге премия талантлы яҡташтарыбыҙға бирелә. Был традицияны дауам итергә кәрәк.

Оло баһалауға лайыҡ шәхесОло баһалауға лайыҡ шәхес
Оло баһалауға лайыҡ шәхес

Уйлап ҡараһаң, Юнысов кеүек рәссамдар, Сәлимова һәм Ғәлиәкбәров кеүек данлы баянсылар беҙҙә нисәү һуң? Берәү-икәү, йә бөтөнләй юҡ. Ундай таланттар йыл һайын тыуып тормай.
Сәғәттәр буйы ауыр музыка ҡоралын күтәреп йылмайып ҡына бейеүсене бейетерлек, йырсыны йырлатырлыҡ итеп уйнап тороу музыкаға, сәнғәткә ғашиҡ фанаттарҙың ғына ҡулынан килерлек хәл. Тамашасыға күпме илһам көсө бирә, шатлыҡ өләшә, бәхетле минуттар бүләк итә ул музыкант! Сәнғәт кешеһенә рухи байлыҡ мөһим, ә премияның матди яғы түгел!
Йонос ауылы биләмәһендә йәшәүсе сәнғәт һөйөүселәр Энгельс Дарвин улын Рәшит Әхтәри премияһына күптән хаҡлы, тип иҫәпләй, сөнки ул етмеш төрлө һөнәргә эйә бай хазинабыҙ – торғаны бер самородок. Киң диапазонлы мәшһүр “Урал”ды йырлауы ғына ни тора! Һабантуй, башҡорт ҡоролтайы, йыйындарҙың ҡото һәм йәме – ялҡынлы һүҙ оҫтаһы. Сағыу конкурстар лауреаты, дипломанты булараҡ районыбыҙ данын республикаға таратты. Энгельс Ғәлиәкбәров тыуған еренең патриоты, халҡыбыҙ яҙмышы, теле өсөн янып йәшәй.
Милли колоритты бөтә нескәлектәре менән аңлаған, милләт йөҙөн балҡытып торған, артынан сәнғәт һөйөүселәрҙе эйәрткән оҫта ойоштороусы, юғары аң кимәлле, күркәм әхлаҡи сифаттарға эйә ир уҙаманы.
Талапсан уҡытыусы һәләтле балалар менән шәхси эшләргә ваҡыты һәм көсө менән иҫәпләшеп тормай. Бынан тыш, Энгельс Дарвин улы – өлгөлө ғаилә башлығы, арҡа терәрлек атай.
Ауыл коллективтары район үҙәгендә үткән конкурстарға музыкантһыҙ килгән саҡтарҙа, аккомпаниатор Ғәлиәкбәров һәр саҡ ихлас ярҙамға килә. Ул уйнаған музыка йырҙың бәҫен арттыра, йөрәккә үтеп инә.
Данлыҡлы яҡташыбыҙға сәләмәтлек, ижади үрҙәр юлдаш булһын. Беҙ Энгельс Ғәлиәкбәров ысын мәғәнәһендә Рәшит Әхтәри премияһына лайыҡ тип иҫәпләйбеҙ.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА.

Автор: