Ауыл өҫтөнә таралған талъян моңо
ирекһеҙҙән урамға әйҙәй:
Һабан көйө дәртле көй.
Һүнгән дәртһеҙ йөрәктәрҙе,
Дәртләндерә торған көй.
Йыр ыңғайына егеттәр ҡулындағы
ҡолға ла ҡеүәтләнә бара. Әле ауылдың
шатлыҡлы мәшәҡәттәрҙән ҡайнап торған сағы. Әҙерлектәр ҙә, байрам кәйефе
лә иртәгә буласаҡ Һабан туйына йүнәлтелгән.
Таҡыя кейгән Факиһа әхирәттәре
менән майҙандағыларҙың күплегенә
хайран ҡалып йөрөй. Ә тирә-яҡтың сихри хозурлығы, әйтерһең дә, нурҙан үрелгән. Һайрар ҡоштарҙан түгелгән илаһи
моң, күңел моңдарын сиртә-сиртә, ҡайҙалыр хыял иленә әйҙәй. Йәнәштә генә,
мәңгелек серен һөйләп, Ыҡ йылғаһы
тулҡын ҡаға. Ә сәскәләр түшәлгән Һабантуй яланы, йәйғорҙоң ете төҫөндә
балҡып, ҡояш нурҙарында ҡойона.
Колхозсылары араһында балҡып
баҫып торған колхоз рәйесе – Факиһаның атаһы. Оҙон буйлы, сибәр йөҙлө яҡынын ул ситтән күҙәтергә ярата.
Үҫеп килгән биш балаһына атай наҙы һирәк эләгә шул. Ҡотлауҙар тамамланып,
бүләкләү башланыуға ялан уртаһына
ашығып йәш кенә һыбайлы килеп инә.
Килтерелгән хәбәрҙе уҡый башлаған
хужаның төҫө үҙгәреүен күреп, майҙандағылар һағайып ҡала:
– Туғандарым, ҡайғы! Һуғыш башланған! Ниместәр илебеҙгә баҫып ингән.
Артабан ҡағыҙға бөгөндән яуға китеүселәрҙең исем-шәрифтәре теркәлгәйне. Байрам шатлығынан балҡыған
яланды, әйтерһең дә, һөрөм баҫа. Кемдер илай-илай, кемдер ни әйтергә белә
алмай, ауыр ҡайғы йөкмәп ҡайтыуға
йүнәләләр. Сабый күңелле Факиһаға
бер ни ҙә аңлашылмай:
– Ағайҙар, туғандарын илата-илата
ниңә сит ауылға китеп һуғышалар икән?
Унда малайҙар ҙа барамы икән? – тип
баш вата-вата әсәһенә эйәрә.
Ауылдың беренсе комсомолдарынан
булған Мәғәфүр Мозафин, етәксе булараҡ тылда ҡалдырылһа ла, хәрби комиссариаттың тупһаһын йыш тапай.
Теләгенә ирешә лә. Бына ул ғәзиз балаларынан, йәш ярымлыҡ ҡыҙын күтәргән, алтынсыға йөклө ҡатынынан күҙен
алмай арбала сайҡала. Бара бирә күперҙә ҡалған оҙатыусыларға һағышлы йыры
килеп етә:
Ауылымдан сыҡҡан саҡта
Бер ҡараным ҡайырылып.
Ҡарамаҫ инем ҡайырылып,
Балаларым ҡалды айырылып.
Бына шунда айырылышыуҙы үҙҙәренсә аңлаған балалар илай-илай әсәйҙәренең ҡосағына ташлана.
Факиһа иртәгә тәүге тапҡыр уҡырға
бара. Атаһының Ленинградтан алып
ҡайтҡан дәфтәр менән ҡәләме йүнсел
әсәһенең ҡорамалап теккән тоҡсайында урын алған. Дөм һуҡыр булған өләсәй
ҙә, теләк-фатихаларын әйтеп, ҡыҙҙы
хуплап ултыра.
Изге йөгөнән бушанған яугир ҡатыны Ишбикә тиҙ үк эшкә сығарыла. Өс
ҡатын, ике ат егеп, йөҙ километр алыҫлыҡтағы Сулея станцияһынан яғыулыҡ,
ашлыҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ташыйҙар. Теген машинаһы булған әсә төнөн дә эш өҫтөндә.
Ҡара яҙҙан баш ҡалҡыта башлаған
кесерткән йолҡона ла башлай. Алабута,
балтырған, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡтан бешергән өйрә – көндәлек ризыҡ. Ҡыр
ҡурайы ла, ирендәрҙе ярғылаһа ла, үҙәк
ялғарға бара. Һалым, заем, төрлө һуғыш
заданиелары аслыҡтан, ауыр эштән йонсоған халыҡ өҫтөндә тора. Толдарҙы, йәтимдәрҙе арттырған ҡара ҡағыҙҙар байтаҡ ҡапҡаларҙы шаҡырға өлгөргән. Нисек кенә булмаһын, тырышлыҡтар остоосҡа ялғарға ғына етә. Шуға ла ун ике
йәшлек Мәғәмүр ат ҡараусы булып
эшкә төшә. Алмашсыһы Фәрит тә –
ун дүрт йәшлек үҫмер. Күрәсәктәрелер
инде, аттарҙың береһе улаҡҡа төшөп ҡазаланғас, һуйырға мәжбүр булалар. Итен
колхозсылар бүлешеп ала. Ошонда үҫмерҙәр өлкәндәр тарафынан оло ғәҙелһеҙлеккә тарый: ат өсөн уларҙың быҙауы тартып алына. Заманы шулай булғанғамы икән, һалдат ғаиләһен яҡлаусы
ла, һаҡлаусы ла табылмай. Йәш ҡараманан сабата үрергә өйрәнеп алған өлкән ул – хәҙер инде ғаиләнең ирҙәрсә
терәге. Әсәһе менән теккән киндыраҡ та
– аяҡ табандарына күпмелер ышыҡ. Үҫтергән бәрәңгеләре үҙҙәренә йоҡмай
тиерлек. Уны киптереп фронтҡа оҙаталар. Хөкүмәттән төшкән заданиены үтәмәүселәргә һуғыш закондары ҡаты ҡуйылған. Йор күңеллеләр был уңайҙан
таҡмағын да сығарып өлгөргән:
Советский власта
Әпәй күнәк һике аҫта.
Ҡаҙанға ҡаты задание,
Самауырға – отпуска.
Киндер кейем өсөн дә байтаҡ көс түгелә. Төндәр буйы етенде талҡып-туҡмап иләрлек хәлгә килтерергә кәрәк.
Әҙер ептәрҙән махсус станокта киндер
һуғыла. Киндерҙән кейенгәндәрҙең таҡмаҡтары тағы ла әҙер:
Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Рәфҡәт.
Киндер күлдәк, киндер ыштан
Тырнашырға рәхәт.
Ауыр тормошҡа өҫтәлеп ауылға килеп
ингән тиф, биҙгәк ауырыуҙары бик күп
ғүмерҙәрҙе ҡыя. Тиф менән ауырыусыларҙан аралар өсөн, ҡапҡаларына дегет менән тамғалар һуғыла. Ошо афәттә
Ишбикәнең дә ике бәләкәсе баҡыйлыҡҡа күсеп, яҡындарын ҡайғыларға
һала. Күп тә тормай, Факиһаһы менән
Мәүҙиәһе лә биҙгәктән йонсой башлай.
Тештәре тешкә тейеп ҡалтыранған
ҡыҙҙарҙың тәндәре, әйтерһең дә, ут
эсендә. Сараһыҙлыҡтан өлкәндәрҙең
кәңәшенә таянып, балаларын йөкмәгән ҡатын, боҙ өҫтөнән йылғаны ике
тапҡыр арҡырыға иңләй. Һөҙөмтәһе
генә тойолмай. Балаҡайҙарының баш
осонда ултырған әсә төндәрен дә йоҡламай, хәсрәттә уҙғара:
– Эй, был Факиһам, торғаны бер
атаһының күсермәһе. Ҡыҙ бала шулай
ҙа оҡшар икән атай яғына. Аталарының ҡайтыуына балаһының ғүмере
өҙөлһә, ни хәлдәр генә итермен дә,
нисек кенә яуап бирермен? Сәскә кеүек
бәләкәстәремдең дә ғүмерҙәре ҡыйылып, ҡайғылары йөрәгемде өтә.
Ҡайғынан шаңҡыған әсә һуңғы сараға батырсылыҡ итә. Бына улар йылға
буйында. “Ошоно кейеп ҡайтырһың”, –
тип, атаһының тунын ярға ҡуя ла, балаһын боҙло һыуға этеп ебәрә. Сайҡалып көскә торған әсә тетрәнеүҙән иҫен
юғалта. Һушына килгәндә, күп илауҙан
шешенеп бөткән Факиһаһы: “Әсәкәйем, үлмә’’, – тип уны тартҡыслай ине.
Яҙмыш аяуылыр инде, икенсе көнөнә табиптар килеп ҡыҙҙарҙы район дауаханаһына алып китә. Әсәйҙәре утыҙ биш
саҡрымды йәйәүләп, көн аралаш хәлдәрен белешеп йөрөй. Ғәзиздәренең
һауығыуҙарын күргән әсәнең шатлыҡтарының сиге юҡ. Тағы ла ауыр һынау
алдында торғанын күҙ алдына ла килтерә алмаған Ишбикә йәшләй генә яратышып ҡауышҡан Мәғәфүренең ҡара
ҡағыҙын ала. Хәлдән тайғанда аяҡҡа
баҫтырған, ауырлыҡтарға бирештермәй алға әйҙәгән берҙән-бер өмөт сатҡыһы ла уларҙы ташлап китә. Бала саҡтарын ҡәһәрле һуғыш урлаған һалдат балаларының йәтимлеге, инде ғүмерлеккә
яҙыла. Бәләкәсерәк буйлы, ҡаҡса кәүҙәле тол ҡатын атылырға торған күҙ йәштәрен тыйып, тормош ҡанундарына бирешмәҫ өсөн балаларын күп һөнәрҙәргә, эшкә күнектерә.
Мәғәмүр элемтә үҙәгендә тирә-яҡ ауылдарҙы хеҙмәтләндерә. Ә Факиһа күрше
ауылда уҡыуын дауам итергә йөрөй.
Әсәһе, шахта калушын бәләкәйсәтеп
һәм табанына беҙ ярҙамында ныҡлыраҡ
табан тегеп, “аяҡ кейем’’ йүнәткән.
Атаһының тунынан тегелгән өҫ кейеме
лә әҙер. Уҡыу әсбаптары юҡ иҫәбендә.
Ағаһы эт ҡарағанынан ҡара эшләп биргән. Уҡыуҙар ҡыр эштәре тамамланыуға
ғына башланып китә. Яҙын сәсеүгә
сығыр өсөн тағы ла уҡыуҙары өҙөлөп
ҡала. Йәйен дә ҡыр эштәрендә йөҙә
улар. Утауға йөрөгәндәргә ҡаҙалған сүп
үләне энәләренән ҡайтҡас та тынғылыҡ
юҡ. Ҡунып ятып бесән эшләүҙәр –
ғәҙәти күренеш. Йоҡолары туймағанлыҡтан ҡыуыштағы балалар әҙерәк тотҡарланып та ҡалалар. Был ваҡытта мәрхәмәтһеҙ бригадир, ниндәйҙер эш ҡоралын балалар өҫтөнә ырғытып, асыуын
баҫа. Ә эш хаҡы – көнөнә 2-3 ҡалаҡ он.
Нимә менән булһа тамаҡты алдатыу
уларҙың төп хәстәренә әйләнә. Икмәктең хәҙер ҡараһы ла – күптәнге татлы
хыял. Әле бит һуғыштан һуң да тормош
еңеләймәй. Ун ике йәшлек Факиһа көйәнтәләп, ун йәшлек Вәзир ҡапсыҡ күтәрмәләп еләк, муйыл, сейә һатырға
Ямаш баҙарына йөрөйҙәр. Урыҫ малайҙары, емештәрен тартып алып, үҙҙәрен
туҡмап та ҡайтарғылайҙар. Йылға буйындағы ҡабырсаҡтың итен төрлө ризыҡҡа алмаштырыу ҙа кәсепкә әйләнеп
китә. Шул йылдарҙа район үҙәгендә
һәҙәп эшләү цехы асыла. Ҡабырсаҡ тейәлгән ҡул арбаһын тырышып-тырмашып тартып китеп барыусы сабата кейгән балалар Вәзир менән Факиһа икәнен
күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Ә ара
– утыҙ биш саҡрым.
Киләсәктә йәшәү хаҡына, тыныслыҡ
хаҡына мөмкин булғанды ғына түгел,
мөмкин булмағанды ла эшләгән һуғыш
йылы балаларының рухи ныҡлығына,
хеҙмәт ҡаһарманлыҡтарына һәйкәл ҡуйырлыҡ. Уйлай китһәң, уларҙың күргәндәре, кисергәндәре китаптарға һыймалы түгел.
Сәстәренә сал ингән, аҙымдары
ҡыҫҡарған һуғыш балалары йылдар үткән һайын йышыраҡ хәтерләй үҙҙәренең бәхетһеҙ бала саҡ йылдарын. Сөнки күргән-кисергәндәре хәтерҙәренә
яҙылған, йәтимлектәре баҡыйлыҡҡа
алып китер ҡанлы яра булып йөрәктәренә уйылған.
Сажиҙә ФӘЙЗРАХМАНОВА,
Әбдрәхим ауылы.