Бөтә яңылыҡтар

Ижади педагог

“Йәшлек” гәзитенең “Изге һөнәрле ижадсы” проекты барышында республиканың күп райондарында саралар ойошторолдо, урындағы әҙиптәрҙең ижады гәзит биттәрендә баҫылып сыҡты. Тәтешле районы әҙиптәренә арналған махсус биттә ошо районда тыуып үҫкән Мәсетле районының педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Әнғәм Атнабаев исемендәге премия лауреаты Венера Шәйхисламованың “Kаруан-һарай” шиғыры баҫылды. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Венера Ахун ҡыҙының шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Ижади педагог
Ижади педагог

Kаруанһарай
Ырымбур ҡалаһы.
Kаруанһарай,
Баҫып торам һинең ҡаршыңда.
Быуаттарҙан килгән һәйкәл булып
Һаҡланғанһың халҡың хаҡына.
Күҙ алдымда тарих: күпме кеше
Һал ағыҙған Ыҡтан, Һаҡмарҙан.
Һуңғы тинен биргән, әммә ләкин
Сигенмәгән изге уйынан.
Алдан күргән халҡым киләсәген,
Шат, ирекле көндәр килерен.
Рухын, динен, телен һаҡлап ҡалған,
Хәҡиҡәттең белгән еңерен!
Салауатты Бүгәс менән ҡушҡан
Ырымбур ул – матур таш ҡала.
Мәсетенән аҙан әйтә мәзин,
Ҡурай моңо яңғырай йортонда.
Төрлө милләт халҡы тыңлай бөгөн
Дуҫлыҡ йырын, сафлыҡ хаҡында.
Тәрән уйға сумып баҫып торам,
Ғорур һарай, һинең ҡаршыңда.
Хозурлығың хайран итте мине,
Баш эйәмен данлы халҡыма!
Минең халҡым һәр саҡ йәшәйәсәк,
Тоғро булып биргән антына.

 

Үҙ усағым
Ҡәбереңдең һалҡын ташын ҡосоп,
Йылы тупрағына теҙләндем.
Мәғәнәләрен эҙләп, мәғәнәләрен
Һин ҡалдырған серле һүҙҙәрҙең:
“Сит яҡтарға китәһең бит, ҡыҙым,
Барған ерҙә дуҫтар табырһың.
Күптәр хәҙер ҡара күңеллеләр,
Ундайҙарҙан Хоҙай һаҡлаһын!”.
Ә мин, йүләр, гел кирегә барҙым,
Ашығыптар дуҫтар яһаным.
Бөгөн килеп, ҙур инәй, һинең һүҙҙең
Хаҡлығына тамам ышандым.
Күҙ алдымда һинең матур һының,
Тыйнаҡ, сабыр, нурлы ҡарашың.
Яулыҡ осоң менән битең ҡаплап,
Әүлиәләй яуап алаһың:
“Һуңғы һүҙем, – тинең, – ҡыҙым, ошо:
Ҡыҙыҡма һин әҙер усаҡҡа!
Үҙ өйөңдә үҙ усағың булһын,
Донъя матур бары шул саҡта”.
Бурыслымын, ҙур инәй, һинең алда,
Кәңәштәрең ҡиммәт алтындан.
Үҙ усағым өсөн көйөп янам,
Юҡ, кәрәкмәй миңә алтындар!
Үҙем өсөн генә янған усаҡ
Берсә һүнә, берсә ҡабына.
Көсөм етәр минең шул усаҡты
Һүндермәйсә һаҡлап ҡалырға!
05.01.2021.

 

Ике яҡтың моңдары
Йәшәүемә һин йән өрҙөң,
Тыуған яғым, Тәтешлем!
Нисек бармын – ҡабул иттең,
Рәхмәт инде, Мәсетлем!

Илһам бирҙе тәбиғәтең,
Йәмле Әй, Ыҡ буйҙары.
Ижадыма нур өҫтәне
Шишмәләр йырлағаны.

Ауыр саҡта терәк булды
Атнабай шиғырҙары.
Ниҙәр генә ишетһәм дә,
Рухым шул еңелмәне.

Моңдарын гел үҙ иттем
Салауаттың, Хәниәнең.
Йырҙар миңә ҙур көс бирҙе,
Өҙгөләнһә лә йәнем.

Ай, Ҡояштың нуры кеүек
Көс бирҙе ике төбәк.
Мәсетле лә, Тәтешле лә
Миңә берҙәй үк кәрәк!

Тәтешлене ташламайым,
Унда яҡын дуҫтарым.
Тороп ҡалдым Мәсетлелә,
Бында ғаилә усағым!
Китмәйем унан бер ҡайҙа ла,
Бында бит һөйгән йәрем!

Автор: