Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Сентябрь 2025, 15:55

Төшкө ашығыҙ тәмле булһын: бауыр өсөн файҙалы бутҡалар

Уны гепатит, бауырҙың цирроз зарарланыуы, майлы гепатоз, подагра, ҡан тамырҙары ауырыуҙары, бөйөр сирҙәре, гастрит, панкреатит, ашҡаҙан сей яраһы һәм башҡа сирҙәр ваҡытында ашарға кәңәш итәләр.

Төшкө ашығыҙ тәмле булһын: бауыр өсөн файҙалы бутҡалар
Төшкө ашығыҙ тәмле булһын: бауыр өсөн файҙалы бутҡалар

Күптәр бауыр сирҙәре менән йонсой, тик шунда уҡ дарыу ҡапҡы ла килмәй. Бауыр өсөн файҙалы булған бутҡалар исемлеген тәҡдим итәбеҙ.

1) Тары бутҡаһы

Был бөртөклө бутҡаны даими ҡулланыу организмдан токсиндарҙы һәм шлактарҙы сығарырға ярҙам итә, шуның менән бауыр биҙенә йөкләмәне кәметә.

2) Ҡарабойҙай бутҡаһы

Айырыуса кефирҙағы ҡарабойҙай ярҙамында бауырҙы таҙартыу рецепты популяр.

3) Һоло бутҡаһы

Һоло ярмаһы бауыр һәм башҡа күп ағзалар ауырыуҙарын дауалауҙа диета өсөн бик яҡшы. Уны гепатит, бауырҙың цирроз зарарланыуы, майлы гепатоз, подагра, ҡан тамырҙары ауырыуҙары, бөйөр сирҙәре, гастрит, панкреатит, ашҡаҙан сей яраһы һәм башҡа сирҙәр ваҡытында ашарға кәңәш итәләр.

Шулай уҡ бутҡаны ауыр ағыуланғандан һуң ҡулланыу яҡшы, сөнки ул организмдан токсин ҡалдыҡтарын сығарырға һәм ауырыуҙың көсөн тергеҙергә ярҙам итә.

Фото

Автор: