Күзмә бабайҙың өйө эргһендә тәрән генә соҡор бар, яҙ булһа, унда тауҙан ағып төшкән һыу йыйылып ята, хатта йәй көнө лә ҡоромай, ә иңе-буйы бер ун - ун биш метр ғына ер тәрән һаҙлыҡҡа әйләнә лә ҡуя. Соҡор уртаһындағы был һаҙлыҡҡа мал-тыуар ҙа килеп төшөп интегә, йышыраҡ быҙауҙар, әлбиттә, ҡорһаҡтарынан батҡаҡҡа батып, мөңрәп тора.
Күзмә бабайҙың ҡапҡа алдында машиналар инеп боролоп йөрөмәһен өсөн йыуан бүрәнә һалып ҡуйғандар, кем һалған тиһең, Күзмә бабай үҙе һалған инде. Шунда ирҙәр һөйләшеп ултыра.
− Күзмәкәй, бына исмаһам, булған кеше. Бер аяғы юҡ бит әле, ә бына етмәгән ере юҡ. Сатан күп йөрөр, һуҡыр күп күрер тип, бер ҙә юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Күрше-тирә ирҙәр эскәмйәлә тәмәке көйрәтә, мин уларға ҡыҫылмайым, сөнки ололар һөйләшкәндә тыңлап ҡына ултырһаң да бик яҡшы.
−Э-э-й, Күзмә йәшендә, уның кеүек йүгереп йөрөһәк, бик шәп булыр ине әле ул.
Ысынлап та, бер аяғын һуғышта ҡалдырып ҡайтҡан Күзмә бабай, йәшенә ҡарамай, йорт тирәһендә һайыҫҡан шикелле ҡултыҡ таяҡтарында һикергеләп, йә ауыл буйлап, йә ҡалаға барырға булһа, машинаһын ҡыҙҙырып, бик маладис ҡына йөрөп ята . Етмәгән ере юҡ үҙенең.
−Ышанмаҫһың, бер көн,− тип дәртләнеп китә Мотой бабай, − түбәриткәгә ултырған да, утын яра. Шарт та, шорт килтерә, малай. Ә нисек ишек яңаҡтары ултыртып ҡуя, ике аяҡлылар ҙа улай эшләй алмай бит. Ҡулдарынан килмәй. Ә мейес сығара, кемде шулай почот менән ауылдан-ауылға йөрөтәләр. Яҡын-тирәлә юҡ ундай оҫта мейес сығарыусы.
Бабай, һуғыш ветераны, инвалид та булғас, хөкүмәт уға «Запорожец» машинаһы бирә. Ҡасан икәнен генә белмәйем, сөнки мин белә-белгәне бирле, ул шул машинаһынан төшмәне. Күҙ асып йомғансы, уйынсыҡ шикелле һүтеп, йорт алдындағы сирәмгә брезент өҫтөнә тимер-томорон йәйеп, таҙартып, ҡайһы аралалыр кире йыйып, ҡыҙҙырып, ҡалағамы,ҡайҙа сығып та китә.
Әле лә ул, көн боҙолоп тороуына ҡарамай, машинаһын аҡтарып маташа. Шундай холҡо бар, эшләгәндә бер кемде лә яҡын килтермәй, өндәшмәй-нитмәй танау аҫтынан берәй көй мыңғырҙап, аҡрын ғына үҙе маташа.
−Һеҙ белмәйһеҙ, уның тағын бер һөнәре бар ине бит әле, − тип дауам итә Мотой бабай, туҡтап, ян-яғына ҡарап алғас,− ул элек шундай оҫта итеп гармун яһай торғайны. Ҡулыңда ғына тотоп торорһоң.Әллә ҡайҙарҙан һорап киләләр ине. Шулай … Яңғырап торған тальян гармундар яһай ине ҡарт.
−Халыҡты кәртешкәгә төшөрөп, рәсемдәрен яһап, таратып ятҡанын беләм, ә гармун яһағанын беренсе мәртәбә һинән ишетәм, − тип һүҙгә ҡушыла, өндәшмәй генә ултырған икенсе күрше Бесәй Латип бабай.
−Ә бала-сағаға кина күрһәтеп ятты…
−Бала-сағаға ғынамы, ярты ауыл йөрөнө бит ул диафильмдарҙы ҡарарға. Шундай ирмәк ине.
−Кинаһына йөрөмәнем, белмәйем, ирмәк булғандырмы, ә бына радио тыңларға кергеләнем. Маладис, һүҙ ҙә юҡ, бик шәп радио көйләп ҡуйғайны. Ниндәй кансирттар тыңлатты. Элек бит йырсыларҙа, исмаһам, тауыш бар ине. Илһам Шакировты күп тыңлаттырҙы ҡарт, рәхмәт.
Күзмә бабай ҡултыҡ таяҡтарына таянып, һайыҫҡан шикелле уралап, һикергеләп йөрөй торғас, машинаһын йыйып бөттө. Кәкшәңдәп бәрелеп-һуғылып бөткән иҫке биҙрәгә күрһәтеп, миңә ҡысҡырҙы:
- Улым, бар әле йүгертеп кенә ҡойонан һыу алып кил!
Машинаһын йыуырға булғас, тимәк ҡалаға барырға йыйына. Кәйефе булып ултыртып та алыр әле. Шундай уйҙар менән етеҙ генә һыу алып килеп, күрһәткән сепрәген тотоп, машинаны йыуырға керешәм. Бабай тәмәке тоҡандырып, руль янындағы ишекте асып ҡуйып, ултырғысҡа артын терәп, төмәке көйрәтә. Бер биҙрә һыу алып килеп,ҡабат бер ҡат яҡшылап һөртөп сығам.Ҡалғанын ситкә сәсрәтеп түгәм дә, биҙрәне ситәнгә ҡаплап ҡуям.
Мин бабай эргәһенә ултырҙым да, ҡайышын эләктереп тә ҡуйҙым.
Бабайҙың, нимә уйлаптыр, борсолоп килгәнен һиҙеп, өндәшмәй генә барам. Ауыл боролмаһынан ҡала юлына сығыу менән ул, бөкөһөн асып енен сығарҙылармы ни, миңә ҡарамай ғына башлап ебәрҙе:
−Вәлигә биргәндәр, Сабиръянға биргәндәр, Себенейгә, плендә булһа ла, биргәндәр…Ә миңә… Мин аяғымды ҡалдырып ҡайтһам да… Юҡ! Күзмәг-ә-ә миҙал юҡ. Гвардии рядовой Күзмәгә ниположно…
Ә-ә-ә, бына нимә артынан китеп барабыҙ икән беҙ ҡалаға.
9 майҙа һуғыш ветерандарына миҙал килтереп тараттылыр. Клубҡа йыйып, һәр береһенә тағып та сыҡтылар, өҫтәл төҙөп, йөҙәр грамм да һалдылар. Ә беҙҙең Күзмә бабайға миҙал бирмәнеләр. Ул буш ҡалды. Стаканына ла йоғанманы.
−Эсәһем килһә, йәщщиге менән еффәрәм мин аны, мының менән ауыҙымды ла бысратмайым ,−тине лә, машинаһына ултырып, ҡайтып та китте.
Кем унда шулай, ветеранды төшөрөп ҡалдырып, исемлек төҙөгән? Бына шуны асыҡларға китеп барабыҙ икән.
−Улар бәлки шулай тиҙәрҙер. Эй, кем ул Күзмә, уны төшөрөп ҡалдырһаҡ та ярар. Төшөрмәй тороң әле! Иҫән саҡта умырып алырмын положныйын.
Әһә, бына ни өсөн Күзмә бабай бөгөн миҙалдары тағылған костюмын кейеп алған икән!
Килеп еткәнсе, бабай бары ошо хаҡта ғына һөйләп барҙы. Мин хәрби комиссариатҡа инмәй (унда миңә нимә ҡалған?) машина эсендә генә ултырып торорға уйлағайным…Ҡайҙа ул? Күзмә бабай бик дәртле итеп:
−Әйҙә, улым, беҙ кем нәҫеленән икәнен онотма! Китт-е-е-к! Бер иҙәндә гармунһыҙ бейетәбеҙ беҙ аларҙы,- тип, көн болотлап тороуға ҡарамаҫтан, ең аҫтары һүтелеп бөткән иҫке курткаһын машина эсенә ырғытты ла, костюмында ғына, ҡултыҡ таяҡтарына таянып, миҙалдарын шалтыратып инеп китте. Мин Күзмә бабай алдында ишек асып, ябып торҙом.
-Миңә- комиссарға!- тип, ишек һаҡлап ултырыусы ҡатынға урыҫсалап ҡысҡырып, алға үттек.
Килеп тә инде, иҫәнлек тә һорашып торманы:
-Иптәш ваенком! Шту такой? Вәлигә, значит, миҙал бар, Сабиръянға бар, Себенейгә, пленгә эләкһә лә, бар… Ә миңә, ызначит, мин аяғымды ҡалдырып ҡайтһам да, миҙал юҡ.
Аптырап өстәл артынан тороп баҫҡан мыйыҡлы хәрби кеше, башта бер нәмә лә аңламай торҙо. Шунан эштең аҫылы башына барып еткәс, ул өҫтәл аҫтындағы тартманы шытырҙатып һурып алды ла, Күзмә бабай алдына шап иттереп килтереп ҡуйҙы:
Күзмә бабай бер миҙалды һайлап алып, түшенә ҡаҙап ҡуйҙы.
−Ә дүкәмите! − тине ул миҙал һорағандағы талапсан тауыш менән.
−Хәҙер! Ҡайҙа китһен! Хәҙер! Эшләйбеҙ уны!
Ул өҫтәл аҫтындағы икенсе тартманан бәләкәй генә зәңгәр төҫтәге кенәгәне алып, ҡулын өҫкә үк күтәреп шап итеп мисәт һуҡты ла:
−Ә фамилияңды үҙең ҡуйырһың! − тип, Күзмә бабайҙың ҡулын ҡыҫып, уға тотторҙо.
Күзмә бабай күҙенең ҡыры менән генә башҡалары янында ялтырап торған яңы миҙалға ҡарап ҡуйҙы, йәнәмәһе, күрҙеңме, беҙҙекеләрҙе!
Мин инде, ашханаға инеп ашарбыҙ ҙа (ҡалаға килеп кәтлит тә ашап ҡайтмағас), тиҙ генә ауылға ҡайтып китербеҙ, тип уйлаһам, пландар бөтөнләй икенсе төрлө һыҙылған булып сыҡты:
−Хәҙер мин һине бер ергә алып барам. Бына шундай кешегә!--Күзмә бабай баш бармағын күтәреп, ул кешенең шәплеген күрһәтте, −Йөҙә беләһеңме? Во, һыу төшөрһөң.
Йылға буйында урынлашҡан бер йортҡа килеп туҡтаныҡ. Оло ғына йәштәрҙәге бер бабай беҙҙе ҡаршы алды.Ҡарсығы өҫтәлгә аш-һыу ҡуйҙы, бер ярты сығарҙы. Мин хыял иткән кәтлит –маҙарҙары юҡ ине, шулай ҙа тамағымды туйҙырҙылар, аҙаҡ йортта йөрөгән эт менән уйнаным, баҡсала торған кәкүктә атындым. Әбей мине, бәләнән баш-аяҡ тип, һыуға ебәрмәне.Күзмә бабайға әйҙә, ҡайтайыҡ инде, тип әйтергә ҡыймай, унда бәрелеп, бында һуғылып, йөрөнөм.
Күзмә бабай ҡунаҡта ултыра торғас ҡыҙып уҡ китте:
−Иптәш военком тим, Вәлигә бар, Сабирьянға бар, Себенейгә, плендә булһа ла бар, ә миңә, ызначит, аяғымды ҡалдырып ҡайтһам да юҡ. Теге честь биреп, минең алда ысмирна тора...Ҡуйҙы минең алға бер тартма миҙал. Һайлап ал ти, гварди рәдәвуй Күзмә…
Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда ҡараңғы төшкәйне инде. Әбей менән бабай, тәүҙә ҡунып ҡал, нисек былай ҡайтып етерһең, тип,ҡыйыш тейәгән Күзмә бабайҙы бик оҙаҡ ыҡҡа килтерергә тырышты.Ҡайҙа ул!
−Гварди рәдәвуй Күзмә!…Врагу не сдайо-о-тся, наш славный Варя-а-к…
Улар Күзмә бабайҙы көскә, ике яҡтан ҡултыҡлап килтереп машинаға ултырттылар, ҡултыҡ таяҡтарын үҙем күтәреп алдым.
Беҙ яҡшы ғына йырлай-йырлай ҡайттыҡ. Мин Күзмә бабайҙың һорауы буйынса «Взве-е-йса костр-а-ами..»-нан башлап, «Вихри вражд-е-ебные…»-ға хәтлем бөтә белгән йырҙарымды дәртле генә итеп йырлап ҡайттым. Ауыл боролмаһына етәрәк ҡарайым, уның күҙе йомолоп-йомолоп китә башланы, мин уның ҡолағы янынараҡ килеп аҡырам, ул уянып китә.Шулай ҡайтып еттек тигәндә…
Мин инде йырлауҙан туҡтаным, сөнки бына машина уты беҙҙең өйҙәрҙе яҡтырта. Килеп еттек. Шул ваҡыт, ниндәйҙер бер ен, башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки бына тигән генә килеп ултырабыҙ, шул ен машинаны әйләндереп ебәрҙе лә, әллә ҡайҙа йәһәннәм аҫтына алып төштө лә китте.
Күпме ултырғанмындыр, иҫемә килһәм, тубыҡтан һыуҙа ултырам, башым, бәрелгәнме берәй ергә, үлтереп ауырта, Ә Күзмә бабай… башын рульгә һалған да, ғырлап йоҡлай.
Күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы төн, ишектәр асылмай, һыйпанып, тәҙрәне аса торған тотҡосто таптым. Ҡымшанмай ҙа. Тырыша торғас, әйләнә был. Тәҙрә быялаһы сыйылдай-сыйылдай аҫҡа төшә башланы.Шунан ултырғысҡа баҫып, сыҡтым тышҡа. Аяғымды тартып алып, ергә баҫыуым булды, баттым, алмаш-тилмәш саҡ һурып алдым, ә кроссовкиларым төптә тороп ҡалды. Сыҡтым батҡаҡтан, дүрт аяҡланып өҫкә мендем.
−Машина уты ялтлаған кеүек булды,ҡайҙа юғалды һуң? −тип һөйләнеп, әсәйем минең ҡаршыға килеп сыҡты.
Мине күргәс ҡото алынды. Ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Уны тиҙ генә тынысландырҙым да, өйҙәгеләрҙе торғоҙоп, күршеләрҙе уятып, фонариктар алып, киттек Күзмә бабай артынан.
Уны машина эсенән саҡ һөйрәтеп сығарҙыҡ, үгеҙ шикелле ауыр кәүҙәле кешене ул соҡорҙан нисек алып менгәнебеҙҙе һөйләп тә тормайым, алып менгән кешеләр үҙҙәре генә белә.Ҡара тиргә баттыҡ. Күзмә бабай ғына бот сабып:
−Артыма еббәрҙем малай, ер убылып китте тип торам… − тип ата юлы менән һүгенеп килде
Икенсе көндө күршем торманы әле, ятты. Өсөнсө көндө генә, оло малайы трактор табып, трос менән тарттырып запорожецты соҡорҙан сығарҙы. Сирәм өҫтөнә ҡабат брезент йәйеп, Күзмә бабай машинаһын ҡутарып теҙеп һалды ла, бер көн ҡыйышҡандыр, булһа, майлап-һайлап ҡабат йыйып, әллә ҡайҙа сығып та китте. Шундай ул беҙҙең Күзмә бабай, алтын ҡуллы кеше.
Эсеп алһа, комиссарҙың уны хөрмәтләп, ҡулын маңғайына ҡуйып,тура баҫып торғанын һөйләй. Йәнәшендә мин дә булһам:
-Ышанмайһыҙмы? Бына, свиҙетель!-тип миңә күрһәтә. Мин әйе, тап шулай булды тип, уның һүҙен йөпләйем.
Әммә, Күзмә бабай бер ҡасан да, нисек руль артында йоҡлап китеп, осоп, соҡорға төшөп ултырғаныбыҙҙы һөйләмәй.
Уларын яйы сыҡҡан һайын ауыл халҡы үҙе уның иҫенә төшөрөп тора. Ундайҙы ауылда тиҙ генә онотмайҙа-а-р.
Ә кроссовкиларымды төшөп алдым соҡорҙан, ветерандар магазинынан ғына алған аяҡ кейеме бит ул, йыуып,ҡоротоп, яңы бауҙар бәйләп ебәрҙем, бына тигәндәр. Әле лә кейәм.
Оло Ыҡтамаҡ. 18 март 2012.