Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
4 Апрель 2023, 09:50

Үҙ халҡының ҡыҙы

Уҡытыусы һөнәре бер ваҡытта ла еңелдәрҙән булмаған: һәр педагог мәктәп тупһаһы аша үтеп ингән кескәй баланың киләсәге өсөн ҙур яуаплылыҡ тота. Дәрестәр планын төҙөү, дәфтәр тикшереү, йәмәғәт эштәре – былар беҙ, педагогик эшмәкәрлектән алыҫ кешеләр, күргән һәм белгән йөкләмәләрҙең бәләкәй бер өлөшө генә.

Үҙ халҡының ҡыҙы
Үҙ халҡының ҡыҙы

Хәҙерге заманда уҡытыусы барыһын да эшләргә һәм бөтә ерҙә өлгөрөргә тейеш. Мәсетле еренең тырыш ҡыҙы, Ғатауллиндар уҡытыу-сылар династияһы вәкиле Ләйсән Ильясова нәҡ ошо категорияға ҡарай. Уның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсында “Педагогик эшмәкәрлектә инновацион технологияларҙы ҡулланыу” номинацияһында еңеүе – быға асыҡ миҫал.
Кем һуң ул, Ләйсән Рафат ҡыҙы? Өфөнөң мәғариф идаралығы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында тауыш биргәндә күп кенә Мәсетле интернет-ҡулланыусыларын ошондай һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Бөгөн уларға һәм Ләйсән Рафат ҡыҙының көйәрмәндәренә ошо хаҡта һөйләп үтһәк дөрөҫ булыр, моғайын. Ә көйәрмәндәре күп булды уның: хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, Һөләймән, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ, Һабанаҡ ауылдары халҡы, Ләмәҙтамаҡ мәктәбе, Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, Йосоповтар, Ғатауллиндар, Йомағужиндар һәм башҡалар.
Ләйсән Рафат ҡыҙы – уҡытыусылар династияһының өсөнсө быуыны. Уның өләсәһе Вәриҙә Нуриәхмәт ҡыҙы Йосопова (Ғатауллина), К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, Әбдрәхим, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Әсәһе Розалия Разаҡ ҡыҙы Йомағужина ла – педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡорт педагогия институтын тамамлаған, Һөләймән, Ләмәҙтамаҡ мәктәптәрендә биология һәм химия дәрестәрен алып барған. Әлбиттә, һинең тормошоң ошондай һөнәр менән бәйле кешеләр янында һәм мауыҡтырғыс китаптар донъяһында уҙғанда, өҫтәүенә күп кенә туғандар был изге һөнәргә хеҙмәт иткәндә, икенсе юлдан китеү мөмкин түгелдер ул. Бына Ләйсән дә, Мәсәғүт республика лицей-интернатын тамамлағандан һуң, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһына уҡырға инергә ҡарар итә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 31 мартының  13е һанында уҡығыҙ.

Автор: