Тоҙлау өсөн йәшелсәнең һуң өлгөрә торған сорттары алына. Улар ҙур, тығыҙ булырға тейеш, бәләкәй һәм йәшел япраҡлылары яраҡһыҙ. Тәүҙә күсәнде иҫке япраҡтарынан таҙартырға, йыуғас, бер нисә өлөшкә бүлергә кәрәк. Кәбеҫтәне ағас таҡтаға һалып, үткер бысаҡ менән турарға.
Тоҙлағанда эмалле йәки быяла һауытты ғына ҡулланыу фарыз, алюмин һауыт зыянлы (кәбеҫтәләге кислота алюминды “ашай” һәм ризыҡ менән организмға үтеп инә). Туралған ун килограмм кәбеҫтәгә, ғәҙәттә, ҡырғыстан үткәрелгән 300 грамм кишер һалырға кәңәш ителә. Кәбеҫтәне көнөнә ике тапҡыр бысаҡ йәки ағас ҡалаҡ менән “тишеп”, газын сығарып торорға онотмағыҙ.
Тоҙлауҙың ябай ысулы
3 л банкаға тығыҙлап кәбеҫтә, кишер, укроп йәки әнис орлоғо, 2 ҡалаҡ тоҙ һалырға. Уны ике көн бүлмә температураһында әсетеп тоторға. Баҫҡылап, һауаһын сығарып алырға. Һуңынан һалҡын урынға ҡуйырға.
Боросло кәбеҫтә
10 кг кәбеҫтә, 0,5 кг татлы ҡыҙыл борос, 150 г тоҙ, 3 л һыу алына.
Кәбеҫтә менән татлы боросто нәҙек кенә итеп турап, тоҙлоҡ ҡойорға. Ул 3 л һыу һәм 150 г тоҙҙан әҙерләнә. Өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйып, ике көн бүлмә температураһында әсетәләр ҙә һалҡын урында һаҡлайҙар.
Баллы ла, тоҙло ла
10 кг кәбеҫтә, 2 кг татлы борос, 300 г бал, бер ҡуҙаҡ әсе борос, 3 л һыу, 150 г тоҙ алына.
Кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп, боросто ҙур киҫәктәргә турарға. Бөтәһен дә бергә ҡушып, яҡшылап бутағас, тоҙлап, әсе борос өҫтәргә. Һауытҡа тултырғанда ҡайнар һыуҙа иретелгән бал ҡатнашмаһы ҡойорға. Һалҡын урында һаҡларға кәңәш ителә.
Кавказса кәбеҫтә
3,5 кг кәбеҫтә, ике-өс сөгөлдөр, биш-алты петрушка тамыры һәм япраҡтары, ике әсе борос ҡуҙағы, 10 ҡарағат япрағы, бер шәлкем укроп, ике-өс лавр япрағы, 15 – 20 бөртөк ҡара борос, 220 г тоҙ алына.
Кәбеҫтәне дүрт, әгәр ҙә ҙур булһа, һигеҙ өлөшкә бүлергә. Петрушка, укроп, сөгөлдөрҙө йыуып турарға.
Кәстрүл төбөнә кәбеҫтә япраҡтары, өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һалырға. Ошо рәүешле һауытты тултырырға. Иң өҫтә япраҡтар булырға тейеш.
Тоҙлоҡ әҙерләргә кәрәк буласаҡ. Һыуға тоҙ, лавр япрағы, борос һалып, ҡайнатып сығаралар. Аҙ ғына һыуынғас, кәбеҫтә өҫтөнә ҡоялар ҙа ауыр әйбер ҡуйып ябалар. Ике-өс көн йылы урында тотҡас, һалҡынға сығаралар, бер аҙнанан ул ашарға яраҡлы булып, тоҙланып етә.
8,5 кг кәбеҫтә ҡатнашмаһына яҡынса 7 л тоҙлоҡ алына.
Маринадлау
Ҡаты башлы кәбеҫтәне һайлап алып турайҙар. Тоҙ һибеп, яҡшылап бутап, бүлмәлә ике-өс сәғәт тотҡас, банкаларға тығыҙлап тултырырға кәрәк. Алдан һәр банка төбөнә тәмләткестәр һалығыҙ: ҡара борос (5 – 8 бөртөк), аҙ ғына дәрсен (корица) һәм ҡәнәфер, бер лавр япрағы.
Тоҙлоҡ: бер литр һыуға — дүрт балғалаҡ аш һеркәһе эссенцияһы, балғалаҡ ярым тоҙ, дүрт балғалаҡ шәкәр. Банкаларҙы ябып, 85 градус температурала стерилләйҙәр: 0,5 л банкаларҙы — 20 минут, 1 литрлыҡтарын — 30 минут.
Тиҙ әҙерләнгән маринадланған кәбеҫтә
Бер баш кәбеҫтәне, бер һарымһаҡты турап, бер уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, 3 литрлы банкаға тултырып, бер нисә бөртөк ҡара борос, һарымһаҡ һалырға. 1,5 л һыуға 2 ҡалаҡ тоҙ, 200 г шәкәр, 200 г аш һеркәһе һалып, тоҙлоҡ әҙерләп, банкаға ҡойорға. 200 г көнбағыш майы һалырға. Һыуыҡ урында һаҡларға.
Иртәгәһенә кетерләп кенә торған маринадлы кәбеҫтә әҙер буласаҡ!
Сәскәле кәбеҫтәне тоҙлау
Тоҙлау өсөн бындай кәбеҫтәнең көҙгө сорттары яҡшы була. Сәскәләрен бүлеп, һалҡын һыуҙа йыуып, банкаларға тығыҙлап тултыралар. Өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған тоҙлоҡ ҡойорға кәрәк. 10 кг кәбеҫтә өсөн 5,5 л һыу, 40 г тоҙ, 400 г аш һеркәһенән эшләнгән тоҙлоҡ кәрәк. Ике аҙнанан һуң һалҡын урынға ҡуялар.
Сөгөлдөрлө кәбеҫтә
1 кг кәбеҫтә, уртаса ҙурлыҡтағы сөгөлдөр, 1 ҙур кишер, уртаса ҙурлыҡта һарымһаҡ алырға.
Кәбеҫтәне турарға, ҡалған йәшелсәне эре тишекле ҡырғыстан үткәрергә. Һарымһаҡты иҙергә. Кәбеҫтәне тоҙ һалмайынса ғына ҡул менән бер аҙ иҙергә һәм ҡалған йәшелсә менән бергә болғатырға. Һуңынан ярты стакан һыуға ярты стакан үҫемлек майы, ярты стакан шәкәр, 1,5 ҡалаҡ тоҙ һалып ҡайнатырға. Һыуынғас, уға ярты стакан самаһы аш һеркәһе һалып, банкаларға ҡойорға. 12 сәғәт тирәһе баҫтырып ҡуйырға. Һуңынан һыуыҡ урында һаҡларға кәрәк.
Файҙалы кәңәштәр
✔ Ҡырғыстан үткәрелгән кишер кәбеҫтәгә төҫ бирә, тәмләтә.
✔ Бактерияларҙан һаҡлау өсөн кәбеҫтә тоҙлаясаҡ һауыт төбөн йоҡа итеп бал менән һылағыҙ.
✔ Кетерләп торһон өсөн кәбеҫтәгә бер аҙ керән тамыры өҫтәйҙәр.
✔ Тоҙланған кәбеҫтә өҫтөн керән япраҡтары менән ҡаплаһағыҙ, ул боҙолмаҫ.
✔ Аҙ ғына ҡыяр тоҙлоғо һалһағыҙ, кәбеҫтә тәмле булып тоҙланыр.
Витаминдар хазинаһы
Әсетеп тоҙланған кәбеҫтәне тәмле булғаны өсөн генә түгел, файҙаһы өсөн дә юғары баһалайҙар. Унда витаминдар һәм микроэлементтар күп. Элек-электән төрлө ауырыуҙан һаҡланыу сараһы булараҡ та ҡулланғандар. С витаминының күплеге менән дан тота.
Тоҙланған был йәшелсә составында 38,1 мг С витамины (аскорбин кислотаһы), 0,05 мг В1, 0,1 мг В2, В3, В4, В6 витаминдары, 0,6 мг ретинол (А витамины), яраларҙы тиҙ бөтәштерергә ярҙам итеүсе К витамины бар.
Ул кальций, магний, калий, фосфор, тимер, көкөрт, цинк, кремний, йод, селен һәм башҡа матдәләргә лә бай. Етмәһә, калориялылығы түбән 100 грамында ни бары 25 кенә ккал. 1,6 г аҡһым, 0,1 г май, 5,2 г углевод иҫәпләнә. Ябығырға теләүселәр мотлаҡ тоҙло кәбеҫтә ашарға тейеш, ул һимертмәй генә түгел, организмға ингән аҙыҡтың тиҙерәк эшкәртелеүенә лә булышлыҡ итә.
Зөһрә Йәһүҙина әҙерләне.