Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Февраль 2023, 09:35

Ринат Камал – Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы

Ике ай элек Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар союзының ХIХ съезы барышында республика яҙыусыларын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Дәүләт наградаларын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.Дыуан-Мәсетле ауылында тыуып үҫкән билдәле прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәшит Әхтәри исемендәге әҙәби премия лауреаты, бик күп романдар, повестар һәм хикәйәләр авторы Ринат Камалға “Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы” исеме бирелде.Ринат Камал (Ринат Камалов) 1954 йылдың 28 июнендә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Учалы һәм Мәсетле райондары мәктәптәрендә эшләй, “Китап” нәшриәтендә тәнҡит бүлеге мөдире, нәфис әҙәбиәт бүлеге мөхәррире була. Гәзит уҡыусылар иғтибарына яҡташыбыҙҙың романынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

Ринат Камал – Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы
Ринат Камал – Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы

Баныубикә
(романдан өҙөк)

Баныубикә уны тәүләп күрҙе...
1953 йылдың яҙ айы. Йырындағы күләүектәр гөрләй, ҡоштар һайрай, һабантурғай күк иңенең иң бейегенә менеп алған да йәшәү тантанаһы хаҡында йыр һуҙа. Ғәжәп. Бөтә ерҙә – яҙ йәме, тормош тантанаһы, күңел елкенә, ул яҙға, наҙға һыуһаған. Ҡайҙалыр тартып, әүрәтеп тик тора. Ә күктәр шундай бейек, шундай матур, ҡояш нурына күҙҙәр ҡамаша, йөрәк ҡайҙалыр ашҡына, ниҙелер көтә. Өмөт тигәнең дә шунда бергә ҡушылған. Әйтерһең, тормошта бөтәһе лә уң булыр, иң илаһи хыялдар йәһәт кенә бойомға ашыр.
Әлегәсә Баныубикәнең йәштәр уйынына сығырға уйы булманы, көнө эш, ваҡ мәшәҡәт менән үтте. Етмәһә, үҙен был ауылда ятыраҡ та һымаҡ тоя. Ят тыуған ауыл. Вәт әй, ғәзиз ер шулай ҙа сит-ят була икән! 1934 йылда атаһы Бәхтейәр уларҙы Өфө янындағы Орондоға күсерә.
Күңеле нескәрә, хәҙер тыуған илен яңынан асҡандай. Йәшлек бит, эйе, яҙ күҙгә кереп килә, күңелгә тула, алға, яҡтылыҡҡа әйҙәй. Йәш йөрәк был оло донъяны ҡосорға ашҡына.
Ҡыҙыҡай шунда уны тәүләп күрҙе.
Йәштәр кинонан һуң ултырғыстарҙы бер яҡҡа һырыҡтырып ҡуйған да түңәрәк майҙан яһаған. Әйҙә, егеттәр, ҡыҙҙар, бейергә! Һай, Мәғҙән йәштәре дәртле икән, ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә. Егеттәре ишкә ҡуш, ҡыҙҙары ла шуларға иш. Эй, дәртле, эй сәмле икән Мәғҙән йәштәре, бына ниндәй икән Баныубикәнең тыуған яҡтары!
Һәр ауылдағыса, бында ла “Наза”, “Һуҡыр тәкә”, “Ритайым” бейеүен башлаусы бар. Ул – Һибәтов. Һибәтов?.. Баныубикәнең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды: бәй, был Истах түгелме? Истах, нәҡ үҙе – ике күҙе! Аһ, үҙәге өҙөлә инде бисараның. Истах. Ул әллә Мәғҙәндә йөрөп ятамы?
Булһа була икән шундай оҡшашлыҡ: Һөләймәндәге теге Истахҡа һуйған да ҡаплаған. Бер йән, бер сырай. “Истах, Истах!” – тип ҡысҡырғыһы килде ҡыҙҙың. Ә Истах Һибәтов, ҡолға буй, елпелдәп бейеп йөрөй: өйөрә генә Мәғҙән ҡыҙҙарын. Бейеү майҙанында, Мәғҙән йәштәре ҡоронда: ҡыҙҙар бер яҡҡа теҙелгән, егеттәр – ҡаршы яҡҡа.
– Аҡ тирәк, күк тирәк!
– Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
– Беҙгә Фәтҡулла кәрәк!
– Фәтҡулла – шаянлыҡҡа мут мулла, алға!
Һибәтов өйөрә, Һибәтов бөтәһенә баш был уйында. Ә мөйөшкә һырыҡҡан ҡыҙҙар – Ғәйниә, Баныубикә уйынды күҙәтә.
– Ҡыҙҙар, башлайбыҙ!
Баныубикә донъяһын онотто. Берәүҙе генә күрҙе. Бисара, күҙ алмалары күсәренән ысҡыныр төҫлө…
Туҡта, был Истах түгел бит, был – Һибәтов.
Ҡыҙ тышҡа ашыға. Ай нурында күләүектәр ялтырай, серегән үлән еҫе аңҡый.
Аяҡ аҫты – һүл, күк йөҙөндә – йондоҙҙар.
…Баныубикә – Мәғҙән ҡыҙы. Ун биш йыл ситтә йәшәү уны ауылға ят иткән.
1949 йылда Бәхтейәрҙәр Мәғҙәнгә әйләнеп ҡайтҡанда ул еткән ҡыҙ ине.
Орондола урыҫ мәктәбендә уҡыны, урыҫ теленән шәп ине, физиканан ғына… Эх, шул физиканан дәүләт имтихандарын тапшыра алманы. Ул яугир ҡыҙ Фәриҙәнең һеңлеһе түгелме?
Һәр саҡ алдынғы булды, класта – беренсе… Кем матур ойоҡбаш бәйләй, кемдең ҡулы сигеүгә оҫта? Нимәгә тотонһа ла, ҡулы килешә, ирҙәр эшенә лә маһир Баныубикә. Орондола бер заман “председатель ҡыҙы” булып та йөрөп алды, ат һарайындағы аҫау айғырҙы атланып сығыр ине.
Үҙе сәмле, бик тә ғәрсел, тик был хаҡта берәү ҙә белмәй. Ҡыҙ үҙе генә белә.
Баныубикәләрҙең яңы ғына Орондонан ҡайтып төшкән сағы. Баныубикә ауылдан ун саҡрымдарҙа ятҡан Һөләймәндә бригада хисапсыһы булып йөрөй. Шунда күрҙе ул Истахты. Истах яңы ғына фронттан ҡайтҡан. Өйләнеп өлгөрмәгән, сырхау ҙа, тинеләр. Мәктәптә хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара. Ҡолға буйлы, ҡаҡса егет. Кәүҙәһен гел тура тоторға тырыша, тигеҙ баҫа. Бүтәндәрҙән әллә ни артыҡ ере лә юҡ, ләкин Баныубикә уны үҙ итте.
Иртән урамда осрашалар. Төшкөлә йә төштән һуң юлдары киҫешмәй.
Күрешмәйҙәр ҙә, сөнки бер-береһен белмәйҙәр. Уларҙы таныштырыусы юҡ. Тағы Баныу-бикә уның исем-атын, фронтовик икәнен белә. Истах һин дә мин егет. Яловый офицер итеге кейә, саҡ ҡына һылтыҡлабыраҡ атлай.
Текләберәк ҡараһаң, ҡарашы яҡты. Ошо күк йөҙөләй зәңгәр күҙҙәр, сырайы асыҡ. Ҡайһы ваҡыт йылмайған да кеүек, әммә асылып китмәй. Ә ҡыҙ шул асыҡ, бигүк мөләйем дә булмаған сырайҙы үҙ итә. Ул сырай әҙерәк атаһыныҡын да хәтерләтә.
Улар баҫыу станында танышты. Истах сәсеүселәр янына политинформатор булып килгән. Төшкө аш мәлендә әңгәмә ҡорҙо. Башта ул ил, донъя хәлдәре менән таныштырҙы. Телмәре тигеҙ, матур икән, сәсеүселәрҙе ауыҙына ҡаратты ла ҡуйҙы, үҫмерҙәр ҙә, фронттан ҡайтҡан ағайҙар ҙа тын да алмай тыңланы. Ҡыҙ уҡытыусы егеттең ябайлығына, тәбиғилегенә диҡҡәт итте, әйтерһең, һөйләгән һайын тегенең йөҙө алһыулана, йөрәге елкенә бара, ул үҙе лә факел шикелле дөрләй, тоҡана. Гүйә, ул – үҙе ялҡынлы телмәр, кешеләрҙе рухландырыусы, йәнгә сәм өҫтәүсе… Стан уртаһында бер үҙе ҡала, башҡалар инде юҡҡа сыға.
Ул майҙан тота, ул – бәйге батыры.
Политинформация өҙөлә, моң эйәһе тына. Сәсеүселәр ҙә, хисапсы ҡыҙ ҙа сихырланған. Кешеләр телгә килә, хатта шаулаша башлай, ә хисапсы ҡыҙ – һаман сихыр тотҡононда. Егет йылмая:
– Туғаным, әллә һеҙҙе уйға һалдыммы?
– Юҡ, Истах ағай, полит-информацияғыҙ шәп булды, рәхмәт.
Шулай танышты улар. Бынан һуң йыш осраштылар, хатта һөйләшеп тә торҙолар.
Белмәй, был әллә фронтовик егеттең уға өҫтән тороп ҡарауы ғына булдымы? Тағы улар мөнәсәбәтендә бер ниндәй ҙә иҫ-уш киткес әйбер булманы, шай.
Әммә бер мәл… Баныубикә киске уйынға сыҡҡайны, ҡайтыр юлда ике шәүлә юлын киҫте.
– Аа, беҙҙең хисапсы ҡыҙ!..
Лап-лоп итеп юл яңғыратҡан аяҡ тауышы ишетелде. Теге “тауыш” килеп етте лә ларҫ итеп берәүһенә типте.
– Баныубикә! – тип тауыш итте ҡотҡарыусы, ә ҡыҙ илай ине.
Теге төн ҡарасҡылары ҡасты. Улар оҙаҡ ҡына өнһөҙ торҙо.
– Истах!
…Ни ғилләлер был тормош тигәнең, барыбер төбөнә төшөп, тоҙ ҡойоп, бөтә сер сәбәптәрен асып бөтә алмаҫһың. Тағы хатта шул серле лә, ғибрәтле лә төндөң бәхете – мөхәббәт емеше шытманы. Ә Истах һалдат шунан һуң ҡапыл дауаханаға инеп китте. Уны башта район дауаханаһына, аҙаҡ Өфөгә хәрби госпиталгә оҙаттылар. Шунан һуң бәйләнештәре бөтөнләйгә өҙөлдө тиерлек.
* * *
Ҡотлоярҙар йорто умарта күселәй геүләне. Иртә таңдан Ҡотлояр ҡарт менән Аҡ Хәмиҙә әйберҙәрен барланы, кәрәк-яраҡтарын йүнәтте. Ҡотлояр Әсләм улына идара һарайынан ҡара айғырҙы егергә ҡушты.
Ҡарт, ныҡ бирешһә лә, елкенде, әллә нисә йәшкә йәшәргәндәй итте: был хәбәр бөтәһен дә ҡуҙғатты.
– Әтей, өйләнәм…
– Кемгә?
– Бәхтейәрҙең ҡыҙы Баныубикәгә инде, үҙең әйттең дә…
– Һинән дә бер йүнле һүҙ ишетер көн бар икән, – тип кенә әйтмәне ҡарт, бөрөшкән битенән ике бөртөк күҙ йәше тәгәрәне.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 22 февралдә 8-се һанында уҡығыҙ.

Автор: