Бөтә яңылыҡтар

Изге тупрағым

Тупраҡ-тупраҡ – ғәзиз ерем минең,

Һиндә йәшәйем, һиндә тыуҙым мин.

Шифалы үләнеңде ашап, һыуын эсеп,

Донъяларҙа рәхәт йәшәйем мин.

Тупраҡ беҙгә күпме ризыҡ бирә,

Бисмиллалап баҫ һин ереңә.

Бисмиллалы изге доғаларым

Һаҡлай мине ғүмер буйына.

Был донъянан киткәс керәбеҙ бит

Изге тупрағым ҡуйынына.

Донъяларҙың ҡәҙерен белмәһәк тә,

Яуап бирәбеҙ тупраҡ ҡуйынында.
Фәнүзә ДУСМӨХӘМӘТОВА,

Һөләймән ауылы.