Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Февраль 2023, 12:00

Бәхәсләшеп... сөй йотҡан

Бер ир дуҫы менән бәхәсләшеп, уны еңергә теләгән...

Бәхәсләшеп... сөй йотҡан
Бәхәсләшеп... сөй йотҡан

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, Өфөлә йәшәгән бер ир "Ашығыс ярҙам" саҡыртып, эсе ауыртыуына, тамағы кибеүенә һәм күңел болғаныуына зарланған. Уны ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатҡандар. Баҡһаң, ул дуҫы менән бәхәсләшеп сөй йотҡан.

Ашығыс ярҙам дауаханаһында ирҙе тикшергәндәр. Компьютер томографияһынан күренеүенсә, ул йотҡан ҡаҙаҡтар эсәкте тишкән һәм ундағы масса ҡорһаҡ ҡыуышлығына күскән. 
Ирҙең яраһы эренләй башлауы асыҡлана.

Хирургтар ашығыс рәүештә лапаротомия яһай, һуңынан оҙонлоғо 8 сантиметр, диаметры 4 миллиметр булған ике тимер сөйҙө алып ташлайҙар.

«Пациентты дауахананан ҡайтарғандар, был осраҡ уның өсөн генә түгел, ә башҡалар өсөн дә фәһем булыр тип ышанам», — тип белдергән Айрат Рәхмәтуллин.

Бәхәстә ул еңгәнме әллә үҙен ғүмерлек инвалидлыҡҡа дусар иткәнме, уныһы беҙгә ҡараңғы. Шулай ҙа бының кеүек сәйер хәлдәрҙең булыуы һағайта.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
 
Автор: