Таһир Сәлихйән улы 1953 йылда Бөрйән районында тыуған. Атаһы Сәлихйән Хафиз улы – педагогик хеҙмәт һәм һуғыш ветераны, әсәһе Асия Зекериә ҡыҙы – боронғо башҡорт йырҙарын оҫта башҡарыусы. Ата-әсәһе балаларына матур тәрбиә биреп кенә ҡалмаған, уларҙа йырға, музыкаға һөйөү булдырған.
Таһир Сәлихйән улы ла һәләтле бала булып үҫә. Юғары белем алғандан һуң, 1980 – 2014 йылдарҙа Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә математика, физика һәм информатика фәндәренән балаларға төплө белем бирә.
Ул эшләгән йылдарҙа Дыуан-Мәсетле мәктәбендә районда беренселәрҙән булып информатика кабинеты булдырыла һәм остаз бик күп балаларға уның серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә. Ә инде үҙе интернет селтәренә биләмәбеҙ ойошмаларының тарихы, арҙаҡлы шәхестәре тураһында бик күп мәғлүмәт индерә. Фронтовиктар, тыл хеҙмәтсәндәре исеме, Таһир Байышев һәм Дим Ишбулатов төҙөгән шәжәрәләр ҙә интернет селтәрендә урын ала. Интернеттағы уның хеҙмәтен меңләгән кеше ҡарай.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 22 февралдә 8-се һанында уҡығыҙ.