Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
31 Июль 2023, 10:30

Тормошҡа йәм биреп

Ғаилә – ул көс туплаусыНур йомғаҡ. (Р. Әхтәри). 16 июлдә Тайыш ауылында Фәрдиә һәм Рәсүл Әбүбәкировтарҙың иманлы нурлы йорттарында ике байрам билдәләнде. Бергә йәшәүҙәренә 35 йыл булһа, Фәрдиә Мәғәриф ҡыҙының ике бишле юбилейы уңайынан “Ауылдаштар” чатында, “Бәйләнештә” селтәрендә хәтһеҙ оҙон яҡшы теләктәр, ҡотлауҙар яуҙы. Шулай булмай һуң! Әлдә үҙебеҙҙең Рәсүлебеҙ менән Фәрдиәбеҙ бар донъяла! Шулай халыҡҡа изгелек ҡылыр, шатлыҡ өләшер өсөн бер-береһенә тап килгәндәр бит. Халыҡҡа хеҙмәт итеү юлында үҙҙәрен аямай торған илаһи заттар.

Тормошҡа йәм биреп
Тормошҡа йәм биреп

Иң тәүҙә помидор, ҡыяр, еләк уларҙа өлгөрә. Биҙрә-биҙрәһе менән ауылдаштарын һыйлап йәм таба Әбүбәкировтар. Иң гүзәл, декоратив үҫемлектәре, сәскәләре менән ҡыуандыралар. Йылы һүҙле, алсаҡтар. Ике яҡтан да туғандар-ҙың, дуҫ-иштәрҙең йыйылыу урыны – күркәм йорттары. Килгән ҡунаҡтарға – һый-хөрмәт. Аш-һыу, өҫтәл сервизлау оҫтаһы ла.
– Фәрдиә Тайыш мәктәбендә эшләгәндә, дәресем бөттө, хәҙер – өйгә, тимәне. Ауылда туйҙар, саралар, өмәләр, байрамдар йөкмәткеле, иҫтәлекле булһын өсөн бар тырышлығын һалды. Мин дә сценарий яҙам да, кәңәшкә уға йүгерәм. Өҫтәп ебәрә, яңы идеялар тыуа. Бер мин түгел, бар халыҡ унан кәңәш һорай. Ҡайғылыны йыуатыу сараһын таба, шатлыҡтарҙы арттыра белә. Ялға туҡтағас, төҙөлә башлаған мәсетте асыу тантанаһын тиҙләтеүгә бар ауыл халҡын дәртләндерҙе. Әле мәсетте ул аса, яба, Рамаҙан айында район күләмендә ифтар мәжлесе яҡшы әҙерлектә үтте. Мәсет эргәһендә ағастар, сәскәләр үҫтереү өмәләрен дә ойоштора. 10 йылдан артыҡ ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй, райондың ағинәйҙәре ойошторған барлыҡ сараларҙа ҡатнашабыҙ. Шундай эскерһеҙ кешелекле әхирәтем булыуына ҡыуанып йәшәйем, – ти мәҙәниәт хеҙмәткәре Миләүшә Мостафина.
Фәрдиә Мәғәриф ҡыҙы – БР-ҙың мәғариф отличнигы, 35 йыл биология һәм химия дәрестәрен алып барҙы. Күп яҡлы талант эйәһе, исеме районға билдәле дан уҡытыусы һәм оҫта ойоштороусы. Балаларға, кешеләргә берҙәй яғымлы һәм иғтибарлы. Ғәжәп кешелекле, пак күңелле – милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләүсе эшсән ҡатын. Еңел булмаған фәнен аңлайышлы алдынғы методик алымдар менән еткерә. Белем менән бергә ер эшенә һөйөү, сабырлыҡ тәрбиәләй. Балаларҙың эшен яҡшы ойоштороп, теплицала, мәктәп баҡсаһында йәшелсә, емеш-еләктән мул уңыш алыуға ирешәләр. Фәрдиә апаның тырышлығы, уҡыусыларҙың ныҡышмалы хеҙмәте һөҙөмтәһендә мәктәп йәйгеһен сәскәләргә күмелә. Белем йорто ожмах баҡсаһылай үҙенә тартып тора.
Йонос мәктәбендә директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһында уның педагогик һәләттәре тағы ла сағыуыраҡ балҡып китте. Осрашыу кисәләре, Белем көнө һәм Һуңғы ҡыңғырау, 9 Май кеүек күп байрамдарҙы ҙур оҫталыҡ менән үткәрә белә. Һәр сараны үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ итеп уҙғара. Ижади фантазияһы бай рухлы булыуынан, тәбиғәтенән. Мәктәп фойеһын балалар менән бергә зауыҡлы итеп биҙәүҙе ойоштора. Шул матурлыҡ барыһының да байрам кәйефен күтәреп ебәрә. Фәрдиә Мәғәриф ҡыҙының тылсымлы ҡулдары ҡағылғаны күренеп тора. Кисәлә залдағыларҙың йөрәк түренә инерлек йылы һүҙҙәре менән хеҙмәт кешеләренең күңелен үҫтерә.
2020 уҡыу йылында мәктәп коллективы уны профком ойошмаһы етәксеһе итеп бер тауыштан һайлап ҡуйҙы. Һәр эшкә әҙер ҡатын һис тә аптырап ҡала торғандарҙан түгел. Хеҙмәттәштәренең ялын иҫтәлекле итеп үткәреү, хеҙмәт ветерандарына шатлыҡ өләшеү, бәхетле минуттар бүләк итеү, ауыр хәлгә тарығандарҙы яңғыҙ ҡалдырмау өсөн ҡулынан килгәндең барыһын эшләй. Тайыш, Йонос ауылы сәхнәләрендә һоҡланғыс конферансье. Күп саралар үткәреп, ауылдаштарының хөрмәтен яулаған.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте: эшен баһалаған ҡотлауҙар тулы портфолио. Бына бер нисәһе: “Йыл уҡытыусыһы-2016” конкурсы призеры. “Ғаилә йылы-2018” конкурсы дипломанттары. “БР-ҙың профсоюз лидеры-2019” конкурсы еңеүсеһе. Ҡатын-ҡыҙҙар советынан почет грамоталары. Уңышлы үткәргән асыҡ дәрестәр өсөн маҡтау ҡағыҙҙары. “Доброе сердце” уҡыусыларҙың мохтаждарға ярҙам эше конкурсында уҡыусылары ла, үҙе лә – еңеүселәр, 1-се дәрәжә дипломдар. Барлығы 33 Почет грамотаһы бар.
Наҙлы әсәй һәм өләсәй, уңған хужабикәнең йорто әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Йәйен сәскәләре таң ҡалдыра өлгөлө ғаиләнең. Улы, ҡыҙы үҙ йорттарында матур донъя көтә. Өләсәй менән олатай йортонда бәләкәстәргә лә хөрриәт. Хеҙмәткә өйрәнәләр. Һүрәттәрендә хыял итәләр, аппликация, пластилин менән эшләргә өйрәнәләр, тәбиғәткә сәйәхәт итеп, серле донъя менән танышалар. Ә өй түрен оло йәштәге инәй биҙәй, доғалары, яҡшы теләктәре ыңғай энергия тарата.
Ауылда староста эшен алып барған тормош иптәше Рәсүл кесе йәшенән крәҫтиән эшен яратты. Колхоз таралғас, йөрьәт итеп үҙ ауылында эшен дауам итте. Кемдер миллиондар биреп ярҙам иткән, тип уйламағыҙ тағы. Юҡ, барыһы ла – ҡара тир тамыҙып эшләү, тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе. Булғанына шөкөр итеп, халыҡ менән бүлешеп, ауыл тормошон байрамдар, яҡшы эштәр менән биҙәп йәшәй белә был дан ғаилә. Бергә тапҡан ишләнә лә ҡушлана. Сәләмәтлек, эш бәхете, бер-беребеҙгә ҡәҙер-хөрмәт насип булһын.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,
Йонос ауылы.

* * *

Тәбиғәт төрлө төҫтәргә төрөнгән йылдың иң матур миҙгеле ул – йәй. Тап шул йәмле йәйҙең июль айында Тайыш ауылында йәшәүсе хөрмәтле коллегабыҙ – Ҡариҙел ҡыҙы ФӘРДИӘ МӘҒӘРИФ ҡыҙы ӘБҮБӘКИРОВА 55 йыл элек донъяға килгән. Бар тәбиғәт хуш еҫ бөрккән, нәфис сәскәләргә күмелгән ваҡытта тыуғанғамы икән, ул эш урынында ла, өйҙә лә матурлыҡ тыу-ҙырыусы, булдырыусы ҡатын-ҡыҙ, мөғәлимә. Быйылғы Педагог һәм остаз йылы һәм дә күркәм юбилейы уңайынан беҙ, коллегалары, уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Әлегеләй уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, ярҙамсыл өләсәй булып изгелектәр күреп кенә йәшәргә яҙһын.
55 йәш күп тә, аҙ ҙа түгел,
Күңелегеҙ һис тә төшмәһен,
Һеҙгә насип булған бәхет, шатлыҡ,
Яҡты көндәр мәңге үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән Йонос мәктәбе коллективы.

Автор: