Бөтә яңылыҡтар

“Ул беҙҙе үҙ өлгөһөндә йәшәргә өйрәтте”

Башҡортостанда 2021 йылдың 1 мартында “Атайсал” проекты старт алды. Был башланғыс яҡташтарыбыҙға тыуған яғын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә мөмкинлек биргән уникаль система булып тора. Проект идеяһын республика Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә Ишембай районындағы үҙенең тыуған Һайран ауылына эш сәфәре барышында тәҡдим иткәйне.

“Ул беҙҙе үҙ өлгөһөндә йәшәргә өйрәтте”
“Ул беҙҙе үҙ өлгөһөндә йәшәргә өйрәтте”

Проекттың киң аудиторияны яулауы һоҡландыра: унда 7500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, дөйөм 1 млрд 750 млн һумдан ашыу суммаға 31 меңдән ашыу төрлө проектты ғәмәлгә ашырғандар. Уңайлы булһын өсөн проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуын, эш барышын һәм муниципалитеттарҙың әүҙемлеген күҙәтеп барырға мөмкинлек биргән махсус сайт асылған. Ресурста шулай уҡ тыуған яғына ярҙам итеүҙәре хаҡында һөйләргә теләгән меценаттарҙың фотолары баҫыла.
Проект беҙҙең Мәсетле районында ла уңышлы тормошҡа ашырыла, унда 227 башланғыс аҙағына еткерелгән, тағы ла берәүһе әле үтәлә. Был проектҡа тренер, бағыусы, имам һәм Һабанаҡ ауылы старостаһы Айнур Зәбихуллин айырыуса ҙур өлөш индерҙе. Уның иҫәбендә – 68 проект. Радий Хәбиров Айнур Айрат улына проектҡа ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. Уҙған йылда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әүҙем яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Әммә ул башлаған эште ҡатыны Ольга Зәбихуллина дауам итә.
– Ирем был проектҡа көсөн генә түгел, ә бар күңелен һалды. Ул үҙен был эшкә тулыһынса бағышланы. “Аиша” хәйриә йортоноң (Айнур Айрат улының ҡаҙанышы) эшмәкәрлеге дауам ителеүе уның өсөн бик мөһим ине. Был уның ғүмерлек эше булды. Ул изгелек, эскерһеҙлек, ирекмәнлек һәм бушлай ярҙам кеүек күркәм сифаттарҙы үҙ өлгөһөндә күрһәтте. Тап шуға күрә бөгөн, уның вафатынан һуң, минең төп бурысым – уның мираҫын һаҡлау. Ирем хаҡында иҫтәлек беҙҙең һәр көнөбөҙҙә, тормошҡа ашырған һәр эштә йәшәй. Беҙ ул башлаған бөтә йөкләмәләрҙе, шул иҫәптән етемдәр өсөн приютҡа, ирекмәндәр һәм илһөйәрҙәр тәрбиәләү менән шөғөлләнгән йәмәғәт ойошмаларына ярҙамды үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ, шул иҫәптән йәштәрҙең башланғыстарын, “Беренселәр хәрәкәте” эшмәкәрлегенең байтаҡ йүнәлештәрен хәстәрләйбеҙ. Был эштә миңә “Беренселәр хәрәкәте”нең урындағы бүлексәһе баш белгесе Миләүшә Ғибәҙуллина, “Наил хажи” мәсете имамы Азамат Вәлиев һәм лицейҙың 10-сы класында уҡыған өлкән ҡыҙым Айша ярҙам итә. Билдәле йәшәү урыны булмағандар менән эшләү йүнәлешен бер аҙ үҙгәрттек: хәҙер уларға ғына түгел, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ла ярҙам итәбеҙ, – тип һөйләй Ольга Зәбихуллина. – Киләсәктә мөмкин тиклем күберәк ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн “Аиша” хәйриә йортоноң мөмкинлектәрен киңәйтеү, һәм, әлбиттә, Айнур хаҡында иҫтәлек халыҡтың йөрәгендә ҡалһын өсөн барыһын да эшләү күҙаллана.
Күптән түгел хәйриә йортоноң эшмәкәрлеге сиктәрендә ирекмәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһенә тәҙрәләрҙе алмаштырырға ярҙам итте, балалар йортона техниканы ремонтлауҙа ярҙам күрһәтте, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаһын даими йыя. Бынан тыш, “Аиша”ға Өфөнән инвалид коляскаһы тапшырылды. Уны МХО-ла ҡатнашыусының оҙаҡ ваҡыт дауаланған һәм йыш ҡына дауаханаларға йөрөгән өләсәһенә тапшырҙылар. Бындай үтенестәр Ольга Зәбихуллинаға даими килә, ә ул, үҙ сиратында, бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша.
2025 йылда ул башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.


Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: