Бөтә яңылыҡтар

Әҙәби ҡунаҡхана

Гәзитебеҙҙе уҡыусылар Әбдрәхим ауылынан хеҙмәт ветераны, ауылдың “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе, районда ағинәйҙәр хәрәкәтен башлап ебәреүсе, 45 йыл элек аҡ ҡайынлы, ғорур ҡарағайлы Асҡын еренән бәрәкәтле Мәсетле төбәгенә килен булып төшкән Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы Фәйзрахманованың “Атай ҡарғышы” хикәйәһе менән таныш. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға уның сираттағы ижад емешен тәҡдим итәбеҙ.

Тәҡдир хөкөмө

(хикәйә)


Зөлхәбирәгә ниҙер булған, күңеле елкенә лә торасы. Бер ҡараһаң, тәрән һулыштан йыр һуҙаһы килә. Икенселәй, урыны тура килһә, тыпырлап бейеп китергә лә күп һорамаҫтыр. Әрәмәнән ағыл-ған былбылдар моңо ла күңелдең серле талпыныуын көсәйтә генә. Көйәнтәһенә эленгән күнәктәренең тауышы сихри сылтырау икән дә. Бына уның мөлдөрәмә һыуҙары менән ҡуҙғалыуы була:

– Сибәркәй күнәгенән һыу эсереп ебәрмәҫме икән?

Ҡараштарын күтәрһә, яр өҫтөндә таныш булмаған егет йылмайып тора һәм ыңғай яуап алыныр-алынмаҫтан ҡыҙ янына килеп тә төшә:

– Һыуҙарығыҙ татлы икән, затығыҙ кем икән?

Өнһөҙ торған ҡыҙҙан яуап булмаҫын аңлаған егет, күнәктәрҙе алып, яр өҫтөнә ыңғайлай. Бына шунда ғына Зөлхәбирә телгә килә:

– Теймәгеҙ! Ҡалдырығыҙ!

– Ай-һай тауышыңдың матурлығы! Күнәктәрең, яр өҫтөнә еткәс, мотлаҡ үҙеңдеке булыр. Мине Нурлығаян атлы тиҙәр. Таллыға ҡайтып барышым.

Ике көндән Үтәштекеләр берҙәм булып Таллыға һабан туйына юл ала. Улар араһында Зөлхәбирә менән Сәкинә лә бар. Ҡыҙҙар сигеүле ҡулъяулыҡтарын ат сабышы еңеүсеһенә бирергә һүҙ беркеткәндәр. Бына күңел асып йөрөгән ҡыҙҙарға: “Аттар килә! Аттар!’’, – тигән шатлыҡлы тауыш килеп етә. Кинәттән еңеүсегә яҡын барыу мөмкин булмай. Тәүҙә уны яҡындары ҡотлап, күккә сөйөп геү килә. Бына әхирәттәргә лә сират етә. Сая Сәкинә артынан Зөлхәбирә лә ҡыйыуһыҙ ғына ҡулъяулығын һона. Егет ҡыҙҙың ҡулъяулығына ҡуша бармаҡтарын да эләктергәнлектән, ҡыҙ ҡарашын күтәрергә мәжбүр була. Ә ҡаршыһында киң йылмайып Нурлығаян тора:

– Исемеңде әйтмәһәң, ҡулъяулығыңды алмайым, – ти ул, шаяртып.

– Зөлхәбирә, – тигән яуап ярым бышылдап әйтелһә лә һүҙҙәр үҙенән-үҙе ялғанып та китә.

Байрамдың ҡыҙған ғына мәлендә майҙанға ашығып һыбайлы килеп инә:

– Ҡайғы! Туғандар! Герман һуғыш башлаған!

Байрамдағылар тынып ҡала. Күп тә тормай китә илаш, ҡысҡырыш. Нурлығаяндың да ата-әсәһе уны эҙләгәне күренеп ҡала. Шулай ҙа егет:

– Татлы һыуҙарыңды эскән ерҙә, кисен һине көтәм, – тип әйтеп өлгөрә.

Һуғыштың ҡара афәте ҡанат йәйергә торғанлыҡтан, ауыл өҫтөндә – ауыр тынлыҡ. Йөрәктәре тәүге ярһыу хистәргә тулышҡан ғашиҡтар өсөн генә һуғыш һөрөмө ҡайҙалыр күсеп торған кеүек. Йәнәшәлә генә, мәңгелек йырын һуҙып, йылға тулҡын ҡаға. Күктәге йондоҙҙар, һөйөүҙе хуплап, күҙ ҡыҫалар кеүек. Өнһөҙ генә әйтелгән йөрәк һүҙҙәре һандуғас моңдарына ҡушыла:

– Күптән көткәнем, күптән эҙләгәнем бит һин, Зөлхәбирәм! Яуға китеп бар- һам көтөрһөңме?

Ҡыҙ күҙ йәштәре аша ризалығын белдереп башын ҡаға. Бәхетле мәлдәрҙең сиге лә буласағы инде күҙаллана.

Егеүле аттарҙа һуғышҡа китеүселәр ғәҙәти күренеш. Ара-тирә гармун тауыштары ишетелеп ҡалһа ла уларҙан инде дәртле көйҙәр ағылмай. Хушла-шыусыларҙың да һағышлы йырҙары күҙҙәргә йәш алдыра:

Беҙ урамдан сыҡҡан саҡта,

Күтәрелде томандар.

Донъя хәлен белеп булмай,

Һау булығыҙ, туғандар.

Нурлығаяндың да китер юлы Зөлхәбирәләр ауылы аша уҙа. Алдан һөйләшелгәнсә юлдаштарынан тотҡарланып, һөйгәнен һуңғы тапҡыр ҡосағына ала:

– Изге теләктәрем һалынған ошо янсыҡты иҫтәлегем итеп ал. Еңеү менән ҡайтыуыңды түҙемһеҙләнеп көтөрмөн.

– Мин дә иҫәнлектә осрашыуыбыҙға ышаныс менән китәм. Көт, йәнем!

Осо-ҡырыйы күренмәгән һуғыштың башланыуына ла ике йыл булып киткән. Ил өҫтөндәге өмөтлө лә, өмөтһөҙ ҙә бул-ған хәбәрҙәр сиратлашып ҡына тора. Ҡайғылы ҡара ҡағыҙҙар да байтаҡ ҡап-ҡаларҙы шаҡырға өлгөргән.

Аслыҡҡа-яланғаслыҡҡа өҫтәлеп, хөкүмәт заданиелары, заем тылдағыларҙың алҡымында тора. Ҡараңғынан-ҡараңғыға эш өҫтөндә булған Зөлхәбирә һуғыш ауырлыҡтарына әле бирешмәгәндәй. Килеп торған һағыныу хаттары өмөттәрен арттырып, йәшәү дәртен ҡеүәтләй. Һалдат итеге кейгән ағайҙары ла, иҫәнлектәрен белдереп, ҡыуандырып торалар. Ҡыҙҙың әсәһе лә хәҙер уҡытмай, уны колхоз рәйесе булырға күндергәндәр. Бына ул хеҙмәт армияһына китеүселәр-ҙең исемлеген төҙөп ултыра. Унда Зөлхәбирә лә бар.

Ризыҡ йүнләгән биштәрле ҡыҙҙар поезға ултыра. Һуғыш кәрәк-ярағы, ҡорал тейәлгән составтарҙы туҡтатмаҫ өсөн тәүлектәр буйы бер урында тотҡарланалар. Шул арала ҡыҙҙар күңел асырға ла өлгөрә. Ҡумыҙҙың танһыҡ моңо ишетелеүе генә көс – Сәкинә таҡмаҡ әйтә-әйтә бейергә төшөп тә китә.

Уйнап алайыҡ әле лә,

Йырлап алайыҡ әле.

Уйнап-көлөп, йырлап-бейеп,

Күңел асайыҡ әле.

Иртән торам да ҡарайым,

Гөлдәр сәскә атҡанын.

Иртә көтәм, кис тә көтәм,

Һин дуҫымдың хаттарын, – тип уны Зөлхәбирә күтәреп ала.

Ҡалғандарҙың да сабырлыҡтары оҙаҡҡа түгел, табандары ғына ялтырап ҡала:

Йәнекәйемде оҙатҡанда,

Яулыҡтарым болғаным.

Ул да кепкаһын болғаны,

Мин дә мәхрүм булманым.

Шулай ҙа айға һуҙылған юлдың аҙағы юлаусылар алдына һынау артынан һынау ҡуя. Ашар ризыҡтары бөтә. Шишмә һыу-ҙарында ғына тәрбиәләгән толомдарын бет һырып ала. Тәғәйен урында мунсала йыуынып, шыйыҡ булһа ла ашханала туҡланып алғас, хәл ингәндәй була. Ҡыҙҙар торф әҙерләү эшенә ҡуйыла. Әҙер сеймалды вагондарға тейәү ҙә улар иңенә төшә. Тәүлегенә ун ике сәғәт бил бөккән эшселәргә көнөнә дүрт йөҙ илле грамм ғына икмәк бирелә. Иртәнге ашау һыу менән икмәктән ғибәрәт. Төшкөһө – йөҙөп йөрөгән бер-ике бәрәңгеле өйрә. Кисен дә шул уҡ күренеш. Әмәлгә ҡалғандай, Сәкинәнең бер аҙналыҡ икмәк карточкаһын урлайҙар. Бер нормаға йәшәгән ҡыҙҙар йонсоуҙың сигенә етә. Өҫ, аяҡ кейемдәре лә алмаш һорай. Һағыныу һағыштарына ла түҙер әмәл юҡ. Ул шул тиклем көслө була. Ауылдаштар, мәрйә ҡыҙҙарының ҡотҡоһона бирелеп, ҡайтырға сыға. Тәүлек тә үтмәй, уларҙы ҡулға алалар. Күп тә тормай, суд ҡарары еткерелгән ҡыҙҙар төрлөһө-төрлө яҡҡа оҙатыла. Зөлхәбирә лә һаҡ аҫтында Себер тарафтарына урман эшенә ебәрелә. Юлда уларҙың поезын ҡайҙандыр килеп сыҡҡан немец самолеты бомбаға тота башлай. Ҡыҙ иҫенә килгәндә, вагондың яртыһы юҡ, тирә-яҡ ҡанға тулған, шунда уҡ өҙөлгән кеше ағзалары аунай. Был күренештән ул уҡшый башлай һәм иҫенән яҙа. Аңына килгәс, конвойҙың ҡул ишаралары менән нимәнелер аңлатырға тырышҡанын абайлай. Һуңынан асыҡланыуынса, контузия алған ҡыҙ бөтөнләй ишетмәй икән. Бөтә ағзаларың да һау тип, юлдарын дауам итәләр. Хисле ҡыҙға юлдың ғазаптары һис кенә лә осланмаҫ кеүек. Керләнгән арыҡ тәнде кейем беттәре йонсота. Башта үрсегәндәренән дә ҡотолор әмәл юҡ. Сәс төптәрен йыш ҡашып торорға мәжбүр. Аша тишелә башлаған ҡатаһы туҙыуҙың сигенә еткән, кейем ишараттары һис кенә лә йылы тотмай. Һаҡсының түбән-һетеп кенә һонған ризығы ла йән аҫрарлыҡ ҡына. Тән ғазаптарына күңел һыҡрауы ҡушылған Зөлхәбирә:

– Атай-әсәйем был хаҡта белгәс, ниҙәр генә ҡылырҙар инде? Кешеләр алдында аҡланыр өсөн ниндәй генә һүҙҙәр табырҙар икән? Ут эсендә йөрөгән ағайҙарыма, Нурлығаяныма һуң? Яңылыштым бит, ныҡ яңылыштым. Ниңә генә түҙмәнем икән? Эш өҫтөндә вафат булһам, мең артыҡ булған булыр ине, – тип илаулап та ала.

Һалҡын Себер уны ҡеүәтле ҡарағай-ҙары, тәпәш барактары, һөмһөҙ һаҡсылары менән ҡаршы ала. Ул эшләйәсәк бригада тимер юл төҙөлөшө өсөн ағас әҙерләй икән. Таңдағы барлауҙан һуң тамаҡ ялғап алған барактағылар көрт ярып эшкә тотона. Һурып алғандай хәлһеҙ тот-ҡондар ҡараңғыла ғына урындарына ауа. Өҫ, аяҡ кейемдәре кибергә өлгөрмәгәнлектән шаҡырайып туңалар. Махсус кейемендәге Зөлхәбирә лә тырышып-тырмашып бүтәндәрҙе ҡабатлай. Хатлашыу-хәбәрләшеү тыйылғанлыҡтан, ҡыҙ баланың күңеленә яуапһыҙ һорауҙар тынғы бирмәй. Быға өҫтәлеп, михнәттәргә бирешкәндәр ҙә күңелдәргә шом һала. Сираттағы барлауҙа тағы ла берәүҙең аяғына баҫа алмағаны асыҡлана. Мәрхүмәнең һәленеп төшкән арыҡ ҡулдары йәш ҡыҙға бәхилләшеп ҡул болғай кеүек тойола. Ҡыҙғаныуҙан йәштәренә быуылған Зөлхәбирәне ҡарауылдағылар тиҙ үк урынына баҫтыра. Баракта тотҡондарҙың өсәүһе үҙ талаптарын ҡуйған. Улар Зөлхәбирә кеүек өнһөҙҙәрҙе ыҙалап көн күрә. Мыҫҡыллау алымдары яңыртылып ҡына тора: эштән һуң Зөлхәбирәнең сисенеүе була, ҡатындар уның сәсенә килеп йәбешә. Күп тә үтмәй тупаҫ ҡайсылар үҙ эштәрен башҡарып та ҡуя. Шаңҡыған ҡыҙ, толомдарының усаҡта көйрәгәнен күреп, иҙәнгә һығылып төшә:

– Ни эшләттегеҙ һеҙ мине? Кем мин хәҙер? Кем?

Кәмһетеүселәр ҙә яуапһыҙ түгел.

– Ах, бетле баш, ҡарҙа ялан аяҡ йөрөтөүҙе теләйһеңме?

Был ғауғаны ҡарауылсының килеп ҡыҫылыуы ослап ҡуя. Толомдарын юғалт-ҡан ҡыҙҙың күңел һыҙланыуҙарының сиге булмаҫ кеүек. Бына ул ҡайҙандыр табып алған көҙгө ярсығына ҡурҡа-ҡурҡа күҙ һала. Ә унда, һирәкләп сәстәре көмөшләнә башлаған таныш та, таныш та булмаған йонсоу ҡыҙ төҫмөрләнә ине.

Көтмәгәндә ҡыҙҙы хәрби кейемдәге оло ғына ир кеше эҙләп таба. Ауырлыҡ менән аралашһалар ҙа уның яҡташ икәнен һәм конвой башлығы булғанын аңлап ҡала.

Ярһыу яҙҙар үтеп йәй башлана.Тирә-йүндә хистәрҙе биләгән тәбиғи хозурлыҡ. Һоҡланыуҙан сафлыҡ өйөрмәһендә йөҙгән ҡыҙ хисләнеп:

– Тәбиғәттең иң саф сағы – йәйге нардуғандың аяу көндәре еткән икән дә. Йәшеллек һутҡа тулышып, бала сығарған ҡоштар ҙа кинәнестән тынып ҡалған. Ошо көндәрҙә өләсәйем-мәрхүмә ситән баштарына ҡунған ҡоштарҙы ҡыуып ебәреү, аяҡ аҫтындағы бөжәктәрҙе таптау, оло гонаһ, тип иҫкәртер ине.

Яҡындарын хәтерләүҙән күҙҙәренә йәш алған Зөлхәбирә өҫтөнә ҡарағай ауып килгәнен шәйләп ҡала:

– Ах, харап булам даһа. Ҡотҡарығыҙ! – тип һөрәнләүгә, ағас ергә һеңдереп тә ҡуя. Иҫһеҙ ҡыҙҙың кәүҙәһен лазаретҡа илтәләр. Бәхетенә күрә, һыйыҡ ботаҡтарға тура килеп, зыян ҙурҙан булмай. Ә ҡурҡыу хисе ғүмерлеккә йөрәгенә яҙыла. Күп тә тормай яҡташы:

Был ишетмәгән баланы ағас бер баҫмаһа, бер баҫыр тип, тегеү цехына күсереүгә өлгәшә. Зөлхәбирә хәҙер тотҡондарға кейҙерер өсөн үлгәндәрҙең кейемдәрен ямай. Фронт өсөн палаткалар ҙа тегәләр. Бында инде махсус теген машинаһын алты кеше хеҙмәтләндерә. Яңы һөнәренә тиҙ күнегә ҡыҙ. Норманы ла арттырып үтәй башлай. Был туҡланыуҙы яҡшыртыуға килтерә. Күҙе асылып хәл ингән ҡыҙ, иҫенә төшкән һайын, конвой башлығына рәхмәттәр уҡый. Инде ҡолаҡтары ла яйлап асыла башлай. Шулай ҙа алдағы билдәһеҙлек һорау артынан һорау ҡуйып уйҙарға һала. Хөкөм ителеүгә лә ике йыл тулып килә. Көтмәгәндә, цехта яңғырап киткән Еңеү тураһында һүҙ тегенселәрҙе аяҡҡа баҫтыра. Был көн ял итеп иғлан ителгәнлектән, тот- ҡондар бер-береһе менән ихлас аралаша. Яҙмыштарының аянысын уйлап, күҙ йәштәре менән ҡайғыларын йыуалар. Күңеле елкенгән Зөлхәбирә лә йәнәшәлә эшләгән милләттәшенә күңелендәгеһен асып һала:

– И, балаҡайым, һин дә минең кеүек юҡтан ғына ғазапланаһың икән дә. Мине лә быйма ҡуңысына һалып алған ике ус бойҙай өсөн хөкөм иттеләр. Өйҙә аслыҡтан шешенеп ултырған балаҡайҙарым өсөн шул көнгә төштөм. Атайҙары һуғышта. Иҫәндәрме, юҡмы, исмаһам, белә лә амайым бит.

Ҡатын һөйләүҙән илауға күсә. Тыныс-лана биргәс:

– Сабыр итәйек. Алдағылары хәйерлегә булһын. Тәҡдиргә яҙылғаны шулдыр инде.

– Минең дә бит ағайҙарым һуғышҡа алынғайны. Ут эсендә булған йән йәремдән дә хаттар алып торҙом. Улар иҫән-һау ҡайтып төшһә, ни хәлдәр генә яуап тотормон инде?

Алдағыһын төрлөсә күҙаллап, төнөн йоҡоһоҙ үткәргән Зөлхәбирәне төрмә етәксеһенә саҡыралар. Кисенә, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ хәрби заводҡа эшкә юллана. Бында иректә йөрөһәләр ҙә, һәр көндө хоҡуҡ һаҡлау бүлегендә күренергә тейеш булалар. Ашау наҡыҫ, тәғәйен йәшәр урындары ла юҡ. Аслыҡтың сигенә еткән ҡыҙ ял көнө баҙарға бара. Халыҡ тарала башлағас, йәнәштә сауҙа иткән үзбәк ире ҡыҙға ашамлығын һона:

– Минең аҡсам юҡ бит!
(Дауамы бар).