Йәйҙең матур көндәре, төндәре –
Имтихандар бирә кемдәрҙер.
Кемдер сығам төнгө эштән, тиҙер,
Ҡайҙалыр илап уятты сабый әсәһен.
Аһ, бөтә Рәсәй уянды, был таңда,
Илебеҙгә килде ауыр ҡайғы.
“Һуғыш башланылар”, – тип һүҙҙәр әйтеп,
Илашалар әбей-апайҙар.
Балалар йүгерешә, аңлай алмай улар
Ҡайһы илдең батшаһы йөрәкһеҙ.
Рәсәйҙе баш эйҙерергә, ҡол итергә уйлап,
Ғәзиз еребеҙгә ҡулын һуҙа кем?
Мылтыҡ төбәгән ҡарт-ҡороға,
ҡатын-ҡыҙға:
“Миңә хеҙмәт ит. Үтәмәһәң
Атам, аҫам, яндырам.
Рәсәйҙе баш эйҙереп,
Һеҙҙе илһеҙ ҡалдырам”.
Юҡ. Ҡаты торған халҡыбыҙ
Һуғышта ла, тылда ла.
Үлһәк, үлербеҙ, янһаҡ, янырбыҙ,
Илгә хыянат итмәбеҙ,
дошманға баш эймәбеҙ.
Етте яҙҙың матур көндәре,
Донъя йәшелеккә күмелде.
Илебеҙгә азатлыҡ килде,
Яуыз фашист еңелде.
Утты-һыуҙы кисеп барып еттек
Яуыз батша йәшәгән ергә.
Гармун уйнап, йырлап бейеп,
Еңеү менән ҡайттыҡ беҙ илгә!
Фәриҙә Муллабаева,
Салйоғот ауылы.