Ауыл йорто. Яҡты аш бүлмәһе,
Һүҙ башланы шул саҡ үҫмер Латип,
– Сәкән һуға инек “Шар “ буйында,
Дуҫтарым да күмәк инеләр..
– Атай, атай, кем була һуң кулак?
Ниңә миңә: “Кулак!” – тинеләр.
Шаңҡытты бит һорау Шафиҡ ҡартты,
– Йоҙроҡ була, улым, – тип көрһөндө,
Ул бит һүҙе урыҫ теленең.
– Йоҙроҡ – тимәк, беҙ тупланған нәҫел,
Тимәк, улым, иң-иң көслөбөҙ.
Күпме бармаҡ беҙҙең ҡулдарҙа,
Шулай берҙәм, шулай ишле беҙ.
Улы түгел, Шафиҡ аңлай алмай:
Тапҡан байлығымы – ғәйебе?
Тамырҙарын барлап нәҫеленең
Көслө ине Шафиҡ. Төҙ кәүҙәле.
“Мин, мин”... тигән унлап көрәшсене
Еңгән саҡтары ла булғандыр.
Тора алманы эшһеҙ. Ҡулдарында
Булыр ине һәнәк йә көрәк.
Умартаһы – һанһыҙ. Мурҙа үрҙе,
Ҡояштан да тороп иртәрәк.
Буй еткерҙе үҙе кеүек таҙа
Йәлләп тормай, бәләкәстән генә
Ҡарап торор ине гел һоҡланып:
– Йортом тауҙай, балам – ҡырмыҫҡа.
Күнегәлер бары ялҡау ғына
Хәрәкәтһеҙ эшһеҙ тормошҡа.
Ә ере бит ниндәй! Ҡотлобайы –
Башҡорттарҙың ожмах төбәге!
Ҡайтарыр ҙа һиңә берҙе унлап,
Булһын ғына изге теләгең!
“Лапаҫ күле”, серле “Ҡыҫыҡ” – шишмә,
Балыҡ ҡарпый иҫке Әйендә.
Урман тиһәң, ҡош-йәнлеге тулы,
Сыҡҡың килмәй ҡышын-йәйен дә.
Көтөү-көтөү һыйыр, ат йөрөнө –
Һай киң, Ҡотлобайҙың яланы!
– Быйыл тағы үлән уңған, –тине,
– Арттырайыҡ, атай, мал һанын.
Онот инде, аҡтар бер көн уҙып,
– Нисек онотаһың, кырандасҡа егеп,
Ун биш атты алып киткәнде.
Үҫмер улым ҡайтып килер тиеп,
Ҡапҡа төптәрендә көткәнде?
Улдарына ҡарап, әрнеп-әрнеп,
Шафиҡ ҡарттың һыҙлай йөрәге.
Маҡсатында түгел – ҡомһоҙлоҡ,
Күрше –күрше, туған – туған ине,
Ҡалманы тик уның яҡлылар.
Бер көн килеп барса нәҫеленә
“Кулак” тигән мөһөр таҡтылар.
Йорто гүйә – туҙҙырылған иләү,
Йәш килендәр сеңләп иланы.
Бер туғаны ҡалды, икенсеһе ҡасты...
Умарталай ауыл гөжләп торҙо:
Байлыҡтарын тартып алырға
Мылтыҡлылар икән киләләр.
Таш һын төҫлө Шафиҡ ҡатып ҡалған,
Ғәүнетдиндең аға күҙ йәше:
– Атай, мине ҡатын ташлап китте,
Һүнде төҫлө йорттоң ҡояшы.
Ейәнең тик ҡалды. Төштәремдә
Ҡара һыуға, атай, ҡойондом.
Себер юлдарында күҙ йәштәре
Туңмаҫ микән сабый улымдың?
Әйберҙәрен төйнәй йәш килене:
– Ни күрһәк тә, атай, беҙ бергә.
Беҙ – ғәйепһеҙ, беҙ ҡайтырбыҙ илгә,
Ирем менән китәм Себергә.
Шығыр-шығыр килеп һөйрәлгәндәй
Бәхетһеҙлек тулы вагондар.
Ямғыр йәше йыуа тәҙрәләрҙе,
Болоттармы илап ҡалдылар.
Тыныс түгел йәне Һәҙиәнең:
Ҡыҙы Хаят юҡ бит вагонда.
Шафиҡ тыныс: ”Ҡалһын үҙ ерендә,
Боҙ булғансы Себер ҡарында.
Беҙ түгелме яҙмыш ҡосағында
Дауыл өйөрөлткән тапсыҡтай?
Себер юлы – ғазап, Себер юлы – ҡайғы,
Ҡайтырбыҙмы, үлмәй аслыҡтан?”
– Себер! – тиҙәр. Теҙелешеп киткән
Ҡотһоҙ ҡара ағас барактар.
Урман яңғыраны. Атыу тауыштары
Шом уятты, шартлап, йыраҡта.
Уҡытыусы, крәҫтиән, мулла...
Урман тулы тотҡон эшселәр.
Ағас ауа. Ағас менән бергә
Утҡа, һыуға һалып язмыштарҙы
Артабанғы һүҙем ут шикелле
Уҡыусым, һин тыңла, ашыҡма һин,
Бел нәҫелде нимә көткәнен.
Язмыш ҡуйыр ҡара нөктәһен.
Ҡоторонған тифтан, мандый алмай,
Тәүге булып Шафиҡ ҡарт ауыр.
Килене лә ятҡас, хәлһеҙләнеп,
Төнөн килеп бер мәл, аҡырышып,
Дүрт улын да алып китерҙәр.
Дүртеһен дә йотор ҡара урман,
Ҡайтыуҙарын юҡҡа көтөрҙәр.
Ни күрһә лә әҙәм башҡайҙары,
Үҙ еркәйем тип тулар йәне.
Ҡайтыр инәй улы, ҡыҙы менән,
Үҙ урманың, иркен һауаларың
Барса дауаларға тиң икән.
Бөтәштерер күңел яраларын
Ерең-һыуың йәнгә им икән!
Һыйындырыр башҡорт ҡыҙын йәлләп,
Ҡарауылдан ҡасып ҡотолһа ла,
Ғазаптарҙың татыр ауырын.
Тән ғазабын түгел, йән ғазабын
Кисерәсәк бахыр был бала.
– Хәйерсе ҡыҙ йөрөй һыныҡ һорап, –
Тигән хәбәр бик тиҙ тарала.
Илдә сәпсек үлмәй тигәндәр ҙә,
Ҡасаҡ Хаят та бит үлмәгән.
Яҙмыш арбаһының иң ауырын
Булғандыр тик, илап һөйрәгән.
Бесән сапҡан, бесән йыйған үҫмер,
Иҙән йыуған тамаҡ хаҡына.
Уй уратыр бары Әй буйҙарын,
Юлдар бикле Тыуған яғына.
Буйҙаҡ иргә сығып, ҡыҙ үҫтереп,
Мәңгелеккә шунда ул ҡалыр.
Ситлектәге бикле ҡош шикелле
Бығауланған төҫлө ҡурҡыуынан
Һуңғы һулыш алыр, ҡайта алмай,
Эҙләп табыр ҡыҙы нәҫелен.
Башҡортостан, күпме ҡыҙ, улыңды
Себер тарафтары ер иткән.
Бирешмәгән башҡорт, бөгөлмәгән,
Ҡабат, үҙ ерҙәрен гөл иткән.
Себер һалҡынында сыныҡҡандар
Ҡайтарҙы ер ҡотон, ырыҫын.
Һындырырлыҡ көстәр юҡ ул ерҙә
Башҡорт милләтенең рухын!