Уйҙарым
Тел байлығы булмаһа ла,
Уй байлығы биргән Хоҙай.
Яҙғы ташҡындай урғылып,
Ғүмерем йылдары баҙлай.
Уй-хистәрем ярһып таша,
Йә батамын һағыштарға.
Ярһыу диңгеҙҙәй сайпылып,
Кире ҡайтам ярҙарыма.
Уйҙарымда донъя гиҙәм,
Үрләп менәм күктәргә лә.
Уйҙарым, моң-серҙәш булып,
Илт һин мине киләсәккә.
* * *
Ағыла ла йылдарым
Әйләнәм дә ҡарайым,
Ағылған йылдарыма.
Һағыштарға сорналам,
Уйҙарым йомғағында.
Ағыла ла йылдарым,
Томанлы ҡараштарым.
Йылдар үткәс уйландыра
Юғалып ҡалыуҙарым.
Йылдарым шауҡымында
Мин аҙашҡан бер бала.
Аҡлы-ҡаралы тормошта
Ғүмерҙәр уҙып бара.
* * *
Аҡҡыным – ҡылғаным
Бала сағым, йәшлегем
Һиндә үтте Аҡҡыным.
Тормош һынауҙарын үтеп,
Һиңә тағын ҡайтырмын.
Сейәле Шамаҡ тауҙары,
Ерекле Шар буйҙары.
Шишмәләй саф һәм һалҡын
Ыҡтың ағын һыуҙары.
Киләмен һиңә яҙын,
Һағынып бала сағым,
Ауылыбыҙ бөтһә лә,
Күпме йылдар үтһә лә.
Үҙәкте өҙә һағыныуҙар,
Ҡайтығыҙ, ауылдаштар.
Осрашайыҡ беҙ тағын да
Аҡ ҡылғанлы Аҡҡында!