Ҡыҙылбай тыуған ауылыбыҙ булһа ла, хәҙер башҡа ерҙә – әсәй тыуып үҫкән ауылда йәшәйбеҙ. Атайыбыҙ һуғыш яраһынан бик йәшләй үлгәс, ҡарт-атайығыҙ менән ҡартәсәйегеҙ янында тормош итеү еңелерәк булыр тип, әсәй өйҙө һатып, ҡалған мөлкәтте бер нисә арбаға тейәп, һыйыр, быҙауҙы шуларға бәйләп, беҙҙе төйөнсөктәр, мендәр-ҙәр, бәпкәле ҡаҙ оялары араһына ултыртып, үҙе тыуып үҫкән ауылына тейәнеп ҡайтты. Иҫкерә башлаған дүрт мөйөшлө өй һатып алып, яңы урында тормош көтә башланыҡ. Йылдар үтеп, буй-ға еткәс, уныһын да тыуған ауылым тип әйтергә була. Һүҙ сыҡҡанда, беҙ уларҙың икеһен дә бер ҙә тартынмай, уңайһыҙланмай “тыуған ауыл” тип йөрөтәбеҙ, ике төбәк тә бер дәрәжәлә ҡәҙерле.
Ҡыҙылбайҙан күсеп киткәндә миңә, өс малайҙың иң олоһона, биш йәш тулып ҡына килһә лә, беҙ унда ҡунаҡҡа барыуҙы айҙар, йылдар буйы һағынып көтә инек. Ул заманда, уҙған быуаттың уртаһында, аттан башҡа транспорт юҡ тиерлек осор-ҙа, беҙ етемдәрҙе кем ҡунаҡҡа йөрөтһөн инде. Улай ҙа, 12-13 йәштәремдә буғай, ҡышҡы каникулдарҙа кемдер толопҡа төрөп кошевкаға ултыртып, ике тапҡыр берәр аҙнаға “ултырмаға” алып барҙы. Ауылдан бер саҡрым ситтә урынлашҡан Терке ауылында Баҡый исемле морондоҡ ҡарттайҙарҙа бик күңелле итеп ҡунаҡ булыуымды хәҙер ҙә йылы итеп иҫкә алам. Кем һуң улар морондоҡ ҡарттай менән морондоҡ ҡәртнәй? Ул йылдар-ҙа, хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, ҡыҙыҡ ҡына традиция бар ине. Туғанлыҡ ептәре бөтөнләй булмаған, ләкин бер-береһен яҡын итеп оҙаҡ ҡына аралашып, ҡунаҡҡа барышып йәшәгән йәш һәм олораҡ ирле-ҡатынлы ғаиләләр, дуҫлыҡты нығытыу өсөн ҙур мәжлес ойоштороп, шунда саҡырыл-ған башҡа парҙар ҡатнашлығында, олораҡтарын “морондоҡ әсәй”, “морондоҡ атай”, йәшерәктәрҙе “ул” һәм “ҡыҙ” исемдәре менән атап, яңы “нәҫел” нигеҙләйҙәр. Шул көндән башлап ике ғаилә араһы ысын туғандарса нығый. Был яҡынлыҡ балаларына ла күсеп, уларҙың да дуҫлығы ҙур була.
Ҡыҙылбайға ҡунаҡҡа әсәй менән атайҙың морондоҡ ата-әсәһенә ебәреү тыу-ған ауылыбыҙ менән ара бөтөнләй өҙөлмәһен өсөн эшләнгәндер инде. Морондоҡ бабайҙың үҙенең дә һигеҙ балаһы булып, бер нисәһенең ҡалала эшләүе йәки уҡығаны хәтерҙә. Улы Рәҡип менән күрше ауылда урта мәктәпте бергә тамамланыҡ. Ул эске эштәр бүлеге начальнигы булып күп йылдар эшләгәндән һуң ялға сыҡты.
Беҙҙең әле Ҡыҙылбайҙа дәү әнейебеҙ йәшәй. Уның исеме был яҡтарҙа осрамай торған исем – Мөсәтыйха. Бәлки, уны халыҡ телендә боҙоп әйткәндәрҙер, бәлки, мулла шулай ҡушҡандыр, белешмәләрҙә, татар исемдәре китабында осратҡаным булманы. Иң мөһиме исемдең нисек яҙылыуы йәки әйтелеүе түгел, ә дәү әнейҙең беҙгә яҡын булыуы.
Иң ғәжәбе шунда: дәү әней – ул атайҙың беренсе ҡатыны. Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы бергә йәшәгәндәр, Рәфҡәт исемле малайҙары тыуған. Шул уҡ йылда атайым фронтҡа китә. Һуғыштан ҡайтҡас, ғаиләһен ташлап, яңғыҙ йәшәй башлай.
– Мөсәтыйханы ҡалдырып сыҡҡанда, иң башына бер балта ғына һалып сығып киткән атайығыҙ, –тип һөйләне әсәй беҙ бер аҙ үҫкәс. – Ауыл ситендәрәк буш өйгә барып керә, аҡсаһын һуңынан эшләй-эшләй түләй. Миңә яусы ебәргәндә йортон рәтләп, өй эсен таҙартып, өҫтәл, карауат, һауыт-һаба алып, килен төшөрөрлөк хәлгә кертә. Фронтовикка күршеләре лә хәлдәренән килгәнсә булыша.
– Әсәй, атай ни өсөн күрше ауылдан өйләнергә булды икән? Ике ауыл араһында йүнле юл да булмаған бит ул йылдарҙа.
– Ауыл менән ауыл араһында юл булмай тормай инде. Ә бына яҙғы ташҡын ваҡытында Әй йылғаһы йыл һайын күперҙе ағыҙып китеп, һыу ҡайтып, май аҙағы етмәйсә яңы күпер һалып булмай. Мине күрергә атайың күпер һалғас тарантас-ҡа ултырып килгән ине.
– Һеҙҙе кем таныштыр-ҙы һуң?
– Кем булһын, Кәримә әбейең. Уның әсәһе Ҡыҙылбайҙан килен булып төшкән булған. Улар нәҫеле атайыңдың атай-әсәһе менән аралашып йәшәгәндәр, һуңғылары иҫән сағында. Атайың яңғыҙ ҡалғас, тегеләргә кәңәш һорап мөрәжәғәт иткән. Улар мине димләргә бул-ғандар. Беҙҙе күрештерҙеләр. Бер-беребеҙҙе оҡшат-ҡанбыҙҙыр инде. Атайың аҙна аҙағында килде лә, никах уҡыттыҡ. Бесәнгә төшкәнсе тейәп алып ҡайтып китте.
– Атай ниндәйерәк кеше ине һуң?
– Әйбәт кеше ине. Ул минән күпкә сабыр, йомшаҡ, ҡатын-ҡыҙға юл ҡуя белә тор- ған ир булды. Бер саҡ, һин әле тыумаған да инең, шул ҡәҙәр атай йортона ҡайтҡым килеп китте. Рафил ағайың да уларҙа тороп ҡалғас, бигерәк кенә күргем килә. Атайыңа, һағындым, ауылыма ҡайтып киләһе ине, тип әйтергә ҡурҡам. Килеп өс ай тормаған, уттай эш ваҡытында ни эшләп өйҙө ташлап китмәк кәрәк, тип әрләп ташлауынан ҡотом сыға. Ә тыу-ған йортҡа ҡайтҡы килә. Нимә эшләргә? Уйланым-уйланым да, тәүәкәлләргә ныҡлы ҡарарға килдем. Кер йыуырға уның өҫ кейемен йый-ҙым. Ә атайыңдың кеҫә сәғәтен салбар кеҫәһенә һалдым. Сәғәт һуғыштан һуң бик ҡәҙерле, һирәк кешелә була торған нәмә икәнен белгәнгә шулай эшләнем. Уны кеҫәгә һалып, салбар менән йыуҙым да, атайың детдомдан төшкө ашҡа ҡайтҡас, хәлде аңлатырға әҙерләнеп ҡуйҙым. Бына ул мин йүнһеҙҙең ниндәй ҙур ғәйеп яһағанын белер ҙә, әрләп ташлар, хурлыҡлы һүҙҙәр әйтер. Мин ысынлап үпкәләгән булып атайым өйөнә ҡайтып китәрмен – ара ун биш саҡрым ғына бит. Ике-өс кис ҡунғас, ғәфү үтенеп шыпырт ҡына янына ҡайтып төшөрмөн.
Юҡ шул, мин уйлағанса барып сыҡманы. Сәғәтте һабынлы һыуҙа йыуғанды белгәс: “Сәлиха, һин әле ирҙәр кеҫәһен аҡтарып өйрәнмәгәнһең икән, бер ҙә хафаланма. Беҙ уның ҡапҡасын асабыҙ ҙа, ҡояшҡа ҡаратып ҡуйып киптерәбеҙ. Обязательно йөрөп китәсәк”, – тине.
Һин тыуып, тәпәй йөрөй башлағас, түҙмәй һөйләнем атайыңа был сәғәт йыуыу серен. Шунда мине ҡыҙғанып, үҙенә асыуланды, бер кискә булһа ла атайҙарға барып ҡайтырға башы етмәгәне өсөн. Бала күңелле кеше булды ул. Ауылда йәшәп, көнө-төнө мәшәҡәткә сумып йәшәһә лә, иң элек һеҙҙе ҡулдарына алып, һөйөп, һөйләндереп күңеле булғас ҡына өҫтәл артына ултыра. Уны йомшаҡ, кешелекле булғаны өсөн бөтөн ауыл яратты. Төрмәгә ултырыуҙан ҡурҡһа ла, мохтаждарға хәленән килгәнсә ярҙам итте. Шуға күрәлер инде, үлгәс бөтә ауыл оҙата барҙы.
– Ә ни өсөн дәү әнейҙе ташлаған?
– Ни сәбәптән уларҙың юлдары айырылышҡандыр, аныҡ ҡына әйтә алмайым. Был хаҡта һөйләшеүҙе тый-ҙы ул. Беҙ өйләнешкәнсе үк үткәндә булған күңелһеҙ нәмәләр тураһында һөйләшмәҫкә һүҙ ҡуйыштыҡ. Мин дә бит һуғыш башланғансы башҡа ирҙә инем. Рафил ағайығыҙҙың атаһы фронтта үлмәһә, атайығыҙ менән осрашмаған булыр инем. Һеҙ ҙә булмаҫ инегеҙ. Эй, балалар, һөйләп китһәң, уның осона сығарлыҡ түгел.
Мөсәтыйха дәү әнейгә ҡайсан, кем өйрәтеүе буйынса “дәү әней” тип әйтә башлауыбыҙҙы хәтерләмәйем. Шуныһы: дәү әнейҙе беҙҙең әсәйҙең көндәше итеп бер тапҡыр ҙа уйлаған, күҙ алдына килтергән дә булманы. Әсәйем менән ул аралашып, йәшерәк, көслөрәк ваҡытта күрешеп, балалары, ейәндәре өсөн бергә һөйөнөп көн күрҙеләр. Уларҙы нисек “көндәштәр” тип әйтәһең инде. Ҡыҙ туғандар кеүек, башҡаларҙы көнләштереп, йәшәнеләр.
Дәү әней менән Рәфҡәт ағай беҙҙе һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән ҡаршылай. Тормоштары ишһеҙ ғаиләләгесә тыйнаҡ булһа ла, дәү әней-ҙең өйө таҙа, ишек алды матур ине, ҡапҡа төбөнә терәлеп тиерлек Әй йылғаһы ағып ята.
Беҙ киләһен белгәнгә (телефон булмаһа ла, әсәй берәй кеше аша алдан хәбәр итә), Рәфҡәт ағай ҡармаҡ таяҡтарын киптереп, күптән әҙерләп, өй артына һөйәп ҡуйған. Икенсе көнгә йоҡонан тороу-ға дүрт малай – Хөрмәттең дүрт улы – дәү әней ҙур табаға өйөп бешергән ҡоймаҡты йәки кәртүк шәңкәһен ҡорһаҡҡа төйөп тултырып, һөтлө сәй менән баҫтырғас, селәүсен ҡаҙып балыҡҡа ла китергә була. Энекәштәр кесерәк булғанда, Ҡыҙылбайға мин үҙем генә бара торған инем. Быйыл өсәүләшеп килеп төштөк. Юлға сығар алдынан әсәй яҡшы инструкция бирҙе: үҙ-ара һуғышмаҫҡа, талашмаҫҡа, өҫтәл артында үҙеңде ҡунаҡтағы кеүек тоторға, зыян итһәгеҙ – йәнегеҙҙе алырмын; өс кис ҡунғас, рәхмәт әйтеп ҡайтып китергә; ағайығыҙ училище бөтөрөп эшкә башлай ғына, дәү әнейегеҙҙең әндрәй ҡаҙнаһы юҡ.
Ҡунаҡта үҙебеҙҙе нисек тотҡанбыҙҙыр, уныһын хәтерләмәйем, ә бына ҙур силәк алабуға тотоп ҡайтҡан ул йәйге көн әле булһа һағындыра.
Алабуғаны таҙартыу бик ауыр. Дәү әней, ҡулығыҙҙы киҫәрһегеҙ тип, беҙҙе яҡын ебәрмәне. Бик оҙаҡ маташһа ла, үҙе генә таҙартты. Ул көндө беҙ туйғансы табала ҡыҙҙырылған ап-аҡ итле балыҡ ашаныҡ. Ә иртән йоҡонан тороуға дәү әней, иң эреләрен һалып, балыҡ бәлеше бешергән ине.
Беҙҙең әсәй Ҡыҙылбайҙа атай менән йәшәй башлауға уҡ уның беренсе ҡатынынан булған алты йәшлек Рәфҡәтте яҡын итә. Ап-аҡ тәнле, һары сәсле был мөләйем бала ла әсәйемдән бер ҙә тарһынмай. Яйы сыҡҡан һайын килә лә етә йүгереп. Әсәй уның арҡаһынан һөйөп, хәленән килгәнсә һыйлап, кискә табан: “Улым, әсәйең юғалтмаһын, бар ҡайт, иртәгә килерһең”, – тип оҙата. Атай был дуҫлыҡҡа бик һөйөнә, әлбиттә. Сәлиханың Рәф- ҡәтте яҡын итеүендә тағын бер сәбәп бар. Беренсе иренән тыуған ете йәшлек улын атайҙарына ҡалдырып кейәүгә сыҡҡан бит ул. Үгәй атаһы Хөрмәт уны Ҡыҙылбайға алып килергә бик риза булһа ла, ҡарттар, үҙебеҙгә иптәш, йорт араһында булышырға кәрәк, тип, ебәрмәй-ҙәр. Бәлки, Сәлиха Рәфҡәтте оло улын һағынып, иҫкә алып, был да ярым етем үҫә, тип арҡаһынан һөйгәндер. Ҡыҫҡаһы, малай атайҙары үлгәнсе ике арала йөрөп үҫә. Берәм-берәм энеләре тыуа башлағас, әнкәһенә (үгәй әсәһен ул әнкәй тип йөрөтә) бала ҡарарға булыша.
Кешенән сер түгел, ирле йортта ашау-эсеү ҙә яҡшыраҡ. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа Хөрмәт атайыбыҙ бик “блатной” урындарҙа эшләй. Башта балалар йортонда склад, хужалыҡ мөдире була, етемдәрҙе башҡа районға күсергәс (атай үҙе лә балалар йортонда үҫкән), колхоздың склад мөдире итеп билдәләй-ҙәр.
Рәфҡәт үгәй әсәһен яҡын иткәнгә Мөсәтыйха дәү әней бер ҙә көнләшмәгән. Элекке иренең йәш ҡатыны тураһында башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ғәйбәт һөйләүҙәрен өнәмәгән. Бер нисә класс ҡына белеме булған ауыл ҡатынына бындай тәрбиәлелек ҡайҙан килгән? Быны мин бөгөн дә аңлай алмайым. Беҙҙең әсәй ҙә ашҡа таш менән атмай, Рәфҡәт ағай арҡаһында тамам яҡынаялар. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөмәһәләр ҙә, осрашҡанда үҙҙәрен кешеләрсә тоталар, йөҙ һытмайҙар. Атайыбыҙ склад мөдире бул-ғас, аҡмаһа ла тама. Әсәй көндәшенең тормошо еңел булмауын яҡшы белгәнгә, яйы сыҡҡан һайын уныһын-быныһын биреп, йә үгәй малайы артынан ебәреп, ярҙам ҡулы һуҙа. Атай бындай дуҫлыҡты өнәп бөтөрмәһә лә, оло малайы хаҡына әсәйгә ҡаты бәрелмәй. Йә ҡатыны ла күп кенә “ҡырын эштәрен” иренә һиҙҙермәҫкә тырыша.
Әллә шулай татыу йәшәгәнгәлер инде, атай үлгәс, Ҡыҙылбайҙы ҡалдырып киткәндә, Рәфҡәт ағай, дәү әней менән айырылышыу бик ауыр булды. Беҙҙең мал-мөлкәт тейәлгән аттар Әй йыл-ғаһы аша һалынған күпер янына еткәс, шаҡтай туҡтап торҙо: оҙатыу оҙаҡҡа һуҙылды. Ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡ остары, ҡул һырттары менән йәштәрен һөртә. Әсәй улар-ҙың һәр береһен ҡосаҡлап сыҡҡас, дәү әней менән иң һуңында күреште. Улар бер-береһенә йылы һүҙ әйттеләр, хәҙер беҙ икебеҙ ҙә тол ҡатын, тип йыуатыштылар. Әммә оҙатышыуҙың иң ауыры беҙгә төштө. Рәфҡәт ағай, энеләремдән айырмағыҙ, мин дә улар менән китәм, тип илай. Уға ҡарап беҙ үкерәбеҙ. Аптыраған ололар нисек тынысландырырға белмәй ярһыған балаларҙы. Улай ҙа әсәй Рәфҡәт ағайҙың “асҡысын” нисектер табып, ҡалыр-ға ризалатты. Каникул еткән һайын беҙгә ҡунаҡҡа киләсәген ышандырҙы. Хатта йыуатып бишлек ҡағыҙ аҡса биргәне лә хәтерҙә.
Беҙҙең туғанлыҡ ептәребеҙ үҫкәс тә өҙөлмәне. Ағай яйы сыҡҡан һайын беҙгә килеп йөрөнө. Үҫә төшкәс, алда һөйләгәнсә, беҙ ҙә уларға барып йөрөй башланыҡ. Студент саҡтарҙа ла дәү әнейебеҙҙе, беҙҙе көтөп, йылы һүҙҙәр менән ҡаршы алған кешебеҙҙе, күрергә һағынып ҡайта инек. Беҙҙең өсөн ике ауылда ике әсәй йәшәне. Әсәй- ҙәребеҙ дуҫлығы етемлек йылдарын да еңелерәк уҙғарырға ярҙам иткәндер, моғайын. Атай үлгәс, улар тағын да яҡынайҙылар. Осрашҡанда һөйләшеп (беҙҙең турала инде) һүҙҙәр бөтмәй. Ә пенсияға сыҡҡас, ҡунаҡҡа йөрөшөргә лә, малайҙарының туйҙарында ла ултырырға насип булды уларға. Бына шулай “көндәштәр” булып йәшәне беҙҙең әсәйҙәр.
Рәзит СИБӘТОВ.