Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Гәзит уҡыусылар ижады
25 Февраль 2020, 14:00

Калуш

Хикәйә

Телефон шылтыраны, Тимерәктән Гөлниса әхирәтем икән.
– Ғәйшә, минең калушымды кейеп ҡайт- ҡанһың, урамға сыға алмай ултырам, – ти.
– Атаҡ, атаҡ, үҙемдекен кейгәндәй булам, дә баһа. Ҡайҙа сығып ҡарайым әле.
Кәрәҙле телефонымды алып, ишек алдына сыҡтым. Әхирәтемдең аяғы табан балығы шикелле киң, үҙе ҙур, мин нишләп уның калушын кейәйем, ти. Минең уймаҡ кеүек аяҡтарым уның калушы эсендә уйнап торор тип уйламай микән, вәт тинтәк. Эсемдән генә асыуланып, әхирәтемде әрләп ҡуйҙым. Әрләһә, ни булған, эйеме, барыбер ишетмәй бит. Һалған табансаһына хәтле үҙемдеке: береһе – ҡыҙыл, икенсеһе – һары. Шулай тип әйттем дә бирҙем телефондан. Асыуланды шикелле.
– Һинән башҡа береһе лә килмәне ул көндө, барахла калуштарын кейеп киләләр ҙә, яңыһын эләктерәләр, – ти, төрттөрөп.
Ике көндән телефон тағы шылтыраны.
– Ха-ха-ха... Таптым, таптым калушымды, Ғәйшәкәйем, күрше Фәриҙә инәйҙә булған. Үҙем алмаштырғанмын. Ышанаһыңмы, ауыл буйлап, өйҙән-өйгә йөрөп калушымды эҙләнем. Маһикамал ҡарсыҡ әрләп сығарҙы үҙемде, һикһәнгә етһәм дә үҙ аяҡ кейемемде бутамайым, тип. Етмәһә, күрше Тайыш ауылында йәшәүсе кейәүемә лә шылтыратып өлгөргәйнем.
– Юҡ, юҡ, мин нишләп калуш кейеп йөрөйөм, – ти.
– Ха-ха-ха... Үпкәләмә инде, әхирәткәйем.
Шул уҡ көндө калушыма тамға һалдым, ялтырап торған лак өҫтөнә һары иҙән буяуы һөрттөм, әллә ҡайҙан ҡысҡырып торһон, Ғәйшә ҡарсыҡтыҡы, тип.