Уйланып, туҡталышымды үтеп китә яҙҙым. Унда йәштәр кафеһы урынлашҡан. Бер ҡасан да кешеһеҙ тормай. Тиңдәштәрем, хатта йәшерәктәр бында ҡайнаша. Егеттәр һөйгәндәрен саҡыра. Тәмле ашап, һөйләшеп ултыралар, бейейҙәр. Бер-береһенә һоҡланыулы ҡараштарын төбәгәндәр. Ҙур тәҙрәләр аша бөтәһе лә күренә. Шул урындан битараф ҡына үтә алмайым. Көн дә туҡтап, сихырланған һымаҡ ҡарап торам. Үҙемде ҡупшы күлдәктә, һылыу егет менән шунда ултырам тип күҙ алдына килтерәм. Ләкин минең яҡшы кейемдәрем дә, һөйгәнем дә юҡ. Өҫ-башымдың рәтле булмауы егет затынан айбанырға мәжбүр итә, хатта ҡиәфәтем бахырлыҡҡа тартым тиһәм дә була.
Атайым күптән юҡ. Иҫереп ғауға ҡуптарыуы, ҡурҡып өҫтәл аҫтына ҡасыуҙарым ғына иҫтә. Әсәйем, ауылдан ҡалаға килеп, уҡырға инә алмағас, йыйыштырыусы булып эшкә ҡалған ҡыҙ, зәңгәр күҙенә алданып сыҡҡан уға. Осон-осҡа ялғап, ятаҡта байтаҡ йәшәгәндәр. Атайҙан ҡалған изгелек – ул да булһа бер бүлмәле фатир, төҙөлөштә эшләгәндәргә элек сиратһыҙ биргәндәр. Әсәй уны иҫләргә яратмай, файҙаһынан зыяны күберәк булды, ти. Мин, минән ун йәшкә кесе ҡустым, өсөбөҙ торабыҙ. Әсәйем атай үлгәндә дүрт айлыҡ йөк менән ҡалған. Ҡустыма бер ай булғас, әсәй эшкә сыҡты. Мәктәптән үлә яҙып ашығып ҡайтып инәм, ул эшкә китергә әҙерләнеп кенә тора. Сөнки килешеү буйынса яҡындағы поликлиникаға иҙән йыуырға йөрөй. Ҡустымды тәүҙә ныҡ яратманым. Уйнарға сығыу, әхирәттәр менән аралашыу тәтемәй, өй көбәге булып үҫтем. Тиңдәштәр менән ҡатышмағас, ҡырағай булдым. Хәйер, колледжда уҡығанымда, ҡустым, ниһайәт, балалар баҡсаһына барҙы. Әсәй ике эштә өҙгөләнһә лә, мандып китә алманыҡ. Әле миңә өмөтләнә. Бала сағымды, үҫмерлегемде, хәҙер килеп ҡыҙ ғүмеремде шулай хеҙмәтсе һымаҡ үткәрергә тейешменме икән? Беҙҙеке һымаҡ ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙарҙың күпселеге юлдан яҙып, эсеү-тартыуға әүәҫләнде, күрше-тирәләгеләре, мин уларға ҡушылмағас, этләшеп тә йөрөнө. Берәүһе наркоманка булып теге донъяға киткәс, икенсеһе ҡайҙалыр олаҡты. Шунан тыныс һуланым. Ләкин йәшлек үҙенекен итә. Күңел кемлегең менән иҫәпләшмәй. Егетем булһын ине, уның менән киноға барһаң, парктарҙа серләшеп йөрөһәң ине, тип теләйем дә бит. Тик былар хыял ғына. Әсәйемде беләм, минең юҡ ҡына эш хаҡымды ла ҡустым өсөн тотонасаҡ. Тинләп тигәндәй яңы компьютерға аҡса йыя. Мин тәрән көрһөндөм. Ҡайтырға кәрәк. Кеше бәхетенә күпме ауыҙ һыуыңды ҡороторға була.
– Кафеға ингегеҙ киләме? – ҡаршымда оҙон буйлы ҡаҡса егет тора ине. Бик ябай күренде. Өҫтөндә арзанлы джинсы салбар менән ветровка. Тулҡынлы ҡара сәстәре матур икән, шундуҡ күҙгә ташланды. – Кисә лә ошонда тороп киттегеҙ, – тип дауам итте егет, – әйҙәгеҙ, инеп ултырайыҡ.
Мин дә шәп кейенмәгәнмен, шуға, индермәҫтәр, тип ҡурҡып китәм.
– Былай инергә яраймы ни?
– Ниңә ярамаһын. Был бит йәштәр төйәге.
Инәбеҙ, бәхеткә күрә, буш өҫтәл дә бар икән.
– Исемең кем? – егет әллә нисек һөҙөп, һынап ҡарай.
– Исемем боронғо минең. Өләсәй ҡушҡан – Халисә. Әсәйем Алиса итергә теләгән. Мулла эргәһендә торған өләсәй «Халисә», тип әйткән дә ҡуйған. Бына шулай.
– Минең исемем тағы ла боронғораҡ – Сәфәрғәле. Ниңә тиһәң, мине предоктар ҡунаҡҡа китеп барғанда поезда табып алған.
Һүҙ артынан һүҙ ялғана, ултыра бирәбеҙ. Минең күңел күтәрелә. Ҡыҙыҡ, нимә менән һыйлар икән? Күрше өҫтәлдә әллә ниндәй ят ризыҡтар ашайҙар. Ниһайәт, официант пәйҙә булды, егетем һутҡа заказ бирҙе. Ас ашҡаҙаным көтөрләп ымһынып ҡына ҡалды. Оҙаҡ ултырып һутты эсәбеҙ. Хатта һалмаҡ бейеүгә лә төштөк. Егет оҫта йөрөтә, хәрәкәттәр бергә ҡушылды. Ул күптәнге танышымдай тойолдо. Ә былай минең егеттәр менән бейегәнем юҡ.
– Ҡайтырға ваҡыт, – тинем, – әсәйемдән алдараҡ өлгөрөргә кәрәк.
– Хәҙер ҙә әсәй һүҙе менән йәшәгән ҡыҙҙар бар икән? Гел шулай тыңлаусанһыңмы?
– Тыңламай булмай.
– Йә, улайһа, хуш, – Сәфәрғәле ҡәнәғәт йылмая, шәкәрҙәй аҡ тештәре балҡый.
***
Егет менән танышыуыма ике ай тирәһе. Аҙнаһына бер-ике күрешәбеҙ. Шунан арттырып булмай. Мин әсәйемдең дөйөм ятаҡта дежур иткәнен көтәм. Ҡайһы ваҡыт Сәфәрғәле ниндәйҙер мәшәҡәттәр менән бәйле, ике эштә йөрөйөм, ти.
– Ниндәй эштәр һуң?
– Урам һепергәнде беләһең, бушаған арала төҙөлөштә эшләп алам.
Осрашһаҡ, ҡала ҡыҙырабыҙ, паркка һуғылабыҙ. Өшөп китһәк, кафеға инәбеҙ. Сәфәрғәле, һәр ваҡыттағыса, һут, туңдырма менән генә һыйлай. Бер асылғанында яҙмышын һөйләп алды.
– Өләсәй ҡулында үҫтем мин, таяныр кешем юҡ. Мәктәптән һуң уҡыуҙы дауам итеү мөмкин түгел ине. Йә ауылда эш юҡ. Әбей-бабайҙарға утын ярып, һыу ташып, бәрәңгеһен ҡаҙышып ҡына йөрөмәһәң… Себерҙә эшләр өсөн дә һөнәр кәрәк. Өфөгә юғары уҡыу йортонда уҡыған дуҫым саҡырҙы. Эш табышты. Урам һепереүсе булып урынлашҡас, ныҡ шатландым. Арыу ғына бүлмә бирҙеләр, ышанырлыҡмы һуң? Әйткәндәй, бынан йыраҡ түгел. Әйҙә, ҡарап сыҡ.
Шатланып риза булдым. Аҫҡы ҡаттағы ҡараңғы коридор буйлап киттек, Сәфәрғәле ишекте асыуға унан саф һауа инмәгән иҫке фатир еҫе бөркөлдө. Танау сирыуымды күреп, егет форточкаһын аса һалды. Бүлмә, ысынлап та, ҙур ғына. Тимер карауат, өҫтәл, ике алама ултырғыс. Тумбочка өҫтөнә электр плитаһы ҡуйылған. Иҫке генә сәйнүк, кәстрүл, ике стакан күренә. Мөйөштә – эш ҡоралдары.
– Шул инде минең торлаҡ, – ти Сәфәрғәле эре генә. – Күптәргә был тәтемәй.
Эйе, еңелсә ремонт, арыуыраҡ йыһаз бында ҡот индереп ебәрер ине. Күңел ҡайтыуын һиҙҙермәҫкә тырыштым. Ниңәлер әсәйем кәйефе килгәндә һөйләгән әкиәттәр иҫкә төштө. Аждаһалар урлаған ҡыҙҙарҙы ҡанатлы толпарҙарҙа килеп азат иткән батыр егеттәр... Әсә кеше нисек ярлы булһа ла, ҡыҙын хәйерсегә бирергә теләмәй шул. Шуға ул мине ҡаты тота. «Бар байлығың – сафлығың, һылыулығың. Затлы сепрәккә төрөнгән бисураларҙан ун артыҡһың», – ти. Сәфәрғәле тыйнаҡ, сибәр егет булһа ла, әсәйем өнәмәҫ, тип ҡурҡам. Әммә оҡшай миңә, хатта ғашиҡмын. Ул шундай баҫалҡы, аҡыллы. Үҙен матур тота белеүе иҫте китәрә. Ҡулыма ла, күбәләк тотҡан төҫлө, тыйнаҡ, һаҡ ҡына ҡағыла. Шул тиклем күп белә, төпкөл ауылдыҡы булыуына ышанып та булмай.
– Китапты күп уҡыным, – ти ул. – Тәүҙә башҡортса, унан русса, сит ил яҙыусылары ла ҡалманы. Сөнки өләсәйҙең телевизоры юҡ ине, уны «иблис ҡотҡоһо» тип һананы.
Етәкләшеп күңелле генә киләбеҙ. Ул мине өйгә тиклем оҙатты. Тәүге тапҡыр ҡосаҡлап үҙенә ҡыҫты. Йөрәгенең ярһып типкәнен ишетеп баҙаным. Ҡолаҡ төбөндә генә: «Хуш әлегә, һөйөклөм минең», – тип шыбырҙаны.
Иртән, эшкә барғас, хайран ваҡиғалар булып алды. Баҡсаға килгән балаларҙы ҡабул итә генә башлағайным, етәксебеҙ Зәйтүнә Исламовна килеп инде. Ни эшләп йөрөй, тип шиккә ҡалдым. Ә ул миңә яғымлы ҡарап алды ла мыйылдаҡ тауыш менән:
– Аҡыллым, минең кабинетҡа ин әле, – тип китеп барҙы. Һы, уның өсөн буш урын һымаҡ була торғайным, әле хатта үҙе саҡыра.
- Ултыр, аҡыллым, – тине ул, мызылдаған күҙҙәрен миңә төбәп. Шунан йыуан кәүҙәһен молҡотоп өҫтәл артына инеп ултырҙы. – Балаҡай, һинең тәрбиәсе булып эшләгең килә бит, – тип өндәште. Ни тиергә лә белмәй тора бирәм.
– Йә, йә, ҡурҡма, яуап бир.
– Килә лә…
– Бына шулай тиген. Дипломың - дағы шау «бишле»ләр ҙә иҫемдә. Өлкәндәр төркөмөнә тәрбиәсе булып күсәһең, матурым.
- Гөлфиә Харрасовна сирләп киткәнме әллә?
– Халисәү, Харрасовнаға күптән ялға китергә ваҡыт. Ут бөрсәһе кеүек балаларға ҡарсыҡ түгел, бына һинең кеүек йәш, тилбер тәрбиәсе кәрәк. Яңы педагогик алымдарҙы белеү зарур.
Гөлфиә апайҙың оло, минең йәш булыуымды бер бөгөн аңғарҙымы икән Зәйтүнә Исламовна? Шаҡ ҡаттым.
– Йә, һылыуҡай, уңыштар! Иртәгә төркөмдө ҡабул итерһең.
Ҡыйын булып китте. Харрасовна рәнйер һымаҡ. Күрше төркөмдә эшләгән Ирина ҡаршыма сығып:
– Ҡара һин уны, шымыҡай. Һиҙҙермәй йөрөһәң дә, белдек бит, – тип шаңҡытты.
– Нимәне инде?
– Иҫәргә һалма башыңды, хәтәр «покровителең» бар икән. Миллион ярымлыҡ машинала йөрөй. Бөгөн ишектән бергә индек тә, ҡыҙыҡ булып китте, апай менән һөйләшкәнен йәшенеп тыңланым, – тип бер тынала таҡылдап ташланы.
– Нимә, нимә?
– Эй, ҡыланма инде, зинһар, – Ирина турһайып китеп барҙы. Оҙаҡ ҡаңғырып йөрөп булмай, көндәлек эштәргә тотондом. Ғәйбәтсе Иринаның хыялыйлығы күп булыр.
***
Бөгөн хеҙмәт хаҡы ала торған көн, сауҙа үҙәгенә барырмын. Күптән йүнлерәк итек алып кейергә хыялланам. Матур кейем алырға теләү ҙә дәрт уята икән ул. Шундай күтәренке күңел менән осоноп күтәрмәнән менеп барам. Ҡараһам, ҡаршыма икәү килә. Затлы пальто, костюм, яҡшы ботинкалар кейгән егет – Сәфәрғәле бит. Бөҙрә сәстәре, ҡош ҡанатындай ҡыйғас ҡаштары, ул инде, уныҡы! Эргәһендә – ҡатын-ҡыҙ. Күгелйем шәшкегә төрөнгән, һап-һары сәстәре туны өҫтөнә һибелгән. Беҙ үксәләр менән тек-тек баҫып килә. Ҡаттым да ҡал дым. Ир кеше «был ниндәй бөжәк тағы?» тигән һымаҡ ҡына миңә күҙ һирпеп алды, үтеп тә киттеләр. Итек ҡайғыһы ҡалманы. Кешегә кеше оҡшай тиһәң дә, шулай уҡ булмайҙыр ул. Ике һыу тамсыһы нисек – былар ҙа шулай. Автобуста егетемә ике тапҡыр шылтыратып ҡараным, телефонын алманы. Оторо йәнем көйөп, эсем бошто. Ҡайтып ауҙым да иҫәңгерәп яттым. Әсәйем тетмәмде тетә бит инде. Телефоным тауыш бирҙе. Сәфәрғәле! Тауышы төҫһөҙ, тоноҡ.
– Осрашырбыҙ, тигәйнем. Бара алмам, ахыры…
Хөкөм көткәндәй тын тора бирәм.
– Алло, ниңә өндәшмәйһең? Сәсрәп ауырып киттем дәһә. Бәлки, үҙең килерһең…
– Ни булды? – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Тәнемә көс-ҡеүәт ҡайтты.
– Һалҡын тейгәнгә оҡшай. Тәнем яна.
– Мин хәҙер!
Тәүҙә дарыуханаға йүгерҙем. Дарыуҙар алдым. Супермаркеттан инеп, һурпалыҡ тауыҡ һайланым, емеш-еләк, кәнфит тә онотманым. Һөйгәнемә йәл түгел.
Ишек шаҡыным. «Асыҡ», – тигән тауыш ишеттем. Ҡәҙерлем бойоҡ ҡына ята. Дарыуҙарҙы эсерҙем, аш ҡуйҙым. Быларҙы етеҙ генә башҡара һалып, Сәфәрғәленең янына килеп ултырҙым. Ул шатлыҡтан үҙгәреп киткән: күҙҙәре балҡый, йөҙөнә алһыулыҡ йүгергән. Ҡулдарын тотҡайным, уттай ҡыҙыу, хатта йөрәге сығып килгән кеүек.
– Ныҡ ауырыйһың, ахыры, – мин ҡурҡа ҡалдым.
– Эйе шул. Ауырыуым – Халисә исемле ҡыҙ. Ҡыҙыулыҡ һине шашып һөйөүҙәндер ул, – күҙҙәремә тура ҡараны ла йәнгә инерлек итеп:
– Халисәм, сыҡ миңә кейәүгә. Иртәгә үк ЗАГС-ҡа ғариза бирәйек, – тине.
Аптырап ыҡ-мыҡ иткәндән һуң:
– Әсәйемдең һине күргәне лә юҡ бит әле, – тип саҡ әйтә алдым.
– Бөгөн үк танышам.
– Ауырыйһың бит…
– Һине күреү менән һауыҡтым. Дөрөҫө, һине һағынып ауырып киткәнмендер. Миңә сыҡмаһаң, һарыларға һабышырмын.
– Тел биҫтәһе икәнһең. Улай тип уйламағайным. Ә мин һине сауҙа үҙәгендә күрҙем.
Ә уның ҡылы ла һелкенмәне.
– Барған ерем түгел.
Мин уға бөгөн күргән ваҡиғаны һөйләнем.
– Оҡшаш кешеләр булалыр ул, – тине Сәфәрғәле.
Тауыҡ һурпаһынан һуң егетем бөтөнләй күңелләнеп китте. Өҙмәй-ҡуймай барып, әсәйҙән ҡулымды һорарға булды. Юлда ап-аҡ хризантемалар алды.
Әсәй ныҡ асыулы ине, ят кешене күреп кенә тыйылды. Аш бүлмәһен ябып, шым ғына хәлде аңлаттым. Әсәйем сәсрәп китә яҙҙы.
– Миңә бер йыл да ярҙам итмәй, ырғандап кейәүгә сығып китәһеңме? Ашарымды ашамай, йоҡомдо йоҡламай уҡытырға тырыштым. Эшләр, ситтән тороп институтҡа инер, тип өмөтләндем. Ҡасан осратырға, ҡасан риза булырға өлгөрҙөң? Юҡ, һис юҡ…
– Әсәй, әсәкәйем… Минең йәштә үҙең дә кейәүгә сыҡҡанһың.
– Шуның өсөн ғүмер буйы үҙемде тиргәйем.
Улай ҙа сәй ҡуйып, салат-фәлән тураныҡ, йомортҡа ҡурҙыҡ. Ҡустым менән Сәфәрғәле, күптәнге таныштарҙай, компьютер алдында мәж килә. Өҫтәл әҙерләгәндә ҡарай йөрөйөм, егетем техника менән хайран эш итә. Үҙе туҡтауһыҙ ҡустымды өйрәтә. Сәй эстек, өҫтәлгә ҡуйылған аштар ашалды. Сәфәрғәле үҙен бик матур тотто, аҡһөйәк нәҫеленән тип торорһоң. Аҙаҡтан:
– Халисә менән бергә булмаһаҡ та, һеҙҙе ташламай ярҙам итеп торормон, – тип ҡуйҙы.
Ҡурҡыуҙарым бушҡа сыҡты. Баяғы таш ҡаялай торған әсәйем йомшарҙы ла ҡуйҙы. Маҡсатына ирешкәс, егетем хушлашып ҡайтып китте.
– Ярай, алдағыһы яҡшы булһын. Бындай егет юлда ятмай. Ысҡындырһаң, аҙаҡ илап ултырһаң да ундайҙы осратмаҫһың. Дөйөм ятаҡтарҙа, ғәйре әҙәм араһында егерме йыл эшләп, кемдең кемлеген генә самаларға өйрәнелде. Наҙан өләсәй ҡулында үҫкән егеткә лә оҡшамаған, уҡыған, тәрбиәле кешеләрҙең балаһылыр.
Әсәйем шулай тип аптыратты. Ни генә булһа ла, мин үҙемде күктең етенсе ҡатында хис итә инем. Эшкә сумдым, булдыҡлылығымды иҫбатлағым килде. Кистәрем конспекттар яҙып үтте. Яратҡаным бер нисә тапҡыр өйгә килде. Уны минән былай ҡустым көтөп тора, әйтерһең, ул туғаным өсөн килә.
– Туй күлдәге алып бирә алмам, үпкәләмә, – ти егетем. – Йыйған аҡсам бар ҙа, йәшәй башлағас кәрәк булыр.
Әсәйем менән кәңәшләшеп, бик үк ҡиммәтле булмаған аҡ тауар алып, үҙебеҙ күлдәк тегергә булып киттек. Бесеү-тегеүҙе аҙмы-күпме беләм, колледжда өйрәткәйнеләр. Теген машинаһы булмағас, ваҡ ҡына сәнсеп, ҡул менән тектек. Харап матур килеп сыҡты. Самалы ғына асыҡ муйынының ситтәренә, тар еңенең остарына әберкәләр һалдыҡ. Биле ҡыҫып, итәге ҡабарып тора. Үҙемә шул тиклем оҡшаны.
– Һылыу кәүҙәгә һоло тоғо ла килешә, – ти әсәйем.
Яҙылышыр көн дә етте. Икебеҙ ҙә эштән һораныҡ, төштән һуң барырға тейешбеҙ. Үҙебеҙҙән башҡа бер кем дә булмаясаҡ. Иртүк тороп плитә янында өйөрөлдөк. Тәҙрәгә күҙ һалып алам. Подъезд төбөнә туй өсөн биҙәлгән текә генә ап-аҡ машина килеп туҡтаны. Минән башҡа ла кейәүгә сығыусы бар, күрәһең. Машинанан туй күлдәген беләгенә һалған аҡ костюмлы егет сығып, беҙҙең подъезға ҡарай атлағаны күҙемдең ҡырыйына салынып ҡала. Ситтәр бәхетенә күҙ ҡыҙҙырып тороп булмаҫ. Бер нисә минуттан ҡыңғырау шылтыраны. Ишекте асһам, йылмайып Сәфәрғәлем тора. Ҡалай һылыу, күрмәлекле ул! Балҡып торған йөҙөнән ҡараштарымды ала алмай торам. Ниһайәт, аңыма барып етә: аҡ костюм кейгән, беләгенә туй күлдәге һалған кейәү ул да баһа!
– Хәйерле көн, һөйөклөм!
– Сәфәрғәле, прокатҡа костюм, күлдәк алып аҡса әрәм итмәҫкә һөйләшкәйнек тә инде. Килештереп фыртауай машина яллағанһың ишшу!
– Ишектән үткәрмәҫкә итәһеңме ни?
Тауышҡа килеп еткән әсәйем дә ауып китә яҙа.
– Ашыҡмайыҡ әле, беҙҙе сәғәт өскә генә саҡырғандар. Минең һеҙгә әйтәһе һүҙҙәрем бар. Ошо көнгә тиклем асылмағаным өсөн ғәфү итегеҙ!
Йә, Хоҙай, тағы нимә һөйләргә йыйына? Бөтәһе лә асыҡ бит инде.
– Халисә, мине аңла, ғәфү ит!
Шомланып быуынһыҙ ҡалдым. Егетем дауам итә:
– Тыштағы машина, һиңә килтергән туй күлдәге – үҙемдең көсөм менән табылған мал. Ҙур ғына ойошма хужаһы мин. Алған һөнәрем – төҙөлөш инженеры.
– Ә ниңә?.. – мин һүҙемде әйтә алмай төйөлөп ҡалам. – Был алдау ни өсөн кәрәк булды?
– Бығаса бер нисә тапҡыр өйләнергә уҡталдым. Тик ҡыҙҙарға үҙемдән алда аҡсам кәрәк ине. Күңелем ҡайтып, бөтөнләй өйләнмәм тиһәм дә, бәхетемде йәнә бер һынарға ниәт иттем. Һине осраттым. Ә теге көндө, сауҙа үҙәге эргәһендә эш буйынса танышымдың ҡатыны ине. Осраҡлы ғына тап булышҡайныҡ, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, һин күреп ҡалдың. Йә, әкренләп ҡуҙғалабыҙмы? Рес торан һөйләшелгән. Ҡунаҡтар ҙа йыйылалыр.
– Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән танышмағанбыҙ, – тип ләпелдәгән булды әсәйем.
– Ауылдыҡылар улар ҙа, институттан һуң бында ҡалғандар.
- Халисә, ни эшләп ҡатып ултыраһың? Бәхетең баҫты бит. Юҡҡа ғына һине саф гәлсәрҙәй итеп үҫтермәгәнмен.
– Ә мин бармайым. Алдашмаҫҡа ине. Йәнәһе, хәлле булғас, муйынына аҫылынып ятыр, тип уйлаған. Миңә ул тиң дәрәжәлә булғанға яҡын ине.
Атылып ишеккә ташландым. Албырғаған Сәфәрғәле кинәт беләгемдән тотоп алып, үҙенә тартты. Күҙҙәремә һоро бәрхәт кеүек күҙҙәр баҡҡан.
– Халисә, мин һинең яныңда үҙемдең кем икәнемде онотам. Ябай бер ғашиҡ егеткә әйләнәм дә ҡуям. Кәләш кенә түгел, тоғро дуҫ та таптым һиндә. Барлы-юҡлы аҡсаңды тотоноп, миңә ҡиммәтле дарыуҙар алып килдең. Шуныһы бигерәк әсир итте.
Аяҡтарым ҡамырға әйләнде, илап ебәреп, күкрәгенә ҡапландым.
– Ташлама, һөйөклөм, китмә, – ҡолаҡ төбөндә Сәфәрғәленең ҡайнар бышылдауы ишетелә.