Бөтә яңылыҡтар

Бирешмәйек, бөгөн йәшәйек!

Зөлфирә СӘЛИМОВА (Оло Ыҡтамаҡ ауылы) ижадын тәғдим итәбеҙ.Интернетта юҡ-бар яҙып,Төрлө хәбәр һөйләйҙәр.Сиргә ҡаршы көрәш бара,Һуғыш менән тиңләйҙәр.

Иртәгә ниҙәр булырын
Түрәләр ҙә белмәйҙәр.
Дистанцион эшләйбеҙ тип,
Халыҡты өгөтләйҙәр.
Донъяла булған хәл түгел,
Элек тә беҙ сирләнек,
Булды вирустың төрлөһө,
Ҡурҡынысын һиҙмәнек.
Был вирусты “уважают”,
Бигерәк ҙурлап һөйләйҙәр.
Положение бик серьезный –
Маскаларҙа йөрөйҙәр.
Карантинлы каникулды
Тағын оҙонайттылар.
Ҙур рәхмәт хөкүмәткә –
Аҡсаһын да таптылар.
Мәктәп, садиктар ябылды,
Пенсионерға ял булды:
Инде айырым йәшәйбеҙ,
Ейәндәргә юл ябылды.
Бошонорға һис урын юҡ,
Тамаҡтар туҡ, өҫ бөтөн,
Урам өҫтөндә ҡалманыҡ,
Булғанына бик шөкөр.
Ватсап та бар, интернет та,
Телефондар шылтырай.
Элемтә булмаһа нишләрбеҙ,
Юҡҡа халыҡ аптырай.
Алланан һорай белһәк,
Барыһы ла яйланыр.
Донъя шатлыҡ менән тулыр,
Йырсы ҡоштар һайрашыр.
Бер ни булмағандай бөгөн
Дуҫтар менән серләшәйек.
Туғандарҙың хәлен белеп,
Матур теләк теләшәйек.
Бөгөнгө көн беҙҙеке бит,
Бирешмәйек, бөгөн йәшәйек!
07.04.2020.
Ни булды һуң ғаләмгә?
Әле күптән түгел генә
Эшкә йүгерә инек.
Бәхетле минуттар булған,
Йылмая-көлә инек.
Яҙҙар яҙҙар кеүек ине
Тәбиғәт йәнләнгәндә.
Ҡушылып йырлай торған
Һандуғас һайрағанда.
Ә быйыл яҙ ниңә моңһоу,
Ҡоштары ла һайрамай.
Ҡояшы ла һүлпәнерәк,
Йылмайырға уйламай.
Гөрләүектәр ҙә шауламай,
Тәбиғәт тә йәнләнмәй,
Ни булды һуң был донъяға
Бәндә бер ни аңламай.
Яҙҙар һайын көлгән ҡояш
Бер сыға ла, бер бата.
Ай томандар эсендә
Теләр-теләмәҫ ҡалҡа.
Ни булды һуң был ғаләмгә,
Хоҙай иҫкәртәме әллә?
Кешеләрҙең яңылыштарын
Шулай төҙәтәме әллә?
Башта шомло, төрлө уйҙар,
Тыныс түгел күңелгә.
Сит илдәрҙән килгән вирус
Таралды беҙҙең илдә.
Хоҙай биргән был һынауҙы
Бергә, берҙәм үтәйек.
Күтәрә алмаҫлыҡ һынау булмаҫ,
Күңелде төшөрмәйек.
Урланған, таланған мөлкәт
Тиҙҙән урынын табыр,
Кешелеккә иман килер,
Ғәҙеллек урын алыр.
Яҙмыш ҡушһа, был көндәрҙе
Китап итеп яҙырбыҙ.
Насип булған ғүмерҙәрҙең
Яңы битен асырбыҙ.
Беҙҙең халыҡ бер ҡасан да
Еңелмәне, сигенмәне.
Фашистарҙы еңеү ҙә бит
Еңелдән бирелмәне.
Бары яҡшы уйҙар уйлайыҡ,
Нимә уйлаһаҡ, шул булыр.
Бирешмәйек ауырлыҡҡа,
Тиҙҙән яҡты көн тыуар.
05.04.2020.
Аҡ ҡарҙарҙа өмөт бар
Таңда тороп күҙем асһам,
Тышта ап-аҡ ҡар яуа.
Ябалаҡлап яуған ҡарҙар
Ергә аҡ келәм һала.
Бер аҙ серле, ғәжәп тә ул,
Миҙгелдәрҙең яҙ айы,
Ерҙең өҫтө – тоташ ап-аҡ,
Ә тышта – апрель айы.
Күңелдәргә ниндәй рәхәт,
Аҡлыҡ-сафлыҡ бөркөлә.
Әйтерһең дә һүнеп барған
Тормош тиҙҙән терелә.
Ябалаҡлап яуған ҡарҙар
Аҡ өмөттәргә өндәй.
Хәҙер генә ҡыш була ла,
Донъя яңынан гөрләй.
Һәр бөртөгө яуған ҡарҙың
Бәхет килтерһә ине.
Ғаләм аҡылына килеп,
Ергә төкөрмәҫ ине.
Тәҙрә янынан китә алмай
Матурлыҡҡа һоҡланам.
Тағын бер көндө күрҙем тип,
Хоҙайыма табынам.
Аҡ ҡар яуа баҫылып ҡына,
Тик аҡ уйҙар башымда.
Бары ла урынына ҡайтыр
Ерҙә йәшәү барында.
Киҫелешеп яуған ҡарҙар
Ипле хәбәр еткерһен,
Барыбыҙҙа тик бер теләк –
Ерҙә йәшәү бөтмәһен!
06.04.2020.
Зөлфирә СӘЛИМОВА,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы.