Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ниндәй миндек файҙалы?

Берәү­ҙәре тынысландыра, ярһыуҙы баҫа, йоҡоно яйға һала, икен­селәре, киреһенсә, тәнде “уятып” ебәрә, көс-дәрт өҫтәй.

Ниндәй миндек файҙалы?
Ниндәй миндек файҙалы?

Ҡыш рәхәтләнеп миндек менән сабынып, мунса төшөр өсөн әленән үк уны әҙерләүҙе хәстәрләгеҙ. Ҡайын миндеге быуындар ауыртыуынан, ауыр эштән һуң һыҙланғанда бигерәк тә файҙалы. Ул тирене таҙарта, кешене тынысландыра, кәйефте күтәрә. Йәш япраҡтан бәйләнгән миндектең еҫе бар мунсаға тарала, бөтә тәнеңде сихәтләндерә. Уны бешекләгән һыу менән сайҡатҡанда сәс нығына, ҡауаҡ бөтә.

Имән миндеге тире майлы булғанда бигерәк тә файҙалы. Ул сабыртмаларҙы бөтөрә, биткә матур төҫ бирә. Ҡайһы бер тире ауырыуҙарын дауалау, аяҡ тирләүен кәметеү өсөн файҙаланыла. Имән миндеге көс бирә, тип тә әйтәләр.

Йүкә миндеге баш ауыртыуын бөтөрә, бөйөр эшмәкәр­леген яҡшыртыуға һәләтле, яҡшы тирләтә, тынысландыра. Ул ҡыш айырыуса файҙалы: тән­дән һыуыҡты ҡыуа, ҡаҡы­рыҡты сығара.

Шулай уҡ ерек, мышар, ке­серткән миндектәре лә бәйләй­ҙәр. Һуңғыһын бил ауырт­ҡан­да, тән һыҙлағанда дауа була­раҡ ҡулланалар. Кесерткән мин­деген ҡайнар һыуҙа саҡ ҡы­на бешекләп алалар ҙа, елпетеп, еңелсә генә сабыналар.

Миндеккә мәтрүшкә, ҡара­ғат һәм муйыл япраҡтарын да ҡушырға мөмкин. Ҡышҡы һыуыҡта улар тәнегеҙгә сихәт, шифа ғына биреп ҡалмаҫ, ә мун­сағыҙ йәйге мәлде хәтер­ләтеп, тәмле еҫтәргә күмелер.

Миндекте ҡояш төшмәгән, еләҫ, һауа инеп торған урында һаҡлау файҙалы сифаттары­ның яҡшыраҡ һаҡланыуына булышлыҡ итә.

Яңы бәйләнгән миндек менән сабыныу файҙалы, унда витаминдар, файҙалы матдәләр, фи­тонцидтар күп була. Берәү­ҙәре тынысландыра, ярһыуҙы баҫа, йоҡоно яйға һала, икен­селәре, киреһенсә, тәнде “уятып” ебәрә, көс-дәрт өҫтәй. Үҙе­геҙгә нимәнең нисек йо­ғонто яһағанын күҙәтеп, ҡыш­ҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйыу яҡшы.

Фото: асыҡ сығанаҡтан

Автор:Карима Усманова
 
Автор: