Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
10 Апрель 2023, 15:00

Һөләймәндәр мәсет төҙөй

Мәсетле районы республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнаша.

Һөләймәндәр мәсет төҙөй
Һөләймәндәр мәсет төҙөй

Беҙ ысын күңелдән изгелек ҡылған кешеләр тураһында һөйләүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн “Атайсал” порталында Мәсетле районының иң мөһим проекттарының береһе – Һөләймән ауылында мәсет төҙөү.
Бина дүрт йыл элек төҙөлә башлаған. Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы был изге башланғысҡа икенсе һулыш бирҙе. Ауыл киләсәгенә битараф булмаған кешеләр ярҙамында 400 мең һум самаһы аҡса йыйылды.
– Элек ауылда мәсет булманы, – тип һөйләй ауыл имамы Рафинат Байрамов. – Миңә уны иҫке мәктәп бинаһында ойошторорға тәҡдим иттеләр, әммә ул яраҡһыҙ ине. Ул саҡта Альбина һәм Азат Ғариповтар яңы мәсет төҙөргә тәҡдим итте, нигеҙен һалыу өсөн цемент, брус бирҙе. Уны Әй урамында күтәрергә хәл иттек.
Мәсет һәр ваҡыт ауылдың рухи үҙәге булды. Шуға күрә яңы мәсет төҙөү мосолмандар өсөн ысын байрамға әүерелә. Был изге эшкә күптәр йәлеп ителгән: берәүҙәр – аҡса, икенселәр төҙөлөш материалдары менән ярҙам итә, өсөнсөләр ял көндәрендә бында эшләргә килә. Был изге эштән ситтә ҡалғандар бик аҙ.
Мәсетле районында һәм унан ситтә ошо ауылда тыуып үҫкән бик күп уңышлы кешеләр йәшәй. Улар атайсалына барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе хәл итергә күңел ҡушыуы буйынса ярҙамлаша. Һөләймән ауылы мәсетен төҙөүҙә Борис Ғөзәйеров ҙур ярҙам күрһәткән, ул – брус, ҡыйыҡты ябыу өсөн профтүшәмә, Азат Дусмөхәмәтов – ҡоймалап алыу өсөн төҙөлөш материалдары, бүлмә ишектәре, Рәүеф Сафин манараға ҡуйыу өсөн ярым ай һатып алған. Луиза Ғиниәтова (төҙөлөш материалдары) менән Айсыуаҡ Әхмәтов та (евротәҙрә һатып алырға ярҙам иткән) үҙ өлөшөн индергән.
Төҙөлөш эштәре менән Рәшиҙә һәм Айҙар, Раушан Ғариповтар, Юрис Фазылов, Марат Хажиев, Раян Ғөзәйеров, Рөстәм Ғәзизов, Наил Ҡадиров, Тулҡын Ғиниәтов ярҙам иткән.
Мәсеттәрҙе таҙартыу буйынса өмәләрҙе һәм сараларҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзалары ойошторған.
Әлеге ваҡытта төҙөлөш тамамланыу өҫтөндә. Бинаны көпләп, документтарҙы еренә еткереп эшләргә генә ҡалған. Тәүге сара был аҙнала уҡ үтте: мәсеттә ифтар үткәрҙеләр. Мәсетте рәсми рәүештә асыу һуңғараҡ планлаштырылған.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: