Ҡаҡыны антисептик, антибактериаль үҫемлек булараҡ ялҡынһыныуға ҡаршы ҡулланалар. Ҡан- тамыр юлдарын нығыта, йөрәк эшмәкәрлеген көйләй. Ҡан тамырҙарын холестериндан таҙарта. Нервы системаһын яйға һала.
Гемоглобинды күтәрә, ҡандағы шәкәрҙе кәметә. Иммунитетты күтәрә. Эсәк юлындағы ҡорттарҙы ҡыуа(глистогонный).
Парадонтоз, атеросклерозды дауалай. Неврит, ҡан ауырыуҙары, аллергия, нурланыу, цинга менән ауырыусыларға ярҙам итә һәм дә ашҡаҙандың әселеген арттыра. Эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Хәлһеҙҙәргә хәл индерә.
Насар йүнәлеүсе яраларҙы дауалағанда файҙаһы ҙур. Тире бешкәндә ҡуланһаң эпедермисты тиҙ йүнәлдерә. Ошондай файҙалы үлән үҫә аяҡ аҫтында. Ашағыҙ. Сәскә атыу менән ҡата башлай. Әммә үҫемлектең һутын үлән ҡатҡандан һуң да ҡулланһаң була. Ләкин һабағын ашап булмай. Тик һәр үләндең (противопоказание) ҡаршы күрһәтмәләре бар: ауырлы ҡатындарға, ашҡаҙан әселеге юғары булғандарға ярамай. Ҡайһы берәүҙәрҙең шәхси аллергияһы булыуы мөмкин”, – тиелә яҙмала.
Фото: Айһылыу Түләбаева