Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Файҙалы кәңәштәр
10 Апреля , 05:30

Картуф репродукцияһы – нимә ул?

“Репродукция” тигән һүҙ ҡатмарлы яңғырай, әммә ысынында картуфтың “яңы быуыны” тигәнде аңлата. Баҡсасыға картуфтың ни тиклем йәш, көслө һәм ниндәй уңыш биреүен аңлау өсөн репродукцияны белеү мөһим.

Добавить в предпочтительные источники Google
Картуф репродукцияһы – нимә ул?Картуф репродукцияһы – нимә ул?
Картуф репродукцияһы – нимә ул?

Картуфтың бер үҙенсәлеге бар: ваҡыт үтеү менән ул “арый” һәм ауырыуҙар (вирустар) туплай. Шуға күрә бер нисә йыл һайын орлоҡтарҙы яңыртырға кәрәк.
Картуф быуындары:
1. Бәләкәй бүлбеләр (лаборатория)
Ғалимдар лабораторияла картуфтың бер һау-сәләмәт күҙәнәген алып, пробиркала ваҡ картуф үҫтерә. Улар таҙа һәм сәләмәт.
2. Супер-суперэлита
Баҫыуҙа беренсе йыл үҫтерелгән лаборатория бүлбеләренең “балалары”. Иң көслө орлоҡтар.
3. Суперэлита
Был – “ейәндәре”. Ултыртыу өсөн бик сифатлы картуф.
4. Элита
Был – “бүләсәрҙәр”. Ябай баҡсасы өсөн иң яҡшыһы.
Картуф юғары уңыш бирә һәм ауырымай тиерлек.
5. Беренсе репродукция
Улар – элитанан үҫкән бүлбеләр.
Улар әле һаман бик һәйбәт һәм яҡшы уңыш бирә.
6. Икенсе репродукция
Ул – “ейәндәрҙең бүләләре”. Уңышы аҙыраҡ буласаҡ, әммә һаман да лайыҡлы.
Ни өсөн бер үк картуфты ун йыл рәттән ултыртырға ярамай?
Әгәр беҙ йыл һайын үҙ уңышыбыҙҙан орлоҡтар һалһаҡ, тоҡом боҙола башлай:
- бүлбеләрҙә йыл һайын ауырыуҙар күбәйә бара;
- картуф ваҡ булып китә;
- ҡыуаҡтар йыш ауырый һәм ҡорой;
- тәме насарайыуы ихтимал.
Ғәҙәттә, 2-се йәиһә 3-сө репродукциянан һуң картуф “орлоҡ” тип түгел, ә “аҙыҡ” тип иҫәпләнә.

Әхнәф ТӘҠИЕВ,
“Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы филиалының төп агрономы.

Автор: