Бөтә яңылыҡтар
Гәзит уҡыусылар ижады
24 Сентябрь 2019, 15:00

Әҙәби ҡунаҡхана (20.09.2019)

Ер йөҙөнә килгән һәр әҙәм балаһының күңеленә хис-тойғолар һалынған.

Кемдер уны ҡул эштәрендә сағылдыра, бәғзе берәүҙәр һүрәт төшөрә, йырлай, шиғыр юлдарына һала. Райондаштарыбыҙ араһында ундай һәләтле яҡташтарыбыҙ күп, уларҙың ҡайһылары тураһында беҙ белеп тә бөтмәйбеҙ. Әҙәбиәттә исеме ишетелеп өлгөргән, әммә беҙҙең өсөн әле яҡшылап таныш булмаған ижади шәхестәребеҙҙең береһе – Ғәзизйән Фәрхетдинов. 1954 йылда Тайыш ауылында тыуған Ғәзизйән Тимер-ғәзи улы урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте, артабан Йонос урта мәктәбен тамамлаған, армияла хеҙмәт иткән. Ул тормошон тыуған ауылы менән бәйләп, күп йылдар колхозда төрлө эштәр башҡара. Умартасылар династияһынан булғанлыҡтан, бал ҡорттары ҡарау менән мәшғүл. 2009 йылда ауылды ҡалдырып, Өфөгә күсеп киткәс, был кәсеп Ғәзизйән ағай-ға бик ярап ҡала – хәҙер ул “Алексеевский” совхозында бал ҡорттары ҡарай.

“Шиғыр яҙыу һәләте һәр кемгә бирелмәй. Ә инде Хоҙай һиңә ундай һәләт биргән икән, уны яҙып һалып ҡуйыуҙан файҙа юҡ. Халыҡҡа еткерергә кәрәк”, – ти Ғәзизйән Тимер-ғәзи улы. Хәҙер уның шиғырҙарына йырҙар ижад ителеп, танылған йырсылар башҡара. Марсель Ҡотоевтың “Мөхәббәт”, “Сәриә”, Айгөл Һағынбаеваның “Әсә күңеле” йыр- ҙарының һүҙҙәрен яҡташыбыҙ ижад иткән. Композиторҙарға шиғырҙарын күрһәтеп ҡарарға Ләмәҙтамаҡтан икенсе яҡташыбыҙ –Өфөлә йәшәгән Тамара Сайфуллина тәҡдим итә. Әлеге мәлдә Салауат Мөхәмәтйәнов башҡарыуында “Үткән- дәрҙе һалһаң үлсәүгә” тигән йыры эфирға әҙерләнә һәм оҙаҡ көттөрмәй тамашасыларҙы һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ. Әлегә һеҙҙең иғтибарға яҡташыбыҙҙың бер шәлкем шиғыр-ҙарын тәҡдим итәбеҙ.


Аҡыл менән

Дуҫлыҡ, тиҙәр, кәрәк, тиҙәр,

Ни етә дуҫ булыуға!

Тик бына кем белә икән

Кем менән дуҫ булырға?

Ғаилә, бала, ҡатын менән

Булыр кәрәк яҡын дуҫ.

Тик был эш бит талап итә,

Талап итә бик күп көс.

Туған туған урынында,

Туғанлыҡҡа ни етә!

Туған ҡала мәңгелеккә,

Ситтәр килә лә китә.

Таяҡ кеүек ике башлы,

Дуҫлыҡ та ике яҡлы.

Дуҫың дуҫ була белмәһә,

Хушлашыу булыр хаҡлы.

Ғүмер тигән бер нәмә бар,

Ваҡыт менән һанала.

Дуҫлыҡтың да ғүмере бар,

Ваҡыт менән һанала.

Аҡыл һатмаҫ, аҡыл һаҡлар,

Аҡыл яҡлар ямандан.

Аҡыл менән дуҫ булһаң,

Уңыр һәр саҡ юлың да.

Аҡыл һәр саҡ һинең менән,

Һинең менән тын ала.

Дуҫ булайыҡ аҡыл менән,

Ауыр саҡтар булһа ла.



Атай даны

Маҡтағанды яратабыҙ,

Иреп китеп, йәйелеп.

Ниңәлер бик яратмайбыҙ

Бил бөгөргә эйелеп.

Борон ирҙәр дан ҡаҙанған

Ҡайҙа ғына булһа ла.

Ғаилә ташлап ҡасып китеү

Булмаған ул уйҙа ла.

Ир бурысын үтәр кәрәк,

Үтәр кәрәк тырышып.

Үткәрмәйек ғүмерҙәрҙе

Юҡ эш менән булашып.

Ғүмер биреү балаларға

Ул, әлбиттә, изге эш.

Ғүмер биргәс, тәрбиәне

Кем һуң бирергә тейеш?

Беҙ бит һис тә ҡаршы түгел

Ир бурысын үтәргә.

Балаларға, ейәндәргә

Дан ҡалдырып китергә.

Юғарыла беҙҙең эште

Нисек күрмәйҙәр икән?

Бер аҙ маҡтау кәрәклеген

Ниңә белмәйҙәр икән.

Хурламағыҙ бик үк беҙҙе,

Төҙәлергә беҙ әҙер.

Беҙ ҙә – Хоҙай балалары,

Беҙгә лә кәрәк ҡәҙер.

Орден талап итһәк әгәр,

Әрһеҙлек булыр ине.

“Атай даны” миҙалы ла

Бик тә шәп булыр ине.


Әй буйҙары аҡ томан

Иртә генә тороп тышҡа сыҡһам

Әй буйҡайҙары шул аҡ томан.

Аҡ томандай саф хистәрең менән

Килерһең тип көтәм мин һаман.

Аҡ томанҡайҙарҙы Әй буйынан

Талғын елдәр наҙлап таратыр.

Кемдәр генә һине ғашиҡ итер,

Кемдәр генә һине яратыр.

Әй буйҡайҙарында аҡ томандар,

Бары бер саҡ, бер саҡ таралыр.

Һөйөү уғы һалған ҡайнар яра,

Йөрәк яралары уңалыр.

Аҡ томандар бер саҡ таралыр,

Таралыр ҙа осоп юғалыр.

Томан түгел, тәүге мөхәббәт

Күңелдәрҙә мәңге ҡалалыр.


Әй буйының һылыуы

Кем һылыуы, кем ҡыҙы был,

Һыу һөлөгө буй-һыны.

Әлбиттә, үҙбеҙҙеке,

Әй буйының һылыуы.

Яҙ ҡояшылай йылмайып,

Ғашиҡ итмәй кемдәрҙе.

Туң йөрәктәрҙе иретер

Әй буйының ҡыҙҙары.

Ғорур баҫып атлап килә

Әй буйының һылыуы.

Бигерәк тә яҡын инде

Йылмайыуы, көлөүе.

Тал сыбығы билдәре,

Һандуғастай телдәре.

Тарта күңел ҡылдарын

Әй буйының ҡыҙҙары.


Тау булырға

Тауҙар араһында тау булырға,

Тау булырға ине хыялым.

Тынғы бирмәй мәғәнәһеҙ уйҙар,

Бер ҙә генә минең юҡ ялым.

Тауҙай донъя ҡалдырырға була,

Тауҙай таш йорт була төҙөргә.

Мөмкин булмаһа ла мәңгелеккә

Үҙең менән алып китергә.

Кеше талап, алдап, урлашып,

Байлыҡ тауы була йыйырға.

Барыһынан бейегерәк итеп,

Алтын тауы өйөп ҡуйырға.

Йәшел үлән үҫер тигеҙлектә,

Сүптән дә тау була өйөргә.

Була исемеңде ташҡа яҙып,

Әҙер тауға маяҡ ҡуйырға.

Тауҙар араһында ғына тауҙың

Матурлығы, йәме, урыны.

Һине күреп, һиңә ағылһалар,

Бөйөклөгөң шунан күренер.

Тауҙан матурыраҡ нимә бар һуң,

Тауҙан матурыраҡ тау ғына.

Һоҡландырып, ҡыуандыра алһаң,

Тау булаһың килһә, бул әйҙә!


* * * * * * * * * * * * * * * * * * * * * * * * * * * * * * * *


Тыуған ер

Тыуғанмын Әй буйҙарында,

Абдулла ауылында.

Һоҡланам, ғорурланам

Ошо ерҙә тыуғанға.

Ҡайҙа ғына барһам да

Һәр ваҡыт күҙ алдымда.

Тыуған төйәк, бала сағым

Минең гелән уйымда.

Уратып алған тауҙары,

Атайымдың юлдары.

Сыр-сыу килеп, Әй буйында

Һыу төшкән саҡтарым.

Тыуған яҡтан матур ер

Юҡтыр донъя йөҙөндә.

Йәшәй бәхетлеләр генә

Тыуып үҫкән ерендә.

Зәбирә КӘШФУЛЛИНА

(Мирсаева), Теләш ауылы.


Онотма үҙ телеңде!

Минең балам башҡорт бит тип,

Әсә өйрәтә үҙ телен.

Юғалып ҡалма сит илдәрҙә

Бар бит һинең үҙ илең.

Ҡайҙа ғына йәшәһә лә,

Минең халҡым – башҡортом,

Онотмай ул туған телен,

Онотмай ул үҙ илен.

Ер йөҙөнә таралышып,

Йәшәй башҡортом минең.

Ғорурланып, мин башҡорт, тип,

Онотмайса үҙ телен.

Башҡорт теле, башҡорт моңо

Һәр саҡ беҙҙең йөрәктә.

Йәшәһен Башҡортостаным

Мәңге изге теләктә!

Миңһылыу КУЛИЕВА,

Үзбәкстан, Ташкент ҡалаһы

(Ҡорғат ауылында тыуған).


Ғорурлыҡ

Иҫем китеп тәбиғәткә бағам,

Ағастар ҙа япраҡ ҡойҙолар.

Һалҡын елдәр үҙәктәргә үтеп,

Ҡыш килеүен хәбәр һалдылар.

Ә шыршылар ҡымшанманы хатта,

Нисек торһа, шулай ҡалдылар.

Ғорур башҡайҙарын һалҡын елгә

Эймәнеләр улар, эймәне.

Ап-аҡ ҡышта донъя йәмләп

Йәшел көйө улар торалар.

Бөгөлөп-һығылып,

ҡышҡа башын эймәй

Ерҙә йәшәү үҙе батырлыҡ.

Күңелең саф, намыҫың таҙа

Кеше булып ҡалыу – ғорурлыҡ!


Үткән ғүмер япраҡ төҫлө

Көҙгө юлдан атлап киләм,

Ә юлдарҙа – алтын япраҡтар.

Бар уларҙың алтын һарылары,

Һәм ҡыҙылы, көрән, йәшеле.

Кеше ғүмерҙәре ошо япраҡ төҫлө,

Хоҙай төрлө итеп яратҡан.

Берәү ғүмере һары алтын төҫлө,

Ҡыҙыл төҫтә – йәшәй ут кеүек.

Ә йәшеле сабыр ғына

Ғүмер көҙөн үтә өҙөлөп.

Ҡаралары – инде ашығыуҙан

Ҡара янған, көҙгә етмәгән.

Эй, Хоҙайым, сабырлыҡ бир һин беҙгә

Насип ғүмерҙе иманлы үтергә.

Ожмах еремдә күпме йәшәһәм дә

Матур итеп йәшәп китергә.

Эҙем ҡалһын – балаларым булып,

Бәхетле ғүмер яҙһын уларға.

Онотолорбоҙ инде бер киткәстен,


Тик үпкәм юҡ

Аллам беҙҙе шулай яратҡан.

Атайым нәсихәте

Атай бәғрем әйтә ине,

Донъя хикмәт инде, ҡыҙым, тип.

Донъя хикмәттәрен күрә-күрә,

Уҙып киттем, атайым, алтмышты.

Донъя хикмәттәре ай-һай серле,

Анһат түгел уны аңлауы.

Аҡыл ғына түгел, сабырлыҡ та кәрәк

Серен аңлау өсөн донъяның.

Төрлө ваҡыт булды,

тик хәтерҙә ҡалды

Атайымдың әйткән һүҙҙәре.

Балам, тине, кешеләрҙән кәм булма,

Һөйрәләнмә тормош көткәндә.

Ярһыу ат шикелле алдан сапма,

Тиҙ хәлеңде алыр шәплегең.

Урталыҡты тот һин, балам,

Сәбәләнмә, ҡарап, һин байға.

Үҙ хәлеңә ҡарап алға атла,

Гел ғорур бул, эймә башыңды.

Ауыр саҡта дошмандарың көлөр,

Дуҫ-туғанға таян, ҡурҡма.

Яманлыҡтар уйлап, кенә тотма,

Яҡшылыҡ еңә, шуны онотма!

Рәзилә ФӘРХЕТДИНОВА,

Теләш ауылы.


Тыуған ауылым

Ауылыма ҡайтам, һағындым,

Урамдарҙан йырлап үтәрмен.

Шишмәләргә төшөп тыңлармын

Йәшлегемдең үткән йылдарын.

Ауылыма ҡайтам, һағындым

Юл буйында үҫкән ҡайынын.

Тау аҫтына төшөп, боролғас

Ауыл осондағы күперен.

Күперемдән сыҡҡас боролам

Уң яҡтағы кескәй тар юлға.

Шул тар юлдан барып керәмен

Үҙем уйнап үҫкән урамға.

Ауылыма ҡайтам, һағындым

Әсәйемдең тәмле аштарын.

Өйгә кереп ҡарап торамын

Әсәйемдең икмәк телгәнен.

Эй, һағындым икмәк еҫтәрен,

Баҡсалағы балан ағасын.

Баҡса артындағы йылғанан

Ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙар тауышын.

Эй, һағындым тыуған еремде,

Туғанҡайҙарымды һағындым.

Һағындырҙы күрше-тирәләр,

Бигерәк һағындырҙы әсәйем.

Ауылыма ҡайтам, һағындым,

Йүгереп түгел, осоп мин ҡайтам.

Хозур тәбиғәтең һинең, ауылым,

Саҡыра ла тора, көт, ҡайтам!


Балаларыма

Ләйсән ҡыҙыма туғыҙ йәш,

Илдар улыма – алты.

Илфир улыма бер тулды,

Заринаға – ай бары.

Ике ейәнем йүгерә,

Ике ейәнсәр үҫә.

Ошо матур дүрт балаға

Олатай булыуға ни етә!

Ләйсәнем китап һорай,

Илдарға уйын кәрәк.

Илфирҙы – күтәрергә,

Заринаға һөт кәрәк.

Бына шул алтынҡайҙар

Береһенән-береһе матур.

Улар булһа йәнәшемдә,

Шул тормошҡа ни етә!

Ринат БАЙРАМҒОЛОВ,

Борғатъя ауылы.