Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Гәзит уҡыусылар ижады
1 Октябрь 2018, 14:08

Тыуған яғым

Эх, һағындым тыуған яғым, Йәмле Әйҙең буйҙары. Еләкле болондары, Ҡуйы, матур урманы. Эх, һағындым тирәктәрҙә, Һандуғастар һайрауын. Әй буйына хуш еҫ бөркөп, Муйыл сәскә атыуын. Инде ҡасан ҡайтырмын, Томанлы иртәһенә. Йырлай-йырлай болондарҙа, Еләк-бесән еткәндә. Һеҙ китмәгеҙ сит ерҙәргә, Тыуған яҡтарҙы ташлап. Һеҙ ҙә шулай минең һымаҡ Йырларһығыҙ һағынып. Зәбирә КӘШИФУЛЛИНА(Мирсаева), 70 йәш.