Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Июль 2023, 15:40

Беҙҙең Гүзәл шундай

Илебеҙ уҡытыусыларына хөрмәт йөҙөнән Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан быйылғы йыл Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Мәсетле районы күп йылдар балаларға белем биргән лайыҡлы уҡытыусыларға бай. Улар тыуған төйәгендә генә түгел, унан ситтә лә намыҫлы хеҙмәт итә.

Беҙҙең Гүзәл шундай
Беҙҙең Гүзәл шундай

Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Лотфуллина Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатында ун дүрт йыл инде йәшлек дәрте менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәтенән белем бирә. Уның хеҙмәт уңыштары – беҙгә ҡыуаныс. 2017 йыл – “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының мәктәп этабында Гран-при яуланы. 2020 йылда – “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы”, Бөтә Рәсәй ситтән тороп конкурсында “Иң яҡшы эссе”, “Иң яҡшы сайт” номинацияһында призер. 2021 йылда – мәктәп этабы конкурсы лауреаты. 2020 йылда БДУ-ла үткән республика конкурсында федераль дәүләт белем биреү учреждениеһынан махсус призға лайыҡ булды. 2018 йылда – БР-ҙың Мәғариф министрлығынан Рәхмәт хаты алды.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 14 июлендәге 28е һанында уҡығыҙ.

Автор: