Әрем менән дауалау организмдағы бөтә гноеродлы иң ябай инфекцияны үлтерә, йоҡоһоҙлоҡто, нервы ауырыуҙарын дауалай, матдәләр алмашыныуын тергеҙә, һөҙөмтәлә һимереү һәм артыҡ ауырлыҡ юҡҡа сыға. Был ауырыуҙарҙы тиҙ арала тәртипкә килтереү өсөн иң көслө сара. Әрем терапияһы бөтә шешеү ауырыуҙарын тиерлек, бигерәк тә аш һеңдереү юлы һәм енес ағзалары зарарланған осраҡта, бөтөрә. Уны гинекологик ауырыуҙар, простатиттар, уретриттар, тире, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, бөйөр һәм башҡа күп осраҡтарҙа ҡабул итәләр. Терапия шулай уҡ буласаҡ ата-әсәләргә йөклөлөккә әҙерләнгән ваҡытта тәҡдим ителә.
Дауалау курсына 100 грамм ҡоро әрем етә. Әҙерләнгән ҡоро әремде ҡул менән ыуып, дуршлаг аша үткәрергә. Иләктән үткәндәрен ҡоро килеш йоторға, ә дуршлаг аша үтмәй ҡалғандарын клизма, спринцлау, күҙгә, ҡолаҡҡа, танауға тамыҙыу йәки ауыҙҙы сайҡау өсөн төнәтмә әҙерләүгә китә.
Ни өсөн ҡоро әрем ҡулланырға тәҡдим ителә? Ул бөтә эсәк-ашҡаҙан тракты аша үтеп, бөтә участкаларҙы дауалаһын өсөн. Хатта миомалар ҙа бер ай дауаланғандан һуң юҡҡа сыға ала.
Әрем әсе һәм ағыулы. Ул тәнде унда булған төрлө зарарлы тере организмдарҙан таҙарта – трихомонадтар, хламидиялар, герпес, кандида, лямблиялар, эхинококк инфекцияһы. Әсе әрем менән дауалау курсы: тәүге өс көндә һәр 2-2,5 сәғәт һайын, ашау ваҡытына ҡарамаҫтан, ҡоро әремде бер семтем ҡабул итергә. Бер семтем ҡоро әремде ауыҙға һалып, төкөрөк менән һыуларға һәм һыу менән йоторға. Таҙартыуға бер юлы бөтә организм тоташа. Әремде ҡабул итеү араһындағы тәнәфестәр 2,5 сәғәттән артмауы бик мөһим. Был өс көн төндә лә әрем эсәләр. Артабанғы дүрт көндө көнөнә 5-6 тапҡыр ҡабул итәләр. Төндә ҡабул итергә кәрәкмәй.
Бынан тыш, бөтә ете көн дауамында, һәр кис, әремле клизмалар, микроклизмдар һәм спринцлауҙар яһайҙар. Бының өсөн бер өйөм сәй ҡалағы әремгә ҡайнар һыу ҡойоп, һыу 40 градусҡа тиклем һыуынғансы ҡапҡас аҫтына баҫалар. Артабан 100 грамм төнәтмәне ҡойоп алырға, ә ҡалған 900 граммынан йылы клизма яһарға.
Йоҡлар алдынан 50 грамм төнәтмәне (ҡалған 100 граммдың яртыһы) артҡы үткәүелгә бәләкәй спринцовка менән һибеп, төнгә ҡалдырырға (бәҙрәфкә барыуға саҡырыуҙар булмаясаҡ). Ҡалған 50 граммын ҡатын-ҡыҙҙар енси ағзаһына, ә ир-егеттәр уретраға индерә (процесс ҡатмарлы булһа ла, ирҙәр ауырыуҙары өсөн файҙалы). Гинекология менән бәйле көслө проблемалар булғанда төндә әремле тампондар ҡуйырға мөмкин. Был процедураларҙы ете көн рәттән өҙлөкһөҙ дауам итергә кәрәк. Һыуыҡ тейгәндә йәки һалҡын тейеү билдәләре күренә башлағанда, әремле төнәтмәне көнөнә бер нисә тапҡыр һәр танау тишегенә 7-10 тамсы тамыҙырға.
Ете көн дауамында ҡаты диета тотоу мөһим. Хайуан һәм балыҡ аҙыҡтарын, һөт ризыҡтарын, йомортҡаларҙы, кондитер изделиеларын бөтөнләй алып ташларға. Спиртлы эсемлектәр эсмәү һәм тәмәке тартмау кәңәш ителә. Был көндәрҙә йәшелсә, емеш-еләк, сәтләүек, ярма, үҫемлек майы ашарға кәрәк. Икмәкте бер ашағанда 200 граммға тиклем сикләргә, өҫтәүенә яңыһын түгел, ә киптерелгәнен ашарға кәрәк. Диетаһыҙ әрем терапияһы бөтә көсөнә эйә булмаясаҡ.
Терапия ваҡытында хәлһеҙлек һәм бар булған йәки йәшерен ауырыуҙарҙың сиратлап киҫкенләшеүе, бер ни тиклем ваҡытҡа ҡабырғала йәки быуындарҙа ауырыуы ихтимал. Был тәрән таҙартыу тураһында һөйләй. Иҫкәртеү өсөн йылына ике тапҡыр — яҙ һәм көҙ дауалау курсын үткәрергә мөмкин.
ИҒТИБАР! Йөклө ҡатындарға был дауаны ҡулланыу тыйыла.
Артыҡ доза ҡулланғанда, ҡоҫоу, баш әйләнеү тыуҙырыуы ихтимал.
Сығанаҡ: “Бабушка” гәзите.
ҺӘР ПРЕПАРАТТЫ, ДАРЫУҘЫ ЙӘКИ ДАУАЛАУ ЫСУЛЫН ҠУЛЛАНЫР АЛДЫНАН, МОТЛАҠ ДАУАЛАУСЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕГЕҘ!