“Гөлфиғә Мөхәрәм ҡыҙы Мусеибова 10 йылдан ашыу “Йәйғор” балалар баҡсаһында эшләй: оҙаҡ йылдар тәрбиәсе ярҙамсыһы була, бөгөн – кер йыуыу буйынса машинист.
Гөлфиғә Мөхәрәм ҡыҙы – өс ул һәм ике ҡыҙ әсәһе. Үҙенең өлгөһөндә ул балаларында Тыуған илгә һөйөү, Ватан алдында яуаплылыҡ, сыҙамлыҡ кеүек иң мөһим сифаттар тәрбиәләй. Улдары Линар менән Азат бәләкәйҙән ысын характерға эйә. Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған егеттәр М. Ғ. Ғәниев исемендәге Бакал профессиональ технологиялар һәм сервис техникумында автомеханик һөнәренә эйә була.
Уларҙың һәр береһе үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәй. Линар мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт үткән ваҡытта Рәсәй Федерацияһының дәүләт сиген һаҡлау өсөн Брянск өлкәһенә ебәрелә. Йәш яугир курсын үткән яҡташыбыҙ намыҫлы хеҙмәт итте һәм “Хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Ағаһы армиянан ҡайтыуға 10 көн тулыуға Азат хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ул танкист булып хеҙмәт итте, бер туған ағаһы кеүек Брянск өлкәһенә тәғәйенләнеп, Ватан сиген һаҡланы. “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалына лайыҡ булды.
– Өлкән улым махсус хәрби операция зонаһына яҡын Брянск өлкәһенә киткәс, бик ҡайғырҙым, – ти әсә. – Әммә ул мине, барыһы ла яҡшы, тип тынысландырҙы. Улдарымдың көслө рухлы булыуҙары, лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәре менән ғорурланам.
Гөлфиғә Мөхәрәм ҡыҙының ғаиләһе герой улдары менән генә сикләнмәй. Уның ҡыҙы Руслана хәҙер “Банк эше” белгеслеге буйынса беренсе курста уҡый, Алмас – 7-се, ә Русалина – 5-се класс уҡыусылары. Бөтә балалар ҙа әсәһенә хужалыҡ эштәрен алып барырға ярҙам итә һәм уны үҙҙәренең уңыштары, ҡаҙаныштары менән ҡыуандыра.
Гөлфиғә Мөхәрәм ҡыҙының сыҙамлығы ысын мәғәнәһендә хөрмәткә лайыҡ – ул 2025 йылдың февралендә Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөгән иренән бер хәбәрһеҙ күп айҙарҙы оло сабырлыҡ менән үткәрә.
Хөрмәтле Гөлфиғә Мөхәрәм ҡыҙы! Ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләгәнегеҙ, балалар үҫтергәндә аҡыл, сабырлыҡ күрһәткәнегеҙ һәм рух көсө өсөн Һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм. Ғаиләгеҙҙең хөрмәтен, күңел йылыһын тойоп йәшәргә яҙһын!” – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин.