Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш йылдары балаларына бағышлана

Стихи

Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ өсөнсө йыл.
Уралдағы татар ауылы.
Һуғыш башланғандан бирле көн-төн
Бында тулай үлем дауылы.
Булған ашлыҡ күптән оҙатылды,
Фронт өсөн, еңеү хаҡына.
Ауылдаштар менән бар көсөнә
Еңеү даулай колхоз аты ла.
Ҡатын-ҡыҙҙар менән йәш үҫмерҙәр
Ер һуҡалай, бергә егелеп.
Колхозыбыҙҙы ирҙәр ҡайтҡансы
Бөтөрмәҫкә ине емереп.
Астан үлгәндәрҙе һанаусы юҡ,
Йыйылып ерләй алһаң, бик яҡшы.
Эттәр, бесәйҙәр бөттө ашалып,
Хәлһеҙҙәр ҡаралтыһын яҡты.
Аяҡтарын көскә һөйрәй-һөйрәй,
Күрше малай керҙе йылынырға.
Меҫкенкәйем, шыр һөйәккә ҡалған,
Өрмәһәң дә тора йығылырға.
– Сәлиха апай, йәнем, ышанаһыңмы,
Берҙә генә килмәй үләһем.
Мәликә әбей картуф алып ҡайтһа,
Бирерһегеҙме миңә берәрен?
– Хәбибрахман, әсәй ҡайтһын ғына,
Бешерербеҙ ҡаҙан тултырып.
Үҙең беләһең бит, бер ҡасан да
Ашаған юҡ һеҙһеҙ ултырып.
Һиңә 12 йәш, тимәк, егет кеше,
Түҙергә тырыш нисек булһа ла.
Беҙ йәшәргә тейеш, күршекәйем,
Тормош шундай һынау ҡуйһа ла.
– Уныһы шулай, ниңә һуң ас сағында
Көн уҙҙырыу йылға тиң икән?
Ниңә һуң Хоҙай былай тилмертә?
Әллә мин һөймәгән ҡол микән?
Хәбибрахмандың бала йәне
Осто күктәргә шул көндө.
Күк йөҙө салт аяҙ булһа ла,
Йондоҙҙар сыҡманы ул төндө.
Һуғыш йылдары балалары һеҙ,
Һис онотаһы юҡ күргәндәрҙе.
Доға уҡып иҫкә алабыҙ
Шул йылдарҙа үлгәндәрҙе.
Рәзит СИБӘТОВ,
Татарстан яҙыусыһы һәм журналисы,
Әжекәй ауылынан.
ӨМӨТ
Һәр яҙ һайын, тетрәтеп йәнде,
Еңеү төҫө булып балҡый май.
Тик өләсәй генә ауыр хәлдә,
Яҡындарын ҡай саҡ танымай.
Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас улым,
Күңел үҫкән сикһеҙ шатлыҡтан.
Ҡосағына йортто алырҙай ул,
Күңелкәйе ҡоштай атлыҡҡан.
Һалдат кейемендә күреп уны
Өләсәйем ҡапыл ҡалҡынды:
– Ҡайттыңмы ни, улым, балаҡайым,
Иҫән генә, улым, ҡайттыңмы?
Шул уҡ күҙҙәр! Матур алсаҡ йөҙөң...
Һаман йәшһең, улым, Хәбирем!
Нисә йылдар ҡапҡа асып көттөм,
Ялған тиеп үлем хәбәре.
Эргәһендә һалдат кейемендә
Уйсан тора һылыу ейәне.
Һуңғы өмөттө ул һүндермәне:
– Мин бит Хәбир түгел! – тимәне.
Ергә тағы гөлдәй яҙҙар килде,
Йәйғор төҫтәрендә балҡый май.
Үртәлмәһен әммә өмөттәр
Һуғыш тигән зәһәр ялҡындан.
Гөлсирә ШАФИҠОВА,
Йонос ауылы.