Бөтә яңылыҡтар

Маҡтаулы замандашыбыҙ

Ирмен тигән ир-егеттәрЭштә уңған булалар.Тирә-яҡты һоҡландырып,Күркәм ғаилә ҡоралар.

Маҡтаулы замандашыбыҙ
Маҡтаулы замандашыбыҙ

Һүҙем Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе ошондай өлгөлө ғаиләләрҙең береһе хаҡында. Заман һулышын тойоп йәшәүсе ғаиләләрҙең береһе ул Рәзифә Фәхретдин ҡыҙы һәм Фәрүәз Сәрүәр улы Ғәлләмовтар. Улар 1978 йылда өйләнешеп, 45 йыл тормоштоң һикәлтәле юлдарынан бер-береһенә терәк, кәрәк булып, ҡулға-ҡул тотоношоп атлайҙар. Өс балаға – Зәлифә, Флүзә, Робертҡа ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә уларға.
Күп балалы ғаиләлә кескенәнән хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә Фәрүәз Сәрүәр улы. Һигеҙенсе синыфты тамамлау менән “БАССР-ҙың 50 йыллығы” исемен йөрөткән тыуған колхозында малсы булып хеҙмәт юлын башлай. 1975 – 1977 йылдарҙа, Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп, Пенза өлкәһендә төҙөүселәр батальонында хеҙмәт итә. Намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн егет маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.
Уңғанлыҡ, тырышлыҡ кеүек сифаттар уға әсәһенән күсһә, бөхтәлек, теүәллек кеүек сифаттарҙы атаһынан күреп үҫә Фәрүәз. Төрлө өлкәләрҙә етәксе вазифаларҙа эшләгән, юғары интеллектлы атаһына юҡҡа ғына замандаштары “министр” ҡушаматы бирмәгәндәрҙер. Үҙенең остазы, атаһы Сәрүәр Ғәни улынан үрнәк алып төҙөүсе һөнәрен үҙ итә. Армия хеҙмәтенән һуң тыуған ауылында, колхоздың тимерселегендә ең һыҙғанып эшкә тотона. Күрше Яуыш ауылы һылыуына өйләнеп, ғаилә ҡора. Киске мәктәптә уҡып, урта белем ала. Егерме һигеҙ йыл буйы эшләү дәүерендә, тимерсе һөнәренең нескәлектәренә төшөнөп, үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә. Элек-электән тимерсе һөнәре ауылда иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе булып һаналған. Фәрүәз Сәрүәр улы тырышып эшләп, колхоздың, шәхси хужалыҡтарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ҙур хеҙмәт һала. Ауылдаштары һәм тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр араһында хөрмәт яулай.
Уҙған быуаттың ауыр 90-сы торғонлоҡ йылдарында ул әкренләп шәхси эшен аса. Ә инде 2000 йылдан, ныҡлап аяҡҡа баҫып, эшҡыуар булып китә. 2007 йылда үҙ магазинын асып ебәрә. 2008 йылдан башлап һигеҙ ауыл халҡының шәхси хужалыҡтарынан һөт тә йыйырға өлгөрә.
Әммә был эштәр уның өсөн күңел ҡәнәғәтлеге бирмәй. Һәр заман, һәр быуын кешеләре матурлыҡҡа ынтылып йәшәй. Заман башҡа – заң башҡа. Яҙыусы Федор Михайлович Достоевский яҙғанса, матурлыҡ донъяны һаҡлап ҡаласаҡ. Ул, тимер эшкәртеп, металдан нағышлап, тирә-яҡҡа йәм биреп тороусы ҡапҡалар, ҡоймалар, беседкалар һәм башҡа хужалыҡ кәрәк-яраҡтары етештереү эшенә тотона. Бригада туплай. Тирә-яҡ ауылдарҙан да заказдар күбәйә башлай. Һатыусы һөнәренә эйә булған тормош иптәше – Рәзифәһе уның һәр башланғысында, эшендә төп терәге була. Йүнселлек менән шөғөлләнеүсе ғаиләнең финанс эштәрен дә Рәзифә Фәхретдин ҡыҙы алып бара. Ауыр, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтарында ла уның төп терәге була. Килеп тыуған ауырлыҡ, ҡаршылыҡтарҙы тыныс ҡына, ҙурға ебәрмәй, яйлап үткәрә белә ул. Юҡҡа ғына халыҡ мәҡәле “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын”, – тигән фекер-ҙе әйтмәй.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 19 майҙың  20е һанында уҡығыҙ.

Автор: