Бөтә яңылыҡтар
Гәзит уҡыусылар ижады
5 Октябрь 2020, 23:30

Сигелгән ҡулъяулыҡ

Хәлиҙә ЧембарисоваХәлиҙә Чембарисова оҙаҡ йылдар журналистика өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Әлеге көндә тыуған яғына, Белорет районы Йөйәк ауылына, ҡайтып, өй һалып, баҡса үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә. Ижад менән шөғөлләнә. Хикәйәләре матбуғатта даими донъя күреп тора.

Сигелгән ҡулъяулыҡ
Хикәйә
Һеңлем телефондан әсәйемдең бер аҙ ауырыңҡырап тороуы хаҡында әйткәс, ауылға ҡайтып килергә булдым. Үҙем дә күптән йыйынғайным инде, мәле генә сыҡмайыраҡ торҙо. Магазиндан күстәнәстәр сығып алдым. Уларҙы башта пакетҡа ғына тултырғайным. Кейем-һалымдарымды ла йыйнай башлағас, әйберҙәрем күбәйҙе лә китте. Шуға, эсенә әллә күпме нәмәләр һыя, уңайлы ла, тип юл сумаҙанын алырға булдым. Ултырғысҡа баҫып, уны антресолдән тартып сығарайым тиһәм, шап итеп иҙәнгә фотоальбом килеп төштө. Араһынан ниндәйҙер бер сепрәк киҫәге осоп сығып, өҫтәл аҫтына барып ятты. Ипләп кенә ултырғыстан төштөм. Ҡараһам, Камилдың һалдат альбомы. Ни өсөн ул бында ята? Нисек килеп эләккән? Мин һалмағайным. Ә тегеһе – ҡулъяулыҡ. Матур итеп сигелгән.
...Әллә теге ҡулъяулыҡ инде? Шул бит. Минең хәтеремдә ул ныҡ итеп уйылып ҡалған. Баҙлап торған ҡып-ҡыҙыл рауза сәскәләре. Һөйөү билгеһе итеп тапшырылған. Минән йәшереп, Камил шунда мендереп һалған, тимәк. Уның менән инде бергә йәшәмәһәк тә, йөрәкте нимәлер семетеп алғандай итте. Ҡәһәрең, көнләшеү булдымы әллә. Юҡ, көнләшеү ҙә түгел, үкенес ине шикелле. Минең менән ғүмер итһә лә, уны уйлап йәшәгән булып сыға түгелме? Ә мин ғаиләбеҙ тарҡалыуға әллә ҡайҙарҙан әллә ниндәй сәбәптәр эҙләп маташам.
Әйберҙәремде сумаҙанға тултырып, машинаға сығарып һалдым, башта төрлө уйҙар ҡайнай. Тынысланырға кәрәк. Руль артында, Алла һаҡлаһын, әллә ниндәй бәлә-ҡазаға осрауың бар. Ара алыҫ ҡына. Боролмалы-боролмалы Белорет юлын сығыуы үҙе генә ни тора? Бик иғтибарлы булырға кәрәк. Йәш кеше түгелмен хәҙер.
Машинаға ла ултырырҙан түгел инем. Үлеп ҡурҡа торғайным. «Тегеләй-былай йөрөп тораһың, бер тимер атты үҙеңә эйәрләргә кәрәк», – тип балалар йыйналышып алып биргәс, праваға уҡымай сара ҡалманы. Хәҙер стажым да апаруҡ инде. Ҡайҙа теләйем, шунда сығам да китәм. Бер өйрәнгәс, рәхәт тә ул. Инде машинаһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Балалар янына ла һә тигәнсе елдереп барып етәм.
Ауыр булһа ла, яратам ошо юлдан йөрөргә. Тәбиғәте иҫ китмәле бит был яҡтарҙың. Шуғамы икән, нисек үткәнеңде лә белмәй ҡалаһың, юлдың оҙонлоғо һиҙелмәй ҙә. Һоҡланып туймаҫлыҡ урындар бар. Иркенләп йөрөгәндә туҡтап фотоға төшөрөп тә алам. Шул матурлыҡҡа ғашиҡ булып тороп ҡалғанмындыр, тип ҡуям ҡайһы саҡта. Уйлап ҡараһаң, ҡырҡ йылдан артыҡ ваҡыт үтеп киткән...
Анау торған бейек тауҙы артылып, әҙерәк барғас, мин килен булып төшкән ауыл күренәсәк. Тау аҫтында, бик матур ерҙә урынлашҡан ул. Күп тә йәшәмәнек беҙ бында, ә күңелгә шул тиклем яҡын. Кешеләре һөйкөмлө, мөләйем. Һағындырған үҙҙәре. Ситтән килгәнгәме икән, мин барыһы өсөн дә килен инем бында. Эй ошо һүҙҙе матур, йомшаҡ итеп әйтә торғайнылар. Хәҙер ул апайҙарҙың да күбеһе юҡтыр инде.
Тәүге йылдарҙа йыш ҡына ҡайтып йөрөһәм дә, Камил менән аралар һыуына башлағас, һирәкләнем, аҙаҡтан бөтөнләй ҡайтмаҫ булдым. Хәҙер янында туҡталып, ситтән генә ҡарап үтәм. Ана, нисек матур булып йәйрәп ята ул. Их, йүгереп кенә төшөргә лә, ҡырҡ йылға артҡа кире әйләнеп ҡайтырға ине.
Ҡасан ғына әле беҙҙе, ун биш ҡыҙҙы, комсомол юлламаһы буйынса был яҡтарға төҙөлөш эшенә ебәргәйнеләр. Тимер юлы һалынған йылдар. Йөк машинаһына тейәлеп килеп төштөк. Юл юҡ ул ваҡытта. Йәш саҡта ни юҡ-бар ауырлыҡтарға иғтибар итәһеңме ни инде, һелкенеп кузовта килеүебеҙгә ҡарамаҫтан, арыуҙың, ауыртыныуҙың ни икәнен дә белмәй, сыр-сыу килеп көлөшәбеҙ, шаярышабыҙ. Шул тиклем күңелле ине. Йәш саҡ – матур, дәртле саҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр инде.
Бигерәген дә ауылдың матурлығы хайран итте. Бындағы халыҡ әкиәт донъяһында йәшәгән кеүек тойолдо. Эх, үтәр ғүмер өсөн ошондай ерҙә генә йәшәһәң икән ул, тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ә ҡыҙҙарға етә ҡалды. «Үҙеңде урлап алып ҡалһалар, белерһең әле... Бәлки, ысын мөхәббәтеңде лә ошонда осратырһың... Һинең кеүек сибәркәйҙе ысҡындырмаҫтар инде ул...» – тип зыҡ ҡуптылар. Эх, ҡыҙҙар, әхирәткәйҙәрем, ҡайҙарҙа икән һеҙ хәҙер?
Ә мин, ысынлап та, тороп ҡалдым. Әйткәнем Хоҙай Тәғәләнең: «Амин!» – тигән сағына тура килгән, күрәһең.
Кисә был хозурлыҡтың барыһын да абайлап өлгөрмәгәнмен икән. Бындағы кеүек бейек тауҙарҙы, ҡалын урмандарҙы тәүгә күреүем. Хоҙайым, өҫкә ишелеп төшөп килгән кеүек. Бейек тауҙың артында әллә ниҙәр бар һымаҡ тойолдо хатта. Ә ятағыбыҙ муйыл сәскәһе араһында ғына ултыра, имеш. Йүкәләр ҙә күп кенә. Улар сәскә атҡан ваҡытта бигерәктер инде. Ожмахтың үҙе бит был. Хөрриәт. Шулай бындағы тәүге таңымды бик матур ҡаршыланым. Кешеләр һәйбәт кенә булып, иҫән-имен эшләп ҡайтырға насип булһын инде.
Күп тә үтмәй, башҡалар ҙа уянды. Оҙаҡламай беҙҙең тәүге эш көнөбөҙ башланды. Тимер юлы хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән йорттарҙың подъездарын буярға ҡуштылар. Ҡыҙҙар менән иртән эшкә барабыҙ, кис ҡайтабыҙ. Йырлап йөрөп эшләйбеҙ, бер-беребеҙ менән тиҙ арала дуҫлашып, күңелле йөрөйбөҙ. Шулай аҙна-ун көн тирәһе йәшәгәс:
– Бында әбейҙәр йәшәйме, әллә йәш ҡыҙҙармы? – тип бүлмәбеҙгә ауыл егеттәре килеп инмәһенме. – Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, клубҡа. Йәштәр менән танышырһығыҙ. Былай ятып аҡылдан яҙырға мөмкин. Күңелле итеп ял итерһегеҙ, – тип өҙмәй-ҡуймай үҙҙәре менән алып сығып киттеләр. Йәштәр тыйнаҡ, ипле, ысынлап та, матур итеп күңел асып ҡайттыҡ. Ул ваҡытта ни күберәк гармунға бейейҙәр. Йәштәр дәртле. Киске уйындар беҙҙәгенән айырыла. Күңеллерәк үтә. Тыпырҙатып, енен осороп бейейҙәр. Беҙ бит инде аяҡ остарында ғына һикереп өйөрөләбеҙ. Төрлө уйындар үткәреүҙәре лә оҡшаны.
Миңә иғтибар ҙур булды. Ни өсөн тигәндә, барыһы ла тиерлек ҡара ҡашлы, ҡара күҙле һылыуҡайҙар, ә мин бер үҙем зәп-зәңгәр күҙле, яурындарыма тиклем төшөп торған аҡ, бөҙрә сәсле ҡыҙыҡаймын. Ҡыҙыҡ күреп ҡарайҙар ине, музей экспонатымы ни? Ысынлап та, башҡаларҙан ныҡ айырылам шул. Шуғамы икән, яныма килеп һүҙ ҡушырға баҙнат итмәй бер булдылар. Бәлки, башҡа сәбәбе лә булғандыр, минең үҙемә шулай тойолдо инде. Ҡарап, матур итеп йылмайып үтәләр, әммә яҡын килмәйҙәр. Ҡыҙҙарҙы бейергә саҡыралар, ә минең янға килеүсе юҡ, ситтән генә күҙәтәләр. Уңайһыҙ ҙа була башланы. Бынан ары клубҡа башҡаса йөрөмәм, тип ҡуйҙым хатта. Бер көндө шулай торҙом-торҙом да, йәнем көйөп, бер үҙем ҡайтырға сыҡтым да киттем. Күп тә үтмәне, артымдан берәү йүгереп ҡыуып етте. Гитарала уйнаған егет икән. Эй ҡыҙҙар ярата инде үҙен. Эргәһенән китмәйҙәр. Сибәр шул. Һөйгән ҡыҙы ла бар, буғай. Нимә кәрәк булды икән?
Ул оҙатып ҡуйырға рөхсәт һораны. Мин ҡаршы килмәнем. Сит ерҙә, барыбер шөрләтә. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы, етмәһә. Оҙатһын әйҙә. Унан ғына нимә була?
Камил тип таныштырҙы ул үҙе менән. Икенсе көндө, гитараһын тотоп, беҙ йәшәгән ятаҡҡа килде. Бергәләп сәй эсеп, йырлашып ултырҙыҡ. Клуб ял көндәрендә генә асыла. Был беҙҙең янға көн дә килә башланы. Башта нимә тип уйларға ла белмәнем. Яратҡан ҡыҙы бар, тиҙәр бит. Ә был минең янда уралып урала. Ҡыҙҙар ҙа һиҙгер, юҡ йомоштарын бар итеп, икебеҙҙе генә ҡалдырырға тырышалар. Үҙҙәре янына ла егеттәр килә. Бергәләп сығып китәләр. Көндәрҙән-бер көндө, шулай икәү генә ҡалғас, Камил:
– Ә мин һине тәү тапҡыр күргәс тә оҡшатҡайным. Тик яныңа килеп һүҙ ҡушырға ғына баҙнат итмәй йөрөнөм. Башҡаларға ла рөхсәт итмәнем, – тине.
– Һинән шулай ҡурҡалармы ни? Ҡыҙҙарҙы үҙеңдән рөхсәт алып ҡына оҙаталармы?
– Башҡалар мине ҡыҙыҡһындырмай, ә бына һине минән башҡа берәү ҙә оҙатмаясаҡ.
– Бик уҫал икәнһең. – Яратып йөрөгән ҡыҙы тураһында әйтергә уйлағайным да, ни өсөндөр, өндәшмәй ҡалыуҙы ҡулай күрҙем.
Шулай көн артынан көн үтте. Бер заман ҡыҙҙар менән көлөшә-көлөшә эштән ҡайтып килһәк, юлыбыҙға бер ҡыҙ ҡаршы сыҡты. Туп-тура миңә ҡарап килде лә: «Мин Гөлсинә булам. Беҙгә һөйләшергә кәрәк», – тине.
Әҙерәк шөрләңкерәһәм дә, ҡыҙҙарҙан айырылып тороп ҡалдым.
– Беҙ Камил менән етенсе синыфтан дуҫлашып йөрөйбөҙ. Ул мине генә ярата. Һиңә барыбер өйләнмәйәсәк, ваҡытыңды әрәм итеп йөрөмә. Мине һиңә алыштырасағы юҡ, – тине лә китеп тә барҙы.
Ни әйтергә белмәй торҙом да ҡалдым. Уның һүҙҙәре шул тиклем ныҡ тәьҫир итте. Асыуымды килтерҙе. Шуға: «Ҡарап ҡарарбыҙ әле», – тинем дә юлымды дауам иттем. Эсемдән, Камил барыбер минеке буласаҡ, тип хәл итеп ҡуйҙым. Һиңә үс итеп сығасаҡмын. Һы, ҡурҡытырға уйлай берәү.
Камил менән осрашыуҙар дауам итте. Уның менән рәхәт, күңелле. Күпте белә. Бүлмәләш ҡыҙҙарым да үҙен ярата. Ә бына уға кейәүгә сығыу тураһында уйлап та ҡарағаным юҡ ине, ныу бынау Гөлсинәнең һүҙҙәре йәнде көйҙөрҙө бит. Имеш, уны миңә алыштырасағы юҡ. Әллә кем, тиерһең.
Оҙаҡламай Камилды армияға алдылар. Оҙатырға Гөлсинә лә килгәйне. Әлбиттә, уның алдында үҙемде еңеүсе ҡиәфәтендә тоттом. Ә ул шундай бахыр һымаҡ күренде. Камил да үҙенә башын күтәрмәй генә, бер нисә тапҡыр күҙенең ҡырыйы менән ҡарап ҡуйҙы ла шуның менән бөттө. Ҡыйын булғандыр инде. Шуға күп торманы, шәп-шәп атлап килеп Камилға сигелгән ҡулъяулыҡ тотторҙо ла йүгереп китеп тә барҙы.
Ҡулъяулыҡ... Ана шул ҡулъяулыҡ инде ул. Тимәк, Камил уны ғүмер буйына үҙе менән йөрөткән. Йәшереп һаҡлаған. Уф-ф-ф, бер нәмә лә аңлай алмайым.
Камилдың хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанын көтөп алдым. Буласаҡ ҡәйнештәрем ҡарап ҡына йөрөттө үҙемде. Гөлсинәнең уҫал ҡарашы менән йыш осрашырға тура килде, ләкин йәмһеҙләшеп йөрөмәнек. Ә бына Камилдың бүләк ҡулъяулыҡты ҡабул итеүе оҡшамағайны. Мин уны ырғытҡандыр, тип уйлағайным. Был турала үҙенән бер тапҡыр ҙа һорашҡаным булманы. Ул бит мине ярата, тағы ла нимә кәрәк, тигәнмендер инде.
Армиянан ҡайтҡас, күп тә йөрөмәнек, өйләнештек. Туй көнөндә ҡунаҡтарҙан кемдер эргәмә килеп, мине тышҡа саҡырҙы. Уны-быны уйлап тормай, сыҡтым. Ә унда – илауҙан шешенеп бөткән Гөлсинә. Ҡурҡып киттем. «Кешене бәхетһеҙ итеп, барыбер үҙ бәхетеңде төҙөй алмаясаҡһың», – тине ул күҙҙәремә туп-тура ҡарап. Мин шарҡылдап көлдөм дә инеп киттем. Ә уның күҙҙәре, нәфрәт, һағыш тулы ҡарашы мәңге хәтерҙә ҡалды. Нисектер оҙаҡ күҙ алдымдан китмәне. Ҡайҙа икән ул хәҙер? Үҙенең бәхетен осраттымы икән?
Ә беҙ бәхетле була алдыҡмы һуң? Камил менән ҡырҡ йылға яҡын бергә йәшәп, айырылыштыҡ. Нисектер беҙ уның менән ғүмер буйы бер-беребеҙгә сит кешеләр булып ҡалдыҡ. Йәшәй башлағанда барыһы ла һәйбәт кеүек ине, аҙаҡ өйҙә йәм тапманы ул. Төндәр буйына аш бүлмәһендә гитараһында уйнап, йырлап ултырыр ине. Берәй һүҙ әйтһәң, китә талаш. Мин уның өсөн бер тәтәй ҡурсаҡ ҡына булғанмын, ахырыһы. Уйнап туйғас, кәрәгем ҡалмаған.
Ҡәйнәмдәр менән бергә оҙаҡ йәшәмәнек, район үҙәгенә күсеп киттек. Икебеҙ ҙә эшләнек, фатир һатып алдыҡ. Өс балаға ғүмер бирҙек. Бөтәһе лә бар кеүек, әммә ниндәйҙер иң мөһим бер нәмә етмәне беҙгә. Гөлсинәнең рәнйеше ебәрмәнеме икән, тип тә ҡуям. Камил да тәүге мөхәббәтен онота алмаған, тимәк. Иҫенә төшөп, йөрәге һыҡтағандыр. Ҡулъяулыҡты юҡҡа ғына һаҡламаған бит инде.
Донъябыҙ шулай аҫҡа тәгәрәгәндән-тәгәрәне. Аҙаҡ йыш ҡына эштән эсеп ҡайта башланы, юҡтан ғына тауыш ҡуптарҙы. Башта, хәленә кереп, тынысландырырға тырыштым. Ә ул оторо китте. Бөтә нәмәлә мине ғәйепләп, әйтмәгән һүҙҙәрен ҡалдырманы. Балаларға ла тынғылыҡ бөттө. Ә инде улар үҫеп, башҡаланып бөткәс, бергә йәшәүебеҙҙең бөтөнләй ҡыҙығы ҡалманы. Айырым ашайбыҙ, айырым йоҡлайбыҙ, тигәндәй. Бөтә нәмә айырым. Бер көндө ул бөтөнләй ҡайтманы. Икенсе, өсөнсө көндә лә күренмәне. Эҙләп йөрөмәнем. Ҡайғырҙыммы мин? Әйтә алмайым. Бер-бер хәл булып ҡуймаһын, тип борсолғанмындыр, ә былай төңөлгән инем шикелле. Аҙаҡ, ауылына ҡайтып киткәнен ишеткәс, бөтөнләй тынысландым.
Уйҙар, уйҙар... Бер килеп инһә, сығарып ебәрермен тимә. Бер-бер артлы барыһы иҫкә төшә башлай. Ҡуҙғалырға кәрәк, тип тороп баҫтым. Тик ниңәлер шул саҡ йүгереп аҫҡа төшөп әйләнгем килде. Кемдер: «Бар, бар, күңелеңде тынысландыр», – тип арттан этәргән кеүек ине. Машинамды ҡабыҙып, төштөм дә киттем. Ауыл буйлап барам, береһен танырлыҡ түгел. Кем менән булһа ла берәйһе менән һөйләшкем килде. Ләкин берәү ҙә осраманы. Шуға туп-тура үҙебеҙ йәшәгән ятаҡҡа табан киттем. Ә уны һүтеп алғандар икән. Урыны ғына тороп ҡалған. Мин һоҡланып ҡараған муйыл ағастары ла моңайып ҡалған төҫлө. Сәскәләрен ҡойоп, емешкә тумарланған саҡтары. Ҡасан ғына бер ағастан икенсеһенә бауҙар һуҙып, керҙәребеҙҙе киптерә инек. Ошонда ултырып күпме таңдар ҡаршыланыҡ. Ауыл ул ваҡытта геү килеп тора торғайны. Төҙөлөш ваҡыты ине шул. Йәштәр күп. Хәҙер, нисектер, тынып ҡалған. Ара-тирә поездарҙың ғына туҡылдап тегеләй-былай үткәне тынлыҡты боҙа.
Беҙ килгән ваҡытта тимер юлы ла, машина юлы ла юҡ ине. Байтаҡ ваҡыт үткән шул. Мине бында белгән, таныған кеше ҡалмағандыр ҙа инде хәҙер. Камилдың туғандарына барып күренеп йөрөгөм килмәне. Ҡайным менән ҡәйнәм дә хәҙер мәрхүмдәр инде.
Юлдағының юлда булыуы яҡшы, тип магазинға инеп һыу алып сыҡтым да машинама ыңғайланым. Шул саҡ: «Ҡыҙым, тороп тор әле, Ҡырмыҫҡалы аша үтһәң, ултыртып ҡына алмаҫһыңмы икән?»– тип артымдан бер инәй ҡыуып етте.
– Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, – тип янымдан урын күрһәттем.
Инәй, рәхмәттәр әйтеп, яйлап ҡына инеп ултырҙы ла ҡуҙғалып та киттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был инәйҙе мин белмәйем булып сыҡты. Ауылдың осона сығып, машина юлына сығырға боролғайныҡ ҡына, ҡаршыбыҙға етәкләшеп бер ир менән ҡатындың килгәне күренде. Камилды шунда уҡ таныным. Ярай әле машинамдың тәҙрәләре ҡарайтылған, мине күрмәне. Ә тегеһе кем булды икән? Өйләндеме икән ни?
Уғаса булмай:
– Бынау бахырҙар әллә күпме ваҡыттан һуң барыбер бергә булып ҡуйҙылар, – тип инәй ауыр итеп тын алып ҡуйҙы.
– Кемдәр һуң улар, инәй? – тигән булдым, белмәмешкә һалышып.
– Камил менән Гөлсинә инде. Камил икенсегә өйләнгәс, тегеһе ауылдан сығып киткәйне лә. Ире вафат булғас, былтыр кире ҡайтып төштө. Бер генә бөртөк ҡыҙы бар. Уныһы Өфөлә эшләп йөрөй шикелле. Камилы ла ҡатыны менән айырылышҡан булған икән. Шулай, хәҙер бергәләр.
– Бәхетле булһындар, – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Шулай булһын инде, ғүмер буйы Саҡ менән Суҡ кеүек йөрөүҙәре еткән, – тип ҡуйҙы инәй ҙә.
Йәшлек һәр кемгә бер тапҡыр ғына бирелә. Уны әллә ни эшләһәң дә кире ҡайтарып булмай. Ҡәҙерен белергә кәрәк тә бит, һин тигәнсә генә буламы ни. Йырҙағы шикелле, һин яратҡан һине яратмай, һине яратҡанды һин яратмайһың. Үҙемдең тыуған ауылымда минең өсөн утҡа, һыуға инергә әҙер торған Илдар исемле егет тороп ҡалғайны. Ваҡытында үҙен һанламаным. Тәкәбберлек етерлек ине шул миндә. Китәм, тип юлға йыйынғас, шул тиклем ебәргеһе килмәгәйне. Мине көтөп йөрөп, һуң ғына өйләнгән. Хәҙер ғаиләһе менән бик матур йәшәп ята. Уның менән мин дә, бәлки, бәхетле булыр инем. Үҙемде ғәйепле тип һанайыммы? Эйе, Камилға яратып сыҡтым, тип әйтә алмайым. Төҫкә-башҡа сибәр, ҡойоп ҡуйған кеүек булһа ла, ул минең кешем түгел ине. Бергә йәшәй башлағас, Камил быны һиҙмәгән тиһеңме ни. Шулай булғас, ниндәй бәхетле ғаилә булыуы мөмкин? Гөлсинәгә үс итеп кенә сыҡтым бит. Ниндәй ҡурҡыныс аҙымға барғанмын. Сәбәбе? Бары тик үҙемдең һүҙемде өҫтә ҡалдырғым килгән өсөн генә. Эй, йәшлек, ахмаҡлыҡ, шундай изге эшкә ошондай ҙа алама ниәт менән барырға ярай инеме ни?.. Минең арҡала күпме кешенең яҙмышы емерелгән... Кемделер бәхетһеҙ итеп, ҡайһы әҙәмдең бәхетле булғаны бар әле. Гөлсинәнең һүҙҙәре. Дөрөҫ әйткән. Уның алдында ғәйебемде таныйым. Әле уларҙы бергә күреп, күңелем, ысынлап та, тынысланды, буғай. Улар хәҙер бергә. Илдарҙың үҙенең ғаиләһе бар. Ә мин?
Уйҙар, уйҙар... Нәҡ ошо юлдар һымаҡ, осо ла, ҡырыйы ла күренмәй. Уның текә боролошло, борма-бормалылары артта ҡалды инде. Машинам хәҙер тип-тигеҙ ялан юлынан елдерә. Их, ана шул тигеҙ юлдан бер ваҡытта ла тайпылмаҫҡа ине лә бит...
Артур ВАСИЛОВ һүрәте.