Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
9 Октябрь 2023, 10:00

Бәшмәк йыям тип үҙен һәләк итә яҙған

Ҡотҡарыусылар тапҡан саҡта ул хәлһеҙ ятҡан булған

Бәшмәк йыям тип үҙен һәләк итә яҙған
Бәшмәк йыям тип үҙен һәләк итә яҙған

7 октябрҙә киске сәғәт 9-ҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына ир кеше шылтыратып, 1951 йылғы атаһының көндөҙгө сәғәт 11-ҙә бәшмәккә сығып китеүе һәм ҡайтмауы тураһында хәбәр итә.

Шишмә районының Лентовка ауылы эргәһендә тиҙ-арала эҙләү-ҡотҡарыу эштәре ойошторола.

Биш ҡотҡарыусы квадрациклда урмандағы билдәләнгән квадрата эҙләргә йүнәлә. Өс сәғәт дауам иткән ҡотҡарыу сараһы уңышлы тамамлана - бәшмәксене табалар. 

Бәшмәксе ир ауылдан алты саҡрым алыҫлыҡта хәлһеҙ ятҡан була. Ул йоҡлап, өшөй башлаған. Ҡотҡарыусылар уға ярҙам күрһәтә һәм иҫән-һау өйөнә алып баралар. 

Әгәр ҡотҡарыусылар ваҡытында ярҙамға килмәһә, ир өсөн бәшмәк йыйыу күңелһеҙ тамамланыуы ла ихтимал ине. 

Урманға сыҡҡан саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәгеҙ. Ашарға һәм һыу алығыҙ, сағыу төҫтәге кейем кейегеҙ. Телефонығыҙҙың батареялары тулы көс йыйылған булһын. Шырпы, фонарик һәм һыҙғыртҡыс алығыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы. 

Автор:Рәмилә Мусина
 
Бәшмәк йыям тип үҙен һәләк итә яҙған
Бәшмәк йыям тип үҙен һәләк итә яҙған
Бәшмәк йыям тип үҙен һәләк итә яҙған
Бәшмәк йыям тип үҙен һәләк итә яҙған
Автор: