Мәсетле тормошо
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Гәзит уҡыусылар ижады
21 Ноябрь 2018, 19:05
Кризистан ҡотолдом
Кризис тип, аҡса юҡ тип, Ҡайғырып ултырмайбыҙ. Яҙ етһә баҡса тултырып, Йәшелсә ултыртабыҙ. Йәшелсә-емеш ултыртҡас, Эштән һис бушамайбыҙ: Һыу һибәбеҙ,һирәкләйбеҙ, Сүп үләнен утайбыҙ. Уның араһында көн дә Һыйырҙарҙы һауабыҙ. Бройлер,күркә ашатабыҙ, Кесерткәнен төйәбеҙ. Эх, дуҫҡайым һиңә әйтәм, Аяҡ тыпылдап тора. Аяҡ тыпылдап торғандың, Ауыҙы шапылдап тора. Ауыҙ тултырып бройлерҙың Боттарын кимерәбеҙ. Сепаратор аша үткән Ҡаймаҡты һемерәбеҙ. Эх, туғандар, һеҙгә әйтәм, Ялҡауланып ятмағыҙ. Кризисты алҡымынан Алып ҡына ташлағыҙ. Эх, дуҫҡайым, һиңә әйтәм, Консерва катать иттем. Помидор,ҡыярҙарҙы мин Иҙән аҫтына илттем. Ҡайнатмалар күп ҡайнаттым: Сейәһен,ҡарағатын. Ҡурай еләк, алмаларын, Баланын, һырғанағын. Ҡыш еткәс тә тик ятмайым, Тегенергә тотондом. Тегәм милли әйберҙәрҙе, Кризистан ҡотолдом. Эштән ҡурҡмағанда ғына, Донъяла йәшәү еңел. Тамағың туҡ, өҫтөң бөтөн, Балаҡайым, шуны бел! Мәүжиҙә АЛЛАЯРОВА, Дыуан-Мәсетле ауылы.
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?