Аҙағы. Башы 30 апрелдәге 35-36 һандарҙа.
Халыҡ тарала башлағас, йәнәштә сауҙа иткән үзбәк ире ҡыҙға ашамлығын һона:
– Ҡыҙым, мин Аллах хаҡы өсөн.
Һүҙгә-һүҙ ялғанып, улар танышҡандай була. Йәшәр урыны, ашарына ла булмаған сараһыҙ ҡыҙ ирҙең үҙенә саҡырыуына ҡыйынһынып ҡына ризалығын бирә. Кәримжан мосолман әҙәбен һаҡлаған яңғыҙ ир булып сыға. Әммә ҡыҙға ир кеше менән өйҙәш булып йәшәү бик ситен. Күршелә генә йәшәгән артель етәксеһе, эш вәғәҙәләп, йәшәргә үҙҙәренә саҡыра. Бында хужаның улдары ҡыҙҙың ризығын тартып алыуҙы ғәҙәт итеп ала. Зөлхәбирәгә ҡаты-ҡото менән генә хушһынырға тура килә. Шул көндәрҙә хәлдәрен белдереп яҙған хатына яуап ала. Ағайҙарының иҫәнлеге, ата-әсәһенең уны ныҡ һағыныуы ҡыҙға йән өрә. Ҡанатланған ҡыҙ һөйгәненә лә сәләм хаты оҙатырға батырсылыҡ итә. Бына ул яуап хатын күкрәгенә ҡыҫҡан:
– Иҫән минең өмөтөм-бөркөтөм, – тип, хатты аса башлай. Хат ҡына ҡыҫҡа һәм йән өшөткөс булып сыға: “Беҙ һуғышта ҡан ҡойғанда һин ҡасып хыянатсы булғанһың икән дә. Дезертир, төрөмшик менән минең уртаҡлығым юҡ. Хаттарыңды үҙ тиңеңә генә яҙ!”
Бындай мәрхәмәтһеҙ яуаптан ҡыҙ албырғап ҡала. Башта, бында ниндәйҙер ялғышлыҡ бар тип, һөйгәнен аҡлап маташа. Әммә таныш яҙыу, таныш хәрефтәр уны ысынбарлыҡҡа ҡайтара. Ул күҙ йәштәренә, күңел һыҡрауына быуыла: “и, Нурлығаян, мин бит һине бер генә минутҡа ла күңелемдән сығарманым. Һин минең өсөн өмөттәр уятыусы, ҡанаттар ҡуйыусы булдың. Аҙ ғына яңылышым өсөн нисек кенә минең өҫкә оло ғәйепләү ырғыта алдың? Бынан һуң миңә нимә хаҡына йәшәргә? Нисек көн итергә?”
Ҡыҙҙың булмышын битарафлыҡ биләп ала. Тирә-йүндәгеләр уны ҡыҙыҡһындырмаған да кеүек. Хөкөм срогының бөтөүгә яҡынлашыуы ла уны һөйөндөрмәй. Күрше Кәримжан да ҡыҙҙың һурыла барыуын күрә йөрөй. Нисектер ул ваҡытын тура килтереп, ҡыҙға тәҡдим яһай. Икеләтә оло бул-ған иргә ыңғай яуап тиҙ алына. Хәҙер инде Зөлхәбирәнең кейергә кейеме бар, ашарына ла етерлек. Әммә ир ҡатыны булып йәшәү уға күңел тыныслығы түгел, йән ғазабы килтерә. Тыуып үҫкән төйәге лә төштәренә инеп үҙенә тарта. Һағыныуҙарына түҙә алмаған йәш ҡатын, хәләленән ризалыҡ алып, юлға йыйына башлай.
Бына ул поездан төшөп, йүгерә-атлай ауылына ашыға:
– Эй, йәндәй төйәгем, һеҙҙе һағыныуҙарымдың сиктәрҙән ашыуын белһәгеҙ икән. Ғәзиздәрҙән-ғәзиз тупрағымдың көсө, ләззәт булып булмышымды ҡеүәтләй. Үлән ҡыштырлауының серле моңо ла кинәнес булып күңелемә яғыла.
Ул, таныш ҡапҡаны үтеп, күтәрмәгә аяҡ терәй. Йөрәкһеп тупһа аша уҙа. Ә унда дөм һуҡыр булған атаһы ғына һике өҫтөндә ултыра.
Тауышын таныған атаһы һикереп тора:
– Ҡыҙым, Зөлхәбирә, һинме балаҡайым? Ҡайттыңмы? Бөтөнләйгәме инде?
Аталы-ҡыҙлы ҡосаҡлашып шатлыҡтан йыуаналар. Күрше-тирә эштәгеләргә лә һөйөнсөләгәнлектән, яҡындары ла ахылдашып ҡайтып инә. Үткәндәрҙе хәтерләп, табын ҡороп ултырған туғандарҙың шатлығының сиге юҡ. Еңеүсе ағай-ҙарының тальяны таныш та, танһыҡ та көйҙәрҙе ауыл өҫтөнә тарата. Был моңдар берсә шатлыҡты арттыра, берсә һағышлы үткәндәргә әйҙәй. Кинәнестән балҡыған ата-әсә лә:
– Йөрәк пәрәләребеҙ иҫәндәр бит, иҫәндәр, – тип, күҙ йәштәрен һөртөп-һөртөп алалар.
Икенсе көндө көйәнтәһен элгән Зөлхәбирә шишмәгә юл ала. Таныш һуҡмаҡтар ирек-һеҙҙән үткәндәргә алып китә:
– Һуғыш алды йылдарында ниндәй яҡты хыялдар, эскер-һеҙ дәрт менән йәшәгәнбеҙ. Кистәрен гармунсының йыр-моңо таралыуға йәштәр уйыны башланып та китә ине.
И, Сәкинә дуҫҡайым, таҡмаҡтарыңды теҙә-теҙә беренсе атылып сыға инең:
Ниндәй үкенес, яҙмышҡайың аяныслы тамамланып, ер һалҡын ҡуйынына алды. Тәүге комсомолдар – Әбделхай, Ғәзизйән, Тимерғәзе тиңдәштәрем. Һеҙ һуң? Һуңғы һулыштарығыҙҙы ҡайҙарҙа ғына алдығыҙ икән? Күршеләрем – оялсан Зәйнулла, сибәр Йосопйән – ҡыҙҙар ҡулын да тотоп ҡарамаған саф йәндәр. Һеҙҙең ҡара ҡағыҙҙарығыҙ ҙа нисәмә йөрәкте өтә. Күҙ йәштәренә ирек биргән ҡыҙ шишмәгә эйелеп көмөш тамсылар-ҙы битенә бөркә:
– Эй, шишмәкәйем, татлы һыуҙарың, ярһыу йырҙарың һаман да үҙгәрмәгән. Ә бит ярҙарыңа күпме тарих һеңешкән, ә һыуҙарыңда ғашиҡтарҙың һөйөү һүҙҙәре сылтырай. Тул-ҡындарында бейегән ҡояш нур-ҙарына сихырланып, мәңгелек йырыңа ҡушылып онотолаһы ине. Ана, шишмә үрендә ғорур аҡҡоштар парлы сәфәргә сыҡты. Һабан турғайының йәйге иртәнең сафлығына, донъяның матурлығына дан йырлауы ла тирә-йүнде нурға тултыра. Илһамланыуҙың сигенә еткән ҡыҙҙың ҡолағына ат бышҡырыуы салынып ҡала. Ул ашығып талдар араһына инеп китә.Ҡараһа, ат өҫтөндә бәүелеп- сайҡалып ир кеше килә. Ниндәй генә һалмыш булмаһын, Зөлхәбирә уның Нурлығаян икәнен таный. Яҡындары уның һуғыштан ҡайтып: “Мин һалдат, мин еңеүсе,’’ – тип күкрәк ҡағып йөрөгәнен, ҡатын-ҡыҙ менән дә артыҡ уйнағанын еткергәйнеләр шул:
– Эй, тәҡдир, ошо ерҙә таныштырып, һәр ҡайһыбыҙҙы төрлө-төрлө юлдарҙа һынап, тағы ла осрашыу насип иттең. Ә, хыялымдағы осрашыу-ҡауышыуҙарҙан тик бәхет кенә бөркөлә ине бит. Ғазаптарҙың һуңғы сиктәрендә лә эскерһеҙ һөйөүем алға әйҙәне. Эй, йәшлектең ярһыуҙары! Йөрәктәге ялҡындарҙың аҡылға буйһонмауҙары! И, Нурлығаян, яу ҡырында сыныҡҡан ир-уҙаман! Ниңә һин яңылышым янында бер үҙемде генә ҡалдырҙың? Ә бит хыялымдағы мөхәббәтем, тайпылыуҙарымды аңлап, алдағыларынан ҡурсалаған терәк-таянысым булырға тейеш ине.
Йөрәгендә яҡты хәтирәләре, үкенесле ауыр йылдары өйөрөлгән ҡыҙ өйөндә лә оҙаҡ тыныслана алмай. Кисенә йыраҡта ҡалған Кәримжанға, икеһенең артабанғы юлдары берекмәйәсәк тип, ғәфү үтенеп хат яҙып һала. Көҙөн Зөлхәбирә ағайҙары менән Урта Азияға юл тота. Тегеү комбинатында эшләп йөрөгәндә күршеләге яҡташы уға күҙ һала. Яуҙан ҡайт-ҡан ир ҡыҙҙың ағайҙары аша эш итә. Асыҡланыуынса, һуғыштан ул буш йортҡа ҡайтып төшә. Ҡатыны ике балаһы менән, ҡар аҫтындағы серек бәрәңгене ашап, вафат булғандар. Зөлхәбирәгә күршеһенең олораҡ булыуы күңеленә ятмай. Шулай ҙа ағайҙарының: “Ошо кешегә кейәүгә сығасаҡһың”, – тип белдереүҙәре туйға әҙерләнеүгә килтерә.
Улар ете балаға йән өрәләр. Донъя көткәндә ағы ла, ҡараһы ла сиратлай торғас, алтын туйы ла яҡынлаша. Балалары, яҡындары йыйылған табында Зөлхәбирә йөрәкһей-йөрәкһей күңелендәгеһен теҙеп һала:
– Тормоштоң һыналыу яланы булғанына йәшәйеш үҙе инандырҙы. Нисек кенә теләһәм дә, уй-хыялдарым тәҡдиремә яҙылғандар менән тап килә алманы. Ә бит бала сағымда арҡалы-бәхетле булдым. Ә бына хыялыйҙар итеп ғашиҡ иткән эскерһеҙ йәшлегебеҙҙе ҡәһәрле һуғыш урланы. Сит-ят ерҙәрҙә михнәт сигеп бик оҙон юлдар үттем. Ошо уҡ йылдарҙа күпме минең тиңдәштәрем ир наҙы күрмәй, бала һөйә алмай зарлы күңел менән ваҡыт-һыҙ гүр эйәһе булдылар. Һу-ғышҡа ла арба тулып китһәләр ҙә, кирегә һирәкләп кенә ҡайттылар. Уларҙың да күбеһе яралы, зәғиф инеләр. Бына шулар-ҙы уйлап, мин үҙемде бәхетлемен тип, шөкөр ҡылам. Балаларымдың атаһы менән бер төптән булып, ғәзиздәребеҙгә ҡанат ҡуйҙыҡ. Әсәй, өләсәй, хатта ҡарт өләсәй булыу бәхеттәрен татыным. Аллаһының биргәненә мең шөкөр, балаларыбыҙ ҡыуандырып ҡына торалар. Инде бына тәҡдир хөкөмөн үтә-үтә, ғүмеребеҙҙе лә ослап киләбеҙ. Ҡалған көндәребеҙ ҙә бәрәкәт өҫтөндә булып, һуғыш афәтенән Хоҙайым үҙе һаҡлап, үҙе яҡлаһын.