Ирмен тигән ир-егеттәр
Ҡурҡыу белмәҫ йөрәге.
Яуыз дошманды ҡыйратып,
Еңеп ҡайтыу – теләге.
Ирмен тигән ир-егеттәр,
Илдең аҫыл улдары,
Изге теләктә ҡалабыҙ,
Уң булһындар юлдары!
Хызыр-Ильяс юлдаш булһын
Хәүефле юлдарында.
Ярҙам итһен фәрештәләр
Ҡурҡыныс янағанда.
Ирмен тигән ир-егеттәр,
Һеҙҙә беҙҙең бар өмөт!
Иҫән-имен, тиҙерәк ҡайтығыҙ,
Яуыз дошманды еңеп!
Теләк
“Боҫоп ятҡан ярығынан сыҡты
Йыйын хәсис, әтрәгәләмдәр.
Баш күтәрә тарих сүплегенә
Ырғытылған бысраҡ әләмдәр”.
(Әнғәм Атнабаев).
Тыныс түгел беҙҙең күңелдәр,
Донъялар бит әллә нишләне!
Ковид, Украина... йөрәк әрней,
Әсәләрҙең түгелә йәштәре.
Сабырлыҡтар теләйем мин халҡыма,
Эй, Хоҙайым, бир һин бишләтә!
Әсе елдәр иҫә тирә-яҡта,
Илем яҙмышы хәл ителә!
Ҡаплап алған ҡара болоттар
Ватанымдың аяҙ күктәрен.
Юҡ, тарҡатырға ирек бирмәбеҙ,
Бөйөк Рәсәй, һинең үрҙәрең!
Күпме йәштәр, олпат йәштәгеләр
Хәрби коммиссариатҡа ағыла!
Тыуған илде яҡлар, һаҡлар өсөн
Доброволец булып яҙыла!
Улар араһында төрлө милләт
Вәкилдәре, ҡыйыу уландар.
Неофашизмға ҡаршы көрәштә
Ғәзиз йәнен фиҙа ҡылғандар:
Әнүәр, Владислав, Вадим һәм Тимур,
Илгизәр, Руслан, Дмитрий, Илфаҡ,
Радик, Азамат, Фәйрузов Илдар –
Мәсетле ерен данлаған улдар.
Түҙемлек бир, Раббым, әсәйҙәргә,
Афәттәрҙән үҙең арала!
Эләкмәһен берүк балалары
Дошмандарҙың утына!
...Тыуып тора фажиғәләр ерҙә,
Ярҙамыңдан, Тәңрем, ташлама!
Гел алға, яҡты таңдарға ғына
Ынтылайыҡ яшәү хаҡына!
Венера ШӘЙХИСЛАМОВА,
педагогик хеҙмәт ветераны,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы.
Бала сағым
Беҙ – һуғыш осоро балалары,
Йәшәү ауыр ине ул саҡта.
Барыбер һағындыра бала саҡ,
Аслы-туҡлы булһаҡ та.
Тәгәрәп йоҡлай инек иҙәндәрҙә,
Ябынырға ла юҡ ине.
Аҫтыбыҙҙа – тун, өҫтөбөҙҙә лә – тун,
Бөтөн байлығыбыҙ шул ине.
Урмандарҙа ялан аяҡ йөрөй инек,
Нисек беҙҙе йылан саҡмаған,
Нисек беҙҙе бүре ашамаған,
Хоҙай беҙҙе шулай һаҡлаған.
Урман туйындырҙы беҙҙе,
Үлән йыя инек урманда.
Һуғыш бөтһөн ине тип теләй инек,
Үҙебеҙ бәләкәй генә булһаҡ та.
Кесерткәндәр, алабуталар ғына
Алып ҡалды беҙҙе үлемдән.
Сабаталы, ҡындыраҡлы бала сағым
Китмәй һаман минең уйымдан.
Бала саҡты һөйләһәң ейәндәргә,
Төш һөйләйһең, тиерҙәр.
Әнкәй, әкиәтең матур, тип,
Рәхәтләнеп көлөрҙәр.
Әкиәт кенә булып ҡалһын,
Беҙ күргәнде балалар күрмәһен.
Илдәребеҙ тыныс, имен булһын,
Ваҡытһыҙ йәштәребеҙ үлмәһен.
Ауылдаштарыбыҙ иҫән ҡайтһын,
Әсәйҙәр күҙ йәше түкмәһен.
Теләйек һуғыш бөтһөн тип,
Балалар йәтим үҫмәһен!
Һуғыш туҡтап, егеттәребеҙ
Еңеү менән иҫән-һау ҡайтһын.
Тыныслыҡ килһен, Еңеү көнөн
Байрам итергә яҙһын!
Гөлсирә ШӘЙӘХМӘТОВА,
Әжекәй ауылы.
Йәшел үләнгә баҫһам
Ҡар буранлы һалҡын ҡышта
Көттөм яҙҙы зарығып.
Йәшел үләнгә баҫһам,
Китермен тип һауығып.
Яҙға сыҡһам, рәхәтләнеп
Балтырғанын йыярмын,
Кәзә һаҡал, бәпембәнән
Дарыу эшләп ҡуярмын.
Элек оло инәйҙәр ҙә
Әйтә ине шулай тип:
"Йәшел үләнгә бер баҫһаҡ,
Шәбәйеп китер инек..."
Йәшел үләнгә лә баҫтыҡ,
Тик яҙы яҙмы ни һуң?!
Көнө һыуыҡ, ел-дауыллы,
Яуа ҡары, үлән туң...
Лена ФАЗЫЛОВА,
Йыланыш ауылы.