Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
26 Сентябрь 2023, 15:50

Йәшелсәгеҙҙе йыйып алдығыҙмы?

Хәҙер уны нисек һаҡларға өйрәтәбеҙ  

Йәшелсәгеҙҙе йыйып алдығыҙмы?
Йәшелсәгеҙҙе йыйып алдығыҙмы?

Йәшелсәләрҙе ҡышҡылыҡҡа һаҡлау ысулдары

▪Йәшелсәләрҙе ҡоро көндә йыйырға тырышығыҙ.

▪Уңыш һаҡлаясаҡ баҙ, иҙән аҫтында температура 1-2 градустан артмаҫҡа тейеш.

▪Һаҡлағыста дымлылыҡтың көслө булыуы (90 проценттан кәм түгел) мөһим. Был йәшелсәләрҙе кибеүҙән һаҡлаясаҡ.

Картуф

▪Баҙҙың күпселек өлөшөн, әлбиттә, икенсе икмәк булған картуф ала. Уйлап ҡараһаң, был йәшелсәне һаҡлауҙың бер ауырлығы юҡ кеүек. Шулай ҙа күптәр картуфтың тиҙ шытыуына, йомшарыуына зарлана бит.

▪Ҡышҡылыҡҡа һаҡланасаҡ картуфтың сорты иртә өлгөргән булмаһын. Картуфты баҙға төшөрөр алдынан уны яҡшылап киптерегеҙ, сереген, йәшел төҫкә инә башлағанын, көрәк тейеп ҡалғанын айырып алығыҙ. Был йәшелсәне тишектәр уйылған йәшниктәргә һалып һаҡлау яҡшыраҡ булыр. Тик күптәрҙең ундай мөмкинселеге юҡ. Шуға күрә картуфты таратып һалып һаҡлайбыҙ. Бындай осраҡта картуфты ҡоро бысҡы вағы менән аралаштырып һалығыҙ. Улар картуфтың артыҡ дымын үҙенә һеңдерәсәк. Һаҡланасаҡ уңышығыҙға кипкән миләш япраҡтарын да ҡушып һалыу отошло буласаҡ. Сөнки был япраҡтар зарарлы микробтарҙы үлтерә, тимәк, картуфты сереүҙән һаҡлаясаҡ.

▪️Ҡайһы берәүҙәр картуфты башҡа йәшелсәләр менән бергә аралаштырып һаҡлай. Был дөрөҫ түгел. Картуф сөгөлдөр менән генә яҡшы “күрше” буласаҡ. Сөгөлдөрҙө картуфтың өҫтөнә һалырға кәрәк. Сөнки ул картуфтың артыҡ дымын үҙенә тартасаҡ, ә сөгөлдәргә оҙаҡ һаҡланыр өсөн дым кәрәк.

Сөгөлдөр

▪️Сөгөлдөрҙө ҡаҙып алғанда, уны көрәк менән “яраламаҫҡа” тырышығыҙ. Юғиһә ул насар һаҡланасаҡ. Һабағын тулыһынса түгел, ә өс сантиметр ҡалдырып ҡырҡығыҙ.

▪️Сөгөлдөрҙө рәт менән ҡомға һалып һаҡларға була. Ныҡ һалҡын баҙҙа был йәшелсәне картуф һымаҡ таратып һалып ҡыш сығарырға мөмкин. Ҡайһы бер хужабикәләр сөгөлдөрҙө йыуып, өлөштәргә бүлеп, туңдырғысҡа һалып һаҡлай.

Һуған

▪️Һуғанды ҡоро көндә, уның ҡабығы тулыһынса һарғайып бөткәс йыйып алалар. Уны бер нисә көн киптергәндән һуң ғына, йәшел һабаҡтарын ҡырҡырға кәрәк.

▪️Әгәр һуғандың өҫтәге ике ҡаты еүеш икән, ул ҡышҡыһын һаҡланмаясаҡ, тиҙ арала серейәсәк. Һаҡлаған йәшелсә өҫтөндә ваҡ себендәр күренә башлаһа, уларҙы яңынан ҡарап сығығыҙ. Тимәк, араһында серей башлағаны бар.

▪️ Һуғанды йылы урында таратып йәки элеп ҡуйып һаҡлайҙар.

Кишер

▪️Кишерҙе һәнәк менән ҡаҙып алһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Уның һабағын тулыһынса ҡырҡырға кәрәк. Сөнки һабағы әҙ генә ҡалһа ла, ул үҫә башлаясаҡ һәм серейәсәк.

▪️Кишерҙе рәткә теҙеп, өҫтөнә ҡом һибеп һаҡлайҙар.

▪️Тағы бер ысул: кишерҙе һәйбәтләп йыуырға, яҡшылап киптерергә һәм полиэтилен ҡапсыҡтарға һалырға. Ҡапсыҡтың ауыҙын ныҡлап бәйләп ҡуйығыҙ.

▪️Тағы бер шәп ысул бар. Түтәлдәге кишерҙең бер өлөшөн ҡаҙып алмай ҡар аҫтында һаҡлағыҙ. Уны яҙ етеп, ер ирей башлау менән ҡаҙып алырға кәрәк (яңынан үҫә башларға өлгөрмәһен). Бындай яҙғы кишер бик тәмле булыуы менән айырыла.

Кәбеҫтә

▪️Кәбеҫтәне тәүге ҡырауҙарҙан һуң, тик туңдырмай ғына йыйып алығыҙ. Уның тышҡы япраҡтарын таҙартҡандан һуң, баҙҙа элеп һаҡлағыҙ – кәштәләргә лә, иҙәнгә лә теймәһен. Әгәр кәбеҫтәне нимәгәлер һалып һаҡлаһағыҙ, уның тейеп ятҡан япраҡтары серей башлай һәм йәшелсә әрәм була.

▪️Баҙҙа йәшелсәне элеп ҡуйыу өсөн урын әҙ булһа, уны һаҡлауҙың тағы бер ысулы бар.

▪️Ҡыҙыл кәбеҫтәне – дәфтәр биттәренә, ағын полиэтиленға (пищевая пленка) урап, кәштәләргә бер-береһенә тейгеҙмәй генә һалырға кәрәк.

Һарымһаҡ

▪️Һарымһаҡты һаҡланһын өсөн оҙаҡ итеп киптерергә кәрәк. Уны түтәлдән башы бүлкәттәргә айырыла башламаҫ элек йыйып алығыҙ. Кипкәндән һуң һарымһаҡтың һабаҡтарын 4-5 см ҡалдырып ҡырҡығыҙ.

Ташҡабаҡ

▪️Ташҡабаҡтың уртаса ҙурлыҡта булғанын һәм ҡырауҙарға тиклем, ҡоро көндә йыйып алынғанын һаҡларға кәрәк. Ныҡ өлгөргән йәшелсәне һаҡларға һалмағыҙ. Сөнки ул артабан бешеүен дауам итәсәк, ә ҡырҡҡанда уның ҡабығы үтә ныҡ ҡаты, ашауға ла тәмһеҙ буласаҡ.

▪️Һаҡланасаҡ ташҡабаҡтың һабағын 4-5 см ҡалдырығыҙ. Уға ҡарап һеҙ йәшелсә ниндәй кимәлдә һаҡланғанын беләсәкһегеҙ. Әгәр һабағы боҙола башлай икән, ташҡабаҡты шунда уҡ ашҡа ебәрегеҙ.

▪️Яҡшы итеп киптерелгән ташҡабаҡтарҙы йәшниктәрҙә йәки таҡтаға теҙеп һалып һаҡлайҙар.

Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: