Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙ айҙарында организм өсөн иң файҙалы эсемлек

Был эсемлектә бик күп витаминдар һәм микроэлементтар бар, ул иммунитетты нығытасаҡ, үҙеңде яҡшыраҡ хис итергә ярҙам итә.

Яҙ айҙарында организм өсөн иң файҙалы эсемлек
Яҙ айҙарында организм өсөн иң файҙалы эсемлек

Киптерелгән еләк-емеш компоты өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла файҙалы. Был эсемлектә бик күп витаминдар һәм микроэлементтар бар, улар баланың иммунитетын нығытасаҡ, тиҙерәк үҫергә һәм үҙҙәрен яҡшыраҡ хис итергә ярҙам итә.

Был эсемлекте балалар яратҡан кәштәләрҙә һатылған һуттар, газлы эсемлектәр менән бер нисек тә сағыштырып булмай, сөнки тулыһынса тәбиғи һәм файҙаһы бик күп. Беренсенән, ашҡаҙан-эсәк системаһына ыңғай йоғонто яһай. Компот аш һеңдереү процесын еңеләйтә, шулай уҡ токсиндарҙан һәм зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Һыуын ғына эсергә түгел, ә бешкән емештәрен дә ашарға кәрәк – шулай итеп һеҙ организмды күҙәнәклек менән тәьмин итәһегеҙ.

Емеш-еләк компоты йөрәк һәм ҡан тамырҙары сәләмәтлеге өсөн дә файҙалы, сөнки унда минералдар күп. Мәҫәлән, күрәгә (курага) йөрәк мускулын нығыта, магнийға бай, нервы системаһы өсөн дә файҙалы.

Тәмле итеп компот ҡайнатыу өсөн кипкән еләк-емеште, боҙолғандарынан айырып, ике-өс тапҡыр йылы һыуҙа йыуырға кәрәк. Аҙаҡ бөтә емеш-еләкте кәстрүлгә һалып, өҫтөнә һыуыҡ һыу ҡойорға һәм талғын ут өҫтөнә ҡуйырға. Был компотты 20-30 минуттан да артыҡ ҡайнатмағыҙ. Шәкәрҙе емеш-еләктән алда һалығыҙ. Емештәр бешкәндән һуң һалһаң, уларға һеңеп өлгөрмәй.

Кипкән емеш-еләк компотын кистән ҡайнатып ҡуйһағыҙ, иртәнсәккә хуш еҫле, тәмле һәм файҙалы эсемлектән ауыҙ итерһегеҙ.

Фото һәм сығанаҡ: "Авыл хатыны" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
 
Автор: