Һуған серемәһен өсөн кәңәштәр:
Һуғандарҙы ҡаҙып алғанда тышын зарарлауҙан һаҡларға кәрәк.
Еләҫ, асыҡ һауала киптерегеҙ.
Һаҡларға һалыр алдынан тамырын һәм баштарын 5 см тирәһе ҡалдырып ҡырҡырға.
Боҙола башлаған һуғандарҙы ситкә алып ҡуйыу мөһим.
- 2-нән - + 5 температурала ҡараңғы урында һаҡларға.
Үтә күренмәле материалдарҙан тегелгән әйбергә һалырға.
Төбөнә шарап шешәләренең бөкөһөн һалһаң, дымдан һаҡлар.
Үҙгәреүсән температурала тоторға ярамай, тиҙ сереүгә килтерәсәк.
Боҙолған һуғандарҙың тышын, насарайған урындарын алып ташлап, һутһыҡҡыстан һығып алынған өлөшөн һаҡлауға ҡалдырылған һуған өҫтөнә һибеп, уларҙы асыҡ һауала киптереп алырға мөмкин. Был сереүҙән һаҡлаясаҡ.
Шулай уҡ һуғандан һығылған һутты көҙгө, тәҙрәләр йыуған һыуға һалһаң, улар ялтырап торасаҡ.
Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.