Һыуҙы бер тапҡыр ҡайнатҡандан һуң, сираттағы тапҡыр ҡайнатҡанда һыуҙы алмаштыраһығыҙмы? Әллә элеккеһе өҫтөнә генә һыу ҡояһығыҙмы? Был ғәҙәт тәү ҡарамаҡҡа ғына зыянһыҙ булып күренә. Тик юҡҡа.
Ҡабат ҡайнатҡанда нимә була?
Һыу парға әйләнә, ә тоҙҙар һәм ауыр металдар ҡала. Һәм туплана.
Ҡурҡыныс бер нәмә лә юҡ кеүек — кальций, магний... Әммә ҡайһы берҙә һыуҙа фтор ҙа, ҡурғаш та, баҡыр ҙа килеп сыға. Улар иҫке торбаларҙан, юшҡындан йәки йылытыу элементынан барлыҡҡа килә.
Ә һыу хлорланған булһа, ҡабаттан йылытҡанда тригалометандар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Улар һеҙҙең өсөн дә, сәйегеҙ өсөн дә артыҡ икәнен белегеҙ.
Был нимә менән янай?
Беренсеһе – бөйөрҙәргә. Улар былай ҙа бер-бер артлы бөтә нәмәне фильтрлай, ә бында концентрат та килеп өҫтәлә.Кемдең хроник ауырыуҙары бар, сирҙең киҫкенләшеүе ихтимал.
Нитраттар ҡан тамырҙарына, артыҡ фтор һөйәктәргә зыян килтерә. Бигерәк тә балалар һәм өлкәндәрҙә.
Ә тәме?
Һәр кире ҡайнаған һыу – минус кислород.
Һыу тәмһеҙләнә, сәй хуш еҫен, кофе — дәртләндереү сифатын юғалта. Хатта яҡшы сортлы эсемлектәр ҙә бындай һыуҙа тәмһеҙгә әйләнә.
Автор фотоһы.